Олимпия символдары

Олимпия уйындары атрибуттары

Олимпия символдары — Олимпия хәрәкәте идеяһын бөтә донъяға таратыуҙа Халыҡ-ара олимпия комитеты тарафынан файҙаланылыусы Олимпия уйындары атрибуттары.

Олимпия символдары
 Олимпия символдары Викимилектә
Олимпия уйындары символы төшөрөлгән Олимпия флагы

Олимпия символдарына флаг (ҡулсалар), гимн, ант, лозунг, миҙалдар, ут, лавр ботағы, салют, тылсымдар, эмблема инә[1]. Олимпия символдарын коммерция маҡсаттарында файҙаланыу Олимпия хартияһы тарафынан тыйыла.

Флаг һәм эмблема

үҙгәртергә

Флаг Олимпия эмблемаһы сигелгән аҡ ебәк туҡыманан тора. Эмблема грек Ангело Боланки тарафынан 1912 йылда уйлап сығарыла, 1914 йылда Пьер де Кубертен уны Халыҡ-ара олимпия комитетының Париж конгресына тәҡдим итә.

Олимпия эмблемаһы һәм Олимпия флагы беренсе тапҡыр 1920 йылда Антверпендағы Олимпия уйындарында ҡулланыла

1920 йылда Антверпенда тәҡдим ителгән флаг 1988 йылда яңы флагҡа алмаштырыла, ул Сеулдағы Олимпия уйындарында ҡулланыла. Иҫке флаг әле Лозанналағы Олимпия музейында һаҡлана[2].

Олимпия хәрәкәте флагы уртаһына Олимпия эмблемаһы — ике рәттә (өсөһө өҫтә, икеһе аҫта) бер-береһе менән үрелгән 5 ҡулса — төшөрөлгән аҡ ерлектән хасил. Ҡулсаларҙың төҫтәре (һулдан уңға): зәңгәр, һары, ҡара, йәшел, ҡыҙыл.

Ҡулсалар донъяның биш өлөшөнөң берлеген һәм Олимпия уйынарының бөтә донъяныҡы булыуын кәүҙәләндерә.

Ҡулсалар бер-береһенә W хәрефе рәүешендә сынйыр буйынса тоташҡан, ситкеләре (зәңгәр, ҡыҙыл) — берәр ҡулса менән генә, урталағыһы икешәр ҡулса менән киҫешә.

Ҡулсалар биш ҡитғаны кәүҙәләндерә. Ләкин ҡулсаларҙың һәр береһе аныҡ бер ҡитғаны сағылдырмай[3]. Алты төҫ (ерлек төҫөн дә индереп) донъяның бөтә илдәренең милли төҫтәрен кәүҙәләндерә.

1951 йылға тиклем һәр ҡулса донъяның бер өлөшөн сағылдыра тип һаналған: Европа — зәңгәр, Азия — һары, Африка — ҡара, Австралия — йәшел һәм Америка — ҡыҙыл. Һуңынан был бүленештән баш тартыла, сөнки Пьер де Кубертендың төҫтәрҙе нәҡ ошо рәүешле бүлеүенә бер ниндәй ҙә дәлил табылмай[4].

Олимпия уйындары гимны сираттағы Олимпия уйындарын асҡанда — Олимпия флагын күтәргән саҡта, уйындарҙы япҡанда — Олимпия флагын төшөргән саҡта һәм башҡа ҡайһы бер осраҡтарҙа башҡарыла. Грек композиторы Спирос Самарас тарафынан яҙылған.

Мәшһүр спортсыларҙың береһе бөтә ярышыусылар исеменән ярыштарҙың намыҫлы булыуы тураһында ант бирә. Артабан судьяларҙың береһе намыҫлы һәм объектив судьялыҡ итеү тураһында ант итә.

1913 йылда де Кубертен тарафынан тәҡдим ителә. Антик осорҙағы ант биреүҙе тергеҙә. Беренсе тапҡыр Антверпенда 1920 йылдағы Олимпия уйындарында әйтелә.

Девиздар һәм орандар

үҙгәртергә

Олимпия девизы — Citius, Altius, Fortius, латин теленән «Шәберәк, бейегерәк, көслөрәк» тип тәржемә ителә. Уны француз руханийы Анри Дидон уйлап сығара, 1894 йылда Халыҡ-ара олимпия комитетын ойошторғанда Пьер де Кубертен тәҡдим итә һәм 1924 йылда Париждағы Олимпия уйындарында тәүге тапҡыр ҡулланыла.

«Иң мөһиме — еңеү түгел, ә ҡатнашыу» тигән оран бар, уның авторы де Кубертен тип һанала. Ғәмәлдә был фраза йүгерек Пиетри Дорандоның драмаһы менән бәйле, ул марафон дистанцияһын (Лондон, 1908) беренсе булып үтә, әммә дисквалификациялана. Финишҡа етеп килгәндә организмы ныҡ һыуһыҙланған, эҫенән йонсоған марафонсы бер нисә тапҡыр йығыла, йығылған һайын судьялар ярҙамы менән тороп баҫа ла ары йүгерә. Финиш һыҙығын беренсе булып үтһә лә, ситтән ярҙам күрһәтелде тип, дисквалификациялана. Беренсе урын уның артынан килгән АҠШ спортсыһына бирелә. Икенсе көндө приздар тапшырыу тантанаһы үтә. Итальяндың һоҡланғыс ихтыяр көсө билдәләнмәй ҡалмай. Королева Александра беренсе урын өсөн приздың теүәл күсермәһен эшләргә бойора. Еңеүселәрҙе бүләкләгәндә король ғаиләһе ағзаларының береһе итальянды ла пьедесталға саҡыра һәм һоҡланғыс спорт ҡаҙанышы өсөн алтын кубокты тапшыра. Ошо көндө Пенсильвания епискобы изге Петр соборы мөнбәренән ошо һүҙҙәрҙе әйтә: «Олимпиадала иң мөһиме еңеү түгел, ә ҡатнашыу». Яҙыусылар Ласло Кун менән В. В. Столбов фекеренсә, был фразала уйындарҙа ҡатнашыу түгел, ә аҡтыҡ көсөнә тиклем алышҡан, әммә еңмәгән спортсының хәленә инеү күҙҙә тотолған[5].

Миҙалдар

үҙгәртергә

Олимпия миҙалдары — алтын, көмөш һәм бронза — ярышта иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән өс спортсыға тапшырыла. Ярыштарҙың командалы төрҙәрендә бер үк төрлө миҙалдар команда ағзаларының һәр береһенә тапшырыла.

Тәүге һигеҙ йәйге Олимпия уйынының спортсыларға тапшырылған миҙалдары бер-береһенә бөтөнләй оҡшамаған, сөнки улар һәр Ойоштороу комитеты тарафынан үҙ аллы эшләнгән. 1920—2000 йылдарҙа Олимпия миҙалдарының аверсы өсөн стандарт дизайн ҡулланыла: уң ҡулына пальма ботағы тотҡан Ника алиһә еңеүсене данлай. Миҙалдың реверсы Уйындар үткәрелгән илдең теләгенә ярашлы үҙгәртелеп тора[6]. 2004 йылдан был традициянан баш тартыла, миҙалдың ике яғы ла Уйындарҙы ойоштороусыларҙың уникаль дизайны буйынса биҙәлә[7].

2008 йылғы Уйындар миҙалының диаметры — 70 мм, ҡалынлығы 6 мм була.

Алтын миҙалдар, ҡағиҙә булараҡ, башлыса көмөштән эшләнә. Мәҫәлән, 2008 йылғы Уйындарҙың алтын миҙалы яҡынса 150 грамм ауырлыҡта була, уның составына сама менән 6 грамм алтын инә. Көмөш миҙалдар — көмөштән, бронза миҙалдар баҡырҙан була[8].

1896 һәм 1900 йылғы Уйындарҙа 1-се һәм 2-се урын алған атлеттарға ғына миҙал тапшырылған. Ул саҡта алтын миҙал булмаған, шунлыҡтан көмөш һәм бронза миҙалдар ғына тапшырғандар. 1900 йылғы Уйындарҙа күп төрҙәрҙә миҙал бөтөнләй бирелмәгән, улар урынына ойоштороусылар еңеүселәрҙе кубоктар һәм дипломдар менән билдәләгән.

1960 йылға тиклем миҙалдар беркеткесһеҙ итеп эшләнгән һәм еңеүселәрҙең ҡулдарына тотторолған. Римдағы 1960 йылғы Олимпия уйындарын ойоштороусылар тәүге тапҡыр миҙалды муйынға тағып булһын өсөн зәйтүн ботағы рәүешендә бронза сынйырҙар әҙерләгән. Ҡағиҙәләрҙә ҡаралмаған был яңылыҡты оҡшатмаусылар булһа тип, тапшырыу тантанаһында миҙалдарҙы сығарып биреп торған ҡыҙҙарға сынйырҙы йәһәт кенә өҙөр өсөн ҡайсы ла тотторғандар. Әммә яңылыҡ бөтәһенә лә оҡшай, шунан бирле миҙалдарға сынйырҙар йә таҫмалар беркетелә[9].

 
Олимпия уты эстафетаһы. 2008 йыл. Лондон

Беренсе олимпия уты Амстердамда 1928 йылғы Олимпия уйындарында ҡабыҙыла.

Олимпия утын Грецияла, боронғо Олимпияла, Гера алиһә ғибәҙәтханаһы харабаларында ҡояштан параболик көҙгө менән тоҡандыралар. Утлы факел күп көнлөк шартлы эстафета барышында атлеттан атлетҡа тапшырыла, ул Ерҙең бөтә 5 ҡитғаһы буйлап үтә. Ут Олимпия уйындары асылаһы көндө урынына килтереп еткерелә. Эстафетаның финалсыһы факел менән Олимпия усағының ялҡынын тоҡандырып ебәрә. Был сара Уйындарҙың башланғанын аңлата. Ярыштар тамамланғас, усаҡтағы Олимпия уты һүндерелә.

Грециялағы Олимпиянан Олимпия уты килтереү эстафетаһы һәм Олимпия усағын тоҡандырыу йолаһы тәү башлап 1936 йылда Берлиндағы Олимпия уйынарында индерелә. Олимпиянан ут алыу 1936 йылдың 20 июлендә була, эстафета 1936 йылдың 1 авгусында тамамлана.

Эстафета йолаһының авторы һәм нигеҙләүсеһе, шулай уҡ Грецияла ут алыу идеяһының авторы Германияның спорт чиновнигы һәм 1936 йылғы Олимпия уйындарының Ойоштороу комитетының генераль секретары Карл Дим була.

Лавр ботағы

үҙгәртергә

Лавр ботағы, йәғни «котинос», венок рәүешендә бөгөлгән ботаҡтан ғибәрәт. Уны еңеүсегә алтын миҙал менән бергә тапшыралар.

Уны тапшырыу йолаһы Афиналағы 2004 йылғы Олимпия уйындарында тергеҙелә.

Олимпия салюты Рим салютының бер төрө булып иҫәпләнә, тик ҡул юғарыраҡ күтәрелә.

Был сәләмләү төрө Парижда 1924 йылғы Олимпия уйындарында һәм 1936 йылда Берлинда ҡулланыла. Икенсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң, нацистарҙың салюты менән ныҡ оҡшаш булғанлыҡтан, рәсми тыйылмаһа ла, башҡа файҙаланылмай.

Тылсымдар

үҙгәртергә

Һәр Олимпиада өсөн тылсымды (йәғни талисманды) Уйынды үткәргән ил үҙе һайлай. Ғәҙәттә берәй йәнлек йә ҡабул итеүсе илде кәүҙәләндергән стилләштерелгән берәй нәмә тылсым итеп алына.

Яңыртылған Олимпия уйындарында тәүҙә эмблема менән флаг ҡына була. Талисмандар 1968 йылда барлыҡҡа килә.

Беренсе рәсми талисман булып 1972 йылда Мюнхен Олимпиадаһына тәҡдим ителгән Вальди ҡушаматлы такса иҫәпләнә.

Уйындар эмблемаһы

үҙгәртергә
Файл:1936 berlin logo.jpg
1936 йылғы Уйындарҙың эмблемаһы

Олимпия уйындарының һәр береһенең үҙ эмблемаһы була. Ул ҡаланы йә ойоштороусы илде кәүҙәләндерә. Йыш ҡына эмблема элементы итеп олимпия ҡулсалары алына. Рәсми Олимпия эмблемаһы Олимпия символынан һәм Олимпия оранынан хасил: символ — аҡ ерлектәге биш төҫлө ҡулса, рәсми оран — Citius, Altius, Fortius («Шәберәк, бейегерәк, көслөрәк!»). Олимпия эмблемаһын ҡулланырға тик Халыҡ-ара олимпия комитеты һәм Милли олимпия комитеты ғына хоҡуҡлы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Краткий терминологический словарь (с — у) по теме «Олимпийское образование»(недоступная ссылка) URL at 8/31/2008
  2. The Olympic Flags and Emblem March 7, 2006 URL at 9/1/2008
  3. The Olympic symbols. МОК. Дата обращения: 8 февраль 2014.
  4. (January 1951) «Decision adopted by the Executive Committee». Bulletin du Comité International Olympique (Olympic Review) (IOC) (25): 32.
  5. Кун Л. Всеобщая история физической культуры и спорта. — М.: Радуга, 1982. — С.240-241.
  6. Olympic Games Amsterdam 1928 — The medal URL at 8/28/2008
  7. Olympic Games Athens 2004 — The medal URL at 8/28/2008
  8. Золотая медаль Олимпиады стоит 216 долларов 2009 йыл 26 апрель архивланған.
  9. Медали и… ножницы. // «Советский спорт». — № 260 (11279), 11 ноября 1984. — С. 4.