Һауа торошо
Һауа торошо — билдәле бер ваҡытта теге йәки был киңлек нөктәһендә күҙәтелгән метеорологик элементтар һәм атмосфера күренештәренең торошо. Һауа торошо төшөнсәһе — ағымдағы атмосфера торошона ҡарай. «Климат» атмосфераның оҙайлы ваҡыттағы торошон белдерә. Һауа торошо термины менән ерҙәге һауа торошон да аңлаталар. Һауа күренеше түбәнге ҡатламда (тропосфера) һәм ер өҫтөндәге барлыҡ һыу ҡатламында (гидросфера) билдәләнә. Һауа торошон атмосфера баҫымы, температураһы һәм дымлылығы һәм елдең көсө, йүнәлеше, болотлолоҡ, яуым-төшөм, томан, буран, йәшен һәм башҡа метереологик элементтар менән һүрәтләргә була. Һауа торошо өҙлөкһөҙ үҙгәреп тора, был үҙгәреште бер нисә көн арыһында ғына түгел, хатта бер нисә минут эсендә лә тойорға була. Үҙгәреп тороу төрлөсә була, мәҫәлән ваҡыт-ваҡыт үҙгәреп торғаны даими характерҙа була, сөнки ул ерҙең үҙ күсәрендәге әйләнешенә (тәүлек үҙгәреше) һәм ҡояш тирәләй (йыллыҡ үҙгәреш) әйләнешкә бәйле.
Ер өҫтөндәге тәүлек үҙгәреше нығыраҡ һиҙелә, сөнки ул ер өҫтөндәге температураның үҙгәрешенә, ә ҡалған метеорологик элементтар һауа температураһына бәйле. Йылылыҡ үҙгәрештәре миҙгел алышыныуында сағыла. Тропик булмаған киңлектәрҙә нығыраҡ һиҙелгән периодик булмаған үҙгәрештәр, атмосфера циркуляцияһы һауа массаларының күсеүе менән билдәләнә. Периодик һәм периодик булмаған үҙгәрештәр фазаһының тура килмәүе, һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүенә килтерә. Һауа массаларын ерҙең бер өлкәһенән икенсеһенә күсергәндә, улар үҙҙәренә хас булған һауа торошон да күсерә. Юғары булғанда, һауа торошоноң периодик булмаған үҙгәрештәре кәмей. Авиация өсөн ағым йүнәлеше менән бәйле ҡапыл көсәйгән ел иҫәбе һәм турбулентлыҡ мөһим.[1].
Сәбәптәре
үҙгәртергәЕрҙәге ғәҙәти һауа күренеше — ел, болот, яуым-төшөм (ямғыр, ҡар, борсаҡ һ.б.), томан, йәшен, саң бураны һәм буран. Һирәк һауа күренешенә стихиялы афәт: ҡойон һәм дауыл инә. Бөтә һауа күренештәре лә Тропосферала (ерҙең аҫҡы ҡатламы) килеп сыға. Һауа массаларының физик үҙенсәлектәрендәге айырма ҡояш нурҙарының нисек төшөүенә бәйле. Арктик һәм тропик һауа араһындағы температураның ҙур айырмаһы Юғары йүнәлеш ағымы менән бәйле.
Уртаса киңлектәрҙә, тропик булмаған циклон кеүек, барлыҡҡа килгән бар ҡатламы, ҡағиҙә булараҡ, юғары ағым йүнәлешендә планетар Россби тулҡындарының үҫеше һөҙөмтәһендә килеп сыға. Һауа торошоноң үҙгәреүенә төп сәбәп булған был ҡатлам ағым йүнәлешенең тотороҡһоҙлоғо арҡаһында сериялап килә. Ерҙең әйләнеү күсәре уның орбитаһы яҫылығына ҡарай ауышлығы арҡаһында, ҡояш нурҙарының төшөү мөйөшө йыл миҙгеленә бәйле. Уртаса ер өҫтөндәге температура йыл әйләнәһенә ±40 °C тирәһе була. Орбитаның параметрҙары үҙгәреүе, күсәрҙең ауышлығы һәм Ер әйләнешенең мөйөш тиҙлеге ҡояш энергияһының иҫәбенә һәм планета буйлап бүленеүенә тәьҫир итә. Был климаттың оҙайлы ваҡытҡа үҙгәреүенә килтерә. Ер өҫтөндә температураның айырмалығы, үҙ сиратында, атмосфера баҫымы майҙанында төрлөлөк булдыра. Эҫе ер өҫтө ундағы һауаны йылыта, уны киңәйтә, һауаның баҫымын һәм тығыҙлығын кәметә.
Атмосфера — ҡатмарлы система. Шуға күрә уның бер өлөшөндәге бәләкәй генә үҙгәреш тә бөтә системаға йоғонто яһауы бар. Кешелек тарихында һәр ваҡытта ла һауа торошо менән идара итергә тырышҡан. Ауыл хужалығы һәм сәнәғәт кеүек кеше эшмәкәрлеге ниндәйҙер дәржәлә һауа торошона тәьҫир итә.
Яуым-төшөм барлыҡҡа килеүе
үҙгәртергәБолоттар бәләкәй генә тамсыларҙан йәки боҙ кристалдарынан тора. Улар шул тиклем бәләкәй, хатта ауырлыҡ көсө аҫтында ла яй ғына төшә. Улар ҙурайып, ауырая башлаһа, тиҙерәк төшә һәм болоттан ямғыр йәки ҡар яуа. Һәр болотта һыу пары ҡуйы хәлдә була. Әгәр улай булмаһа, тамсыларҙан торған болот, парға әйләнеп, юҡҡа сығыр ине. Яуым-төшөм болоттан яуа. Боҙҙоң үҙенә һыуҙы тартыу көсө булғанлыҡтан, кристалдар яйлап үҫә һәм ҡар бөртөгөнә әйләнә. Тропосферала юғарыраҡ күтәрелгән һайын һауа температураһы түбәнәйә һәм бер нисә саҡрым бейеклектә һәр ваҡыт һыуыҡ була. Шуға күрә һәр йәйге ямғыр ҡар кеүек башланып китә һәм бары тик түбәнге йылы ҡатламға барып еткәс кенә, ҡар бөртөктәре иреп, ямғыр тамсыһына әйләнә. .[2]
Һауа массаларының хәрәкәте
үҙгәртергәҺауа өҙлөкһөҙ хәрәкәттә, бигерәк тә циклондарҙың һәм антициклондарҙың эшмәкәрлеге арҡаһында. Йылы райондан һыуығыраҡ районға хәрәкәт итеүсе «йылы һауа ағымы», үҙе менән бергә көтөлмәгән йылылыҡ килтерә. Был ваҡытта хәрәкәт итеүсе һауа массаһы һыуығыраҡ ер өҫтө менән бәрелештә аҫтан һыуына һәм ергә тейгән һауа ҡатламы өҫкө ҡатламға ҡарағанда хатта һыуығыраҡ та булыуы ихтимал. Аҫтан килгән йылы һауа массаһының һыуыныуы, иң аҫҡы һауа ҡатламында һыу парының тупланыуына килтерә. Һөҙөмтәлә болот килеп сыға һәм яуым-төшөм була. Был болоттар ныҡ юғарыла урынлашмай. Йыш ҡына ергә тиклем төшөп, томан барлыҡҡа килтерә. Йылы һауа массаһының түбәнге ҡатламында йылы була һәм боҙ кристалдары булмай. Шуға күрә улар мул яуым-төшөм бирә алмай, бары тик ҡайһы бер осраҡта ғына ваҡ, быҫҡаҡ ямғыр яуа. Йылы һауа массаһының болото бөтә күк йөҙөн тигеҙ япма менән баҫып ала. Ул ваҡытта уларҙы ҡатлы-ҡатлы болоттар тип, ә инде тулҡынлы ҡатлам менән уратып алһа, ҡуйы-ҡатлаулы болоттар тип атайҙар. «Һыуыҡ һауа массаһы» һыуыҡ райондан йылыраҡ районға хәрәкәт итә һәм үҙе менән һыуыҡ килтерә. Хәрәкәт итеү барышында ул аҫтан өҙлөкһөҙ йылына. Йылынған ваҡытта тупланыу түгел, ә булған болоттар һәм томан таралырға тейеш. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, күк йөҙө болотло була, бары тик болоттар икенсе төрлө сәбәптәр менән туплана. Йылынған ваҡытта бөтә есемдәр ҙә йылына һәм тығыҙлығы кәмей. Шуға күрә иң аҫҡы һауа ҡатламы йылынған һәм киңәйгән ваҡытта ул еңелерәк була. Һауа торошо, һәр башҡа газ кеүек, ҡыҫҡан саҡта йылына, киңәйгәндә һыуына. Һыуыҡ һауа массаларының болоттары ҡуйы һәм ҡуйы-ямғырлы тип атала. Улар бер ваҡытта ла ергә тиклем төшөп етмәй һәм томанға әйләнмәй, бөтә күк йөҙөн ҡапламай. Бындай болоттарҙа күтәрелгән һауа ағымы үҙ артынан һәр саҡта ла боҙ кристалдары булған ҡатламға һыу тамсылырын эйәртә. Был ваҡытта болоттар «төҫлө кәбеҫтә» формаһын юғалта һәм ҡуйы-ямғырлы болоттарға әйләнә. Ошо ваҡыттан алып, болоттарҙан яуым-төшөм яуа. Улар көслө булһа ла, бәләкәй булғанлыҡтан, ҡыҫҡа ваҡытлы. Шуға күрә һыуыҡ һауа массаларының һауа торошо тотороҡло түгел[2].
Атмосфера фронты
үҙгәртергәТөрлө һауа массалары сигенең тоташыуын атмосфера фронты тип атайҙар. Синоптик картала был сик һыҙыҡ булып күренә, уны метеорологтар «фронт һыҙығы» тип йөрөтә. Һыуыҡ һәм йылы һауа массалары араһындағы сик горизонталь рәүештә һәм һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә булып фронт һыҙығына ауышҡан. Һыуыҡ һауа уның аҫтында, ә йылыһы өҫтөндә урынлашҡан. Һауа массалары һәр ваҡытта ла хәрәкәттә булғанлыҡтан, улар араһындағы сик тә гел күсеп тора. Бында ҡыҙыҡлы үҙенсәлек тә бар: һауа баҫымы түбән булған өлкәнең уртаһынан мотлаҡ фронт һыҙығы үтә, ә һауа баҫымы юғары булған ерҙә был һыҙыҡ бер ҡасан да булмай. Йылы фронт йылы һауа массаһының алға барыуынан, һыуығының артҡа сигеүенән барлыҡҡа килә. Йылы һауа еңел булғанлыҡтан һыуыҡ һауаны ҡаплап ала. Һауаның күтәрелеүе уның һыуыныуына килтергәнлектән, фронт һыҙығы өҫтөндә болоттар барлыҡҡа килә. Был һауа өҫкә яй күтәрелә, шуға күрә, йылы фронттың болото ҡыйғас-ҡатлаулы пәрҙәнән һәм киңлеге бер нисә йөҙ метр, оҙонлоғо ҡайһы саҡта меңәр саҡрымға һуҙылған бейек ҡатлаулы болоттан тора. Фронт һыҙығы алдындағы болоттар ни тиклем алыҫыраҡ, шул тиклем бейегерәк һәм йоҡағыраҡ була. Һыуыҡ фронт йылы һауа яғына хәрәкәт итә. Был осраҡта һыуыҡ һауа йылы һауа аҫтына инә. Һыуыҡ фронттың түбәнге өлөшө ер өҫтөнә ышҡылғанлыҡтан, өҫкөһөнән артҡа ҡала, шуға күрә фронт өҫтө алға сығып тора [2]
Атмосфера өйөрмәһе
үҙгәртергәЦиклон һәм антициклондарҙың үҫеше, күсеп йөрөүе һауа массаларының ҙур ғына араға күсеүенә һәм һауа торошоноң ел йүнәлешенә, тиҙлегенә, яуым-төшөмдөң кәмеүенә йә артыуына бәйле даими булмаған үҙгәрешенә килтерә. Цикло́н – бик ҙур, диаметры йөҙәр саҡрымдан алып меңәр саҡрымдарғаса һуҙылған, үҙәктә атмосфера баҫымы түбән булған ҡойон-өйөрмәһе. Циклондар тропик булмаған һәм тропикка бүленә. Тропик циклондар (тайфун йәки икенсе төрлө диңгеҙ ҡойоно) айырым үҙенсәлеккә эйә һәм бик һирәк барлыҡҡа килә. Улар тропик киңлектәрҙә осрай һәм бәләкәй дәүмәлле (йөҙ, һирәк осраҡта мең саҡрымдан күберәк), әммә ҙур бар градиенттары һәм ел тиҙлеге дауыл кеүек була. Тропик циклондар үҫеш процессы барышында тропик булмаған циклонға ла әүерелергә мөмкин. Тропик булмаған циклон башлыса, атмофера фронттарында, йыш ҡына субполяр райондарҙа барлыҡҡа килә һәм һауа торошо үҙгәрешенә ҙур йоғонто яһай. Был циклонға болотло һәм ямғырлы һауа торошо хас. Циклондың үҙәгендә яуым-төшөм йышыраҡ һәм болоттар ҡуйыраҡ була. Антициклон – атмосфера баҫымы юғары булған өлкә. Был циклонда һауа торошо аяҙ һәм аҙ болотло була. [3] [4] [5] Һауа торошоноң үҙгәрешенә шулай уҡ ҙур булмаған ҡойондар, тромбтар, торнадалар ҙа йоғонто яһай.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Погода — БСЭ — Яндекс.Словари . Архивировано 15 май 2013 года. 2014 йыл 18 август архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Детская энциклопедия. Том 1. Земля. — М. Издательство Академии педагогических наук. М. 1958
- ↑ Циклон (географич.) // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ циклонГоркин, А. П. (Гл. Ред.). География: Современная иллюстрированная энциклопедия. — Росмэн, 2006. — 624 с. — ISBN 5353024435.
- ↑ Антициклон — БСЭ — Яндекс.Словари .(недоступная ссылка)