Байрасова Киҫәнбикә
Киҫәнбикә Байрасова (Киҫәкбикә; уның Хөсәнбикә исемле булыуы ла ихтимал) — 1679 йылда Дыуан улусында донъяға килгән[1]. Ҡатай улусына кейәүгә бирелә һәм Һаҡҡол ауылында тормош итә.
Киҫәнбикә Байрасова | |
татар. Киcәнбикә Байрасова | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Дыуан улусы, |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны | |
Подданлығы | |
Төрлөһө |
Милләт: башҡорт |
Уның исеме Свердловск өлкәһенең Дәүләт архивында һаҡланған «Фонд № 24» тип аталған төпләнмәгә ингән рус генералдары фармандары аша бөгөнгө тарих өйрәнеүселәргә мәғлүм булған.[2]
Тормош юлы һәм ҡаһарманлығы
үҙгәртергә1736 йылда Уралда башҡорт ерҙәре күпләп тартып алыныу сәбәпле башҡорттар баш күтәрә. Каратель отрядтары был сығыштарҙы аяуһыҙ баҫтыра.
Ырымбур, Силәбе, Ҡурған төбәктәрендә башҡорттарҙы көсләп суҡындырыу башланған, суҡындырып, хатта урта хәлле генә кешеләрҙе лә хеҙмәтселеккә (ҡоллоҡҡа) биргәндәр. 60 йәшлек Киҫәнбикәне лә Екатеринбургҡа килтереп, көсләп суҡындыралар, Катерина тигән исем тағалар һәм Кириак Кондратьевич тигән бер бәндәгә хеҙмәтселеккә бирәләр. Көсләп сиркәүгә йөрөтөүҙәренә түҙмәй, ул тәүге йәйҙә үк ҡасып китә. Уның менән бергә Татищев тигән байға хеҙмәтсе итеп бирелгән бер башҡорт ҡыҙы ла ҡаса. Мәгәр ҡалала уларҙы тиҙ үк тоталар һәм сыбыҡ менән һуҡтыралар.
Әммә ул йәнә Иван Зорин тигән бәндәлә ҡоллоҡтағы икенсе башҡорт ҡатыны менән ҡасып китә. Уларҙы йәнә тоталар һәм хужаларына кире ҡайтаралар. Был юлы сыбыҡлап ҡына ҡалмай, ҡамсылайҙар.
1738 йылдың сентябрендә Киҫәнбикә өсөнсө тапҡыр ҡасып китә. Иҫәт йылғаһын йөҙөп сығып, ул ауылдан-ауылға һуғылып, тыуған ауылы Һаҡауылға ҡайта. Улы Биксәнтәй менән ауылдаштарын хәүефкә дусар итмәҫ өсөн ул Урал тауҙары яғына сығып китә. Ул Манҙар исемле башҡорт старшинаһына килеп ялланып, бер ай самаһы йәшәй. Мәгәр тегеһе уның суҡындырылған икәнен белеп ҡала һәм кире китеп, властарға баш һалырға ҡуша һәм хатта уның артынан оҙатма-хат яҙып ебәрә. Тик ирек һөйөүсән ҡатын был хатты йыртып ташлай һәм Екатеринбургҡа түгел, Дыуан улусына барып, шунда бер туған ағаһы Разге (Ураҙғы? Ураҙғол?) Байрасовта ике төн йоҡлай. Әммә Мәхмүт абыҙ Мәмәдәлин белеп ҡалып, ҡулға алдыра һәм власҡа тоғро кешеләр һағы аҫтында Екатеринбургка оҙата.
Екатеринбургта уны шунда уҡ һаҡ аҫтына алып, Тау заводы кансәләрендә һорау ала башлайҙар. Һорау алғанда ул үҙенең сығышы башҡорт тип әйткән, исеме "Кисякбика Байрясова дочь"[3].
1649 йылда уҡ әле "Собор Уложениеһы"нда суҡындырылғас Исламға кире ҡайтҡан кешене яндырырға тигән положение ҡабул ителгән булған. 1728 йылдың 12 сентябрендә Императрица шул уҡ Уложениены көсөндә ҡалдыра. Шул документҡа ярашлы, суҡындырылғандан һуң кире Исламға ҡайтҡан ҡатын тураһында Императрицаға хәбәр итәләр һәм ул шунда уҡ үлем язаһы бирергә тигән ҡарар сығара.
Үлем язаһы
үҙгәртергә«По Указу Ее Императорского Величества… оной башкирке за три побега и что она, будучи в бегах, крещенная, обасурманилась, учинить смертную казнь — сожечь», — тип әйтелә 1739 йылдың 8 февралендә сығарылған фарманда. Ә шул уҡ йылдың 14 мартында генерал Самойлов ошондай фарман сығарып, был ваҡиғаға дәһшәтле нөктә ҡуя: «Пойманную башкирку, которая была крещена и дано ей имя Катерина, за три побега и что она, оставя Закон Христианский, обасурманилась, за оное извольте приказать на страх другим казнить смертию — сжечь, дабы впредь, на то смотря, другие казнились».[4] . Бер айҙан саҡ ҡына күберәк үткәс, 1739 йылдың 30 апрелендә Киҫәнбикә Байрасова Екатеринбургтың үҙәк майҙанында тереләй яндырыла[5][6].
Сәнғәттә
үҙгәртергәБашҡорт яҙыусыһы Бураҡаева М. С. "Киҫәкбикә" хикәйәһен яҙған. Драматург Михаил Башкиров хикәйә нигеҙендә пьеса яҙа. Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры (театр-концерт берләшмәһе составында) ошо картаның инсценировкаһын сәхнәләштерә. М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә "Киҫәкбикә" спектакленең премьераһы ҙур уңыш менән үтте тип хәбәр итә Башинформ агентлығы.[7]
Шаулап үткән премьеранан һуң спектаклде күрһәтеү тыйылған. Театр артистары хәбәр итеүенсә, постановканы тыйыу тураһындағы указ Башҡортостан Республиканың мәҙәниәт министрынан килгән.[8][9]
Мәҡәләләр һәм нәфис әҫәрҙәр
үҙгәртергә- Последний официальный костер в России был сложен для человека в 1739 году 2021 йыл 30 апрель архивланған.
- 18.10.2016 Денис Ғилманов. Силәбе башҡорттарына ҡуҙ өләшеп... 2017 йыл 24 апрель архивланған.
- Лариса Абдуллина, Киҫәнбикәгә һәйкәл. — «Йәшлек», 2017,6 апрель
- Салауат Әбүзәр. Ағиҙел журналы, 10-сы һан, 2018 йыл. Кисенбикә юлы 2021 йыл 30 апрель архивланған., повесть.
- * М. Бураҡаева. Киҫәкбикә (хикәйә) (баш.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Өс башҡорт ҡатын-ҡыҙы 2022 йыл 26 апрель архивланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://book.uraic.ru/elib/Authors/korepanov/Sait3/111b2.html
- ↑ ГАСО. Ф.24. Оп.1. Д.818, стр.243-245 А. Н. Старостин. Ислам в Свердловской области. — М.: Логос, 2007. — 144 с.
- ↑ 1738 г., декабря 14. Запись допроса полонянки Кисякбики Байрясовой (Катерины) в Канцелярии Главного правления заводов о побегах из Екатеринбурга.
- ↑ (ГАСО. Ф.24. Оп.1. Д.818. Стр.243-245)
- ↑ Ислам на Урале. Энциклопедический словарь. — М.-Н. Новгород: ИД «Медина». — С. 54.
- ↑ Старостин, 2007, с. 28
- ↑ Башинформ. 27 сентября 2021
- ↑ ИА IslamNews
- ↑ Спектакль о женщине, которую насильно крестили и сожгли за возвращение в ислам, отменили в Башкирии
Әҙәбиәт
үҙгәртергәГАСО. Ф.24. Оп.1. Д.818, стр.243-245 А. Н. Старостин. Ислам в Свердловской области. — М.: Логос, 2007. — 144 с. — (Ислам в России / Под ред. проф. А. В. Малашенко). — ISBN 978-5-98704-268-2. — С.28.