Ут

(Огонь битенән йүнәлтелде)

Ут — күҙгә күренгән диапозонда нурланыш менән барған интенсив окислашыу процессы. Тар мәғәнәлә — ҡыҙған газдар йәки плазма йыйылмаһы.

  • Уттың килеп сығыу сәбәптәре төрлө. Ҡайһы берҙәре: яныусы материалды билдәле бер нөктәге тиклем йылытыу;
  • химик реакция (шартлау);
  • юғары көсөргәнешле токтың яныусы матдәгә ҡағылыуы.
Ут

Ут яныу процессының төп фазаһы һәм башҡа яныусы материалдар менән яҡын булһа үҙенән үҙе тарала. Ғәмәлдә ут температураһы яныуҙа ҡатнашҡан материалдар менән бәйле. Химик матдәләрҙеү ялҡынһыҙ яныуы ла билдәле. Яныу температураһы яныуҙы барлыҡҡа килтергән ут сығанағана, яныу процессында ҡатнашҡан материалдар, һауа баҫымына бәйле. Ялҡын төҫө яныусы материалға һәм яғыулыҡтың таҙалығына бәйле (мәҫәлән, шәм янғанда йәки усаҡ янғанда углекислый газ булған осраҡта һары-ҡыҙыл төҫ менән, углерод аҙыраҡ булғанда — ҡыҙыл төҫтә, иң таҙаһы — зәңгәр төҫтә).

Ут янһын өсөн өс компонент булыуы мөһим: яныусы яғыулыҡ, окислаусы һәм температура. Бик күп матдәләр яғыулыҡ була ала (аҫтараҡ ҡарағыҙ). Окислаусы ролендә йыш ҡына кислород була, әммә башҡа элементтра ҙа булыуы мөмкин, мәҫәлән, хлор йәки фтор. Бик ҡыҙыҡ күренеш, фтор атмосфераһында һыу тоноҡ ҡына миләүшә төҫөндә яна, яғыулыҡ урынында һыу, яныу процессында кислород бүленеп сыға. Башҡа һүҙ менән әйткәндә, окислаусы булмайынса яғыулыҡ яна алмай. Әгәр есемде йылытһаҡ, молекулалар араһындағы бәйленеш тарҡалалып яныусы компонентар барлыҡҡа килә. Мәҫәлән ағасты һауа индермәй йылытһаҡ, ул башта ағас күмеренә һәм ыҫмалаға тарҡала, артабан яныусы углеводородтар газдарға тарҡала. Ут өсөн өсөнсө компонент — температура, ул окислитель һәм яғыулыҡ үҙенсәләге менән билдәләнә. Мәҫәлән, шыйыҡландырылған кислородта үтә түбән температурала быҫҡып яна, әммә газ хәлендәге кислородта, киреһенсә тоҡанып бик тиҙ яна. Шулай итеп, өс фактоҙың берәүһе генә етмәһә лә, ут булыуы мөмкин түгел.

Химиик матдәләр юғары температурала айырылып сыҡҡан ион һәм атомдары менән ялҡын төҫөн буяйҙар.

Ялҡын төҫө (йәйә эсендә яныусы матдә):

  • Аҡ (алюминий, титан)
  • Һары (натрий тоҙҙары)
  • ҡыҙғылт һары (үҙағас)
  • Ҡыҙыл(литий, кальций)
  • Зәңгәр (углерод, тәбиғи газ)
  • Күк (селен)
  • Миләүшә-ҡыҙыл(калий)
  • Йәшел (баҡыр, молибден, фосфор, барий, сурьма)
  • Зәңгәр-йәшел (бор)

Б. Ф. Поршнев фаразлауы буйынса утты иртә палеолит осоронда таш эшкәртеү ысулын үҙләштергәндә асҡандар. Синантроп ут менән файҙаланғаны билдәле. Иң тәүҙә осоусы бөжәктәрҙе ут төтөнө менәен ҡыуғандар, һуңыраҡ ҡына уттың кулинар мөмкинлектәрен өйрәнгәндәр: аҙыҡты төтөндә ыҫлағандар, һуңыраҡ асыҡ утта йәки мейес көлдөндә ҡыҙҙырғандар, неолит осоронда (керамик һауыттар етештереүҙе үҙләштергәс) һыуҙа бешерә башлағандар. Кулирания функцияһынан башҡа уттың йылытыу һәм яҡтыртыу функцияһы булыуы ла билдәле. Ут усаҡ булараҡ тәү тормош кешеләренең йәмғиәтен ойоштороуға (йыш ҡына дини һаҙаттар менән) һәм милек туплау һәләтен (фольлорҙа «ут урлау» сюжеттары) барлыҡҡа килтереүгә булышлыҡ итә. Шулай уғ неолит осронда ут балсыҡ яндырыуҙа, металл эретеүҙә, сәсәеүлек майһанын таҙартыуҙа файҙаланыла. Цивилизация үҙешкәс ут ҡорал булараҡ (грек уты, ҡыҙҙырылған ядро, ут атҡыс, Молотов коктейлы) һәм мәғлүмәт тапшырыу сараһы (оптик телеграф) булараҡ файҙаланыла.

Ут табыу ысулдары

үҙгәртергә
 
Ышҡып ут табыу ысулы

Тәү тормош кешеләре түбәндәге ут табыу ысулдарын ҡулланған:

  1. Ышҡыу. Был ысул буйынса йомшаҡ ағас ҡаты ағасҡа ышҡыла. Әгәр ҡаты ағасты йомшаҡ ағас улағында ышҡығанса, ут тиҙерәк табыла.
  2. Быраулау. Ҡаты ағасты йомшаҡ ағас тишегендә ҡул менән әйләндергәндә ҡыҙып ут сыға.
  3. Ташты ташҡа бәргәндә осҡон сыға. Ут тоҡанып китһен өсөн ағас сөрөгө әҙерләп ҡуйғандар.
  4. Электричество (йәшен). Кешеләр йәшендән сыҡҡан уттан файҙалана башлаған тигән фараз бар. Шулай уҡ ер аҫтынан сыҡҡан тәбиғи газға йәшен һуғып ут сығыуы мөмкин.

Көнкүрештә әһәмиәте

үҙгәртергә

Яҡтыртыу, йылытыу, ашарға әҙерләү, ҡырағай хайуандарҙан һаҡлау, шартлы сигналдар тапшырыу кеүек әһәмиәтлелеге булған өсөн ут менән тәү тормош кешеләре ҡулларған һәм төрлө ут табыу ысулдарын уйлап тапҡан. Беренсе ҡулланылған ут сығанағы йәшендән янып киткәр ағас тип фаразларға була (тәбиғәт, һауа торошо шарттарын иҫәпкә алып йәшен ағастарҙы һирәк атҡан). Ағасты ағасҡа ышҡып ут табыу ысулы әһәмиәтле булмаған, ут табыу ысулын камиллаштырыу өсөн ағас,бәшмәк сөрөгөн ҡуллана башлағандар. Ҡайһы бер урындарҙа ут табыу өсөн кремни таштарын бер береһенә бәреп ут алғандар. Утты һаҡлау өсөн усаҡты һүндермәй яғынлыҡ өҫтәп торғандар.

Катализ тип аталған химик юл менән ут табыу ысулын немец химигы Дёберейнер асҡан. Уның нигеҙендә көнкүрештә ҡулланылмай торғын саҡматаш тигән прибор эшләнә, был аппараттың бер төрө Кипп аппарататы тип атала.

Артабан шырпы уйлап табалар, бензин һәм газ зажигалкаларын файһалана башлайҙар.

Ут диндә

үҙгәртергә
 
И. И. Соколов «Ночь на Ивана Купалу», 1856 йыл

Мифологияла[1] ут ҙур урынды алып тора. Боронғо грек,боронғо Рим мифологияларында бер нисә персонаж (Гефест, Прометей, Веста, Гестия һәм башҡалар) аллалаштырылған була. Һинд мифологияһында ут аллаһы Агни исемле була, кельт мифологияһында Бригид тигән ут аллаһы була. Зороастризмда ут ғәҙеллек аллаһы ролендә була. Төньяҡ халыҡтарында ут «әсә», «хужабикә» кеүек ҡатын-ҡыҙ образында, яҡут һәм бүрәттәрҙә «хужа» ир кеше сифатында сағылыш таба. Урта быуат мистизмендә саламандра тигән уттың йәне булған тип һүрәтләнә. Иҫке стильдәге православтарҙа Пасхағы Иерусалимдә «изге ут» ҡабыҙыу йолаһы бар.

Һыу, ер, һауа менән бер рәттән ут антик философияла, шулай уҡ Гераклидта һәм алхимияла тәүге дүрт элементтың береһе булып иҫәпләнә. Көнбайыш астрологияһында ут элементы утлы зодиак билдәләре менән бәйләнгән. Ҡытай философияҙында ут Марс менән бәйләнгән элемент.

Төрлө халыҡтарҙа ут менән бәйле сихри көскә эйә булған төрлө бетеү осратырға мөмкин.

Күҙәтеүһеҙ яныу процессы

үҙгәртергә

Янғын — ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында яныу процессы контролдә тотолмаған яныу урыны. Янғын уты менән генә зарарлы түгел, шулай уҡ яныу продукттары ла бик зарарлы. Янғын яныусы матдәләр, яғыулыҡ һәм окислитель булған теләһә ниндәй урында булыуы мөмкин. Шарлау һәм ут төртөүҙән дә янғын сыға.


Яндырыуға бусар ителгән күренекле кешеләр

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Опасный дар. Частный Корреспондент. chaskor.ru (29 ноябрь 2008). Архивировано 24 август 2011 года. 2009 йыл 10 сентябрь архивланған.