Обухов заводы
АО «ГОЗ Обухов заводы» — рәсәй предприятиеһы, эре металлургия һәм машиналар эшләү заводы, Санкт-Петербург ҡалаһында урынлашҡан. Шулай уҡ Обухов ҡорос ҡойоу заводы һәм «Большевик» Ленинград дәүләт заводы.
Обухов заводы | |
Тармаҡ | машиналар эшләү |
---|---|
Нигеҙләү датаһы | 1863[1][2] |
Нигеҙләүсе | Павел Матвеевич Обухов[d][1] һәм Путилов, Николай Иванович[d] |
Дәүләт | Рәсәй |
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы | акционерҙар йәмғиәте |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Алмаз-Антей[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Санкт-Петербург, Рәсәй |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | goz.ru |
Обухов заводы Викимилектә |
Обухов заводы | |
Тип |
{{{тип}}} |
---|---|
Нигеҙләнгән йыл | |
Наградарары | |
Сайт |
Тарих
үҙгәртергәЗаводҡа нигеҙ 1863 йылдың 4 майында (16 май) Рәсәй империяһының Шлиссельбург трактындағы Александровский ауылында П М. Обухов, Н. И. Путилов һәм С. Г. Кудрявцев ширҡәтенең Диңгеҙ министрлығы менән килешеү төҙөү арҡаһында һалынған.
1864 йылдың ноябрендә император Александр I заводтың начальнигы итеп офицер (капитан-лейтенант) А. А. Колокольцовты тәғәйенләй. 1870-се йылдар башында Обухов ҡорос ҡойоу заводы ҡорал етештереү буйынса донъя кимәленә сыға. Колокольцов хеҙмәттәшлеккә билдәле ғалим-металлург Д. К. Черновты йәлеп итә, шуның өсөн тейешле лаборатория һәм производство базаһы булдырыла. Рәсәйҙә тәүге тапҡыр заводта конвертор һәм мартен мейестәре эшләй башлай.
1884 йылда Обухов заводы Рәсәйҙә торпедалар етештереү буйынса әйҙәүсе завод була.
1895 йылда инженер А. А. Ржешотарский Рәсәй империяһы предприятиеһында тәүге металлография лабораторияһын булдыра[3].
1886 йылда ҡаҙна Обухов заводын һатып алған.
Обухов заводы Рәсәй империяһының техник яҡтан иң алдынғы предприятиеларының береһе була. Заводта 20 сорт ҡорос, караптар өсөн броня, артиллерия башнялары ҡоролмалары, төрлө калибрлы пушкалар, снарядтар, миналар, ҡорос, суйын һәм баҡыр ҡойолмалар, пароход коленчатый валдары, хирургия һәм чертеж инструменттары, ҡорос мылтыҡ олондары һәм винтовкалар өсөн магазиндар коробкаһы, Рәсәй тимер юлдарының хәрәкәтсән составтары өсөн тәгәрмәстәр, күсәрҙәр, шиндар һәм башҡалар етештерелгән.
1886 йылда Обухов заводы А. Ф. Можайский самолеты өсөн ике двигатель эшләргә заказ ала. 1890-сы йылдар башынан алып заводта артиллерия снарядтары һәм броненосецтарҙы көпләү өсөн броня табаҡтар (листы) етештереү башлана.
Завод Бөтә Рәсәй һәм сит илдәр күргәҙмәләрендә әүҙем ҡатнаша: Париж — 1867 йылда, Бөтә Рәсәй Санкт-Петербург — 1870 йылда, Мәскәү — 1872 йыл, Вена — 1873 йылда, Филадельфия — 1876 йылда, Новгород — 1896 йылда ҡатнаша Был күргәҙмәләрҙең бөтәһендә лә завод продукцияһы юғары наградаларға эйә була.
1901 йылдың майында заводта эре стачка була, ул ғәскәр һәм полиция менән бәрелешкә әйләнә (Обухов оборонаһы).
1904 йылда Обухов заводына Александровский ҡорос ҡойоү һәм рельстар ҡойоу (рельсопрокатный) заводы ҡушыла. 1905 йылда заводта оптик оҫтахана булдырыла, унда төп оптик приборҙар: прицел(төбәп тоҫҡау), стереотруба, панорама, призматик биноклдәр — ештереү үҙләштерелә.
1905 йылғы революция ваҡытында завод Петербургта беренсе булып 8-сәғәтлек эш көнө индерә.
1908 йылда император Николай II указына ярашлы диңгеҙ министрлығына ҡараған башҡа заводтар (Ижора, Адмиралтейский һәм Балтик) менән бергә рус флоты үҫешенә индергән өлөшө өсөн завод үҙенең флагын булдырыу хоҡуғына лайыҡ була.
1900 йылда заводта 4000 тирәһе кеше эшләгән, ә 1914 йылда — 10 266 кеше булған инде.
1917 йылда революция ваҡытында заводтаҙур ҡыҙыл гвардия отряды төҙөлгән.
1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң, 1918 йылда завод начальнигы эштән ситләтелә, ә завод менән идара итеү өсөн махсус комиссия төҙөлә һәм был комиссия 1920 йылға тиклем завод менән идара итә. Әммә 1917 йылдың 22 декабрендә Обухов заводы туҡтай, ә 1918 йылдың 28 ғинуарында булған бөтә эшселәр таратыла. 3 йыл тирәһе завод эшләмәй тора.
1922 йылдың 4 ноябрендәге Петросоветтың ҡарарына ярашлы Обухов заводының исеме «Большевик» дәүләт ҡорал оптика һәм ҡорос ҡойоу заводы тип үҙгәртелә. Заводта беренсе совет тракторҙары һәм тәүге[4] танктар эшләнә.
1924 йылда «Большевик» заводында танк төҙөүсе-энтузиастар төркөмө барлыҡҡа килә, һуңынан ул тәжрибә-конструкторлыҡ машиналар бүлеге (ОКМО) тип атала.
1932 йылда ОКМО һәм танк етештереү производствоһы «К. Е. Ворошилов исемендәге № 174 Ленинград дәүләт заводы)дәге һәм «С. М. Киров исемендәге № 185 Ленинград машиналар эшләү тәжрибә заводына» әйләнә.
1992 йылда заводҡа тәүге исеме ҡайтарыла — ФГУП «Дәүләт Обухов заводы». 2003 йылда был исем үҙгәртелә һәм ААО «ФГУП Обухов заводы» тип атала.
Әлеге ваҡытта завод (РФ Президентының 2002 йылғы указына ярашлы) ВКО «Алмаз-Антей» Концернына инә.
Обухов заводында «Обуховец» (Мурзинка) футбол командаһы бар, ул 1912 йылда нигеҙләнгән. Революциянан һуң завод һәм ундағы футбол командаһы ла «Большевик» тип атала. 1971 йылда «Большевик» заводы хеҙмәткәрҙәре өсөн спорт һарайы төҙөлә, ул «Спартак» баҡсаһында урынлашҡан[5]. «Большевик» спорт клубы эшләп торған. 2014 йылда «Алмаз-Антей» концернының төньяҡ-көнбайыш төбәк үҙәге ҡарары буйынса «Алмаз-Антей» футбол клубы ойошторола (унда балалар-үҫмерҙәр бүлеге булдырыла), КАД-ты төҙөгән саҡта бөтөрөлгән «Обуховец» стадионы[6] эргәһендәге спорткомплекс составында футбол яланы һәм яңы стадион 2014 йылда асыла[7][8].
Продукция
үҙгәртергәОбухов заводы Рәсәй Һауа көстәре өсөн команда пункттарын эшләп сығара:
- 15В52 РТ-2 ракета комплекстары өсөн
- 15В52У МР УР-100, УР-100Н, РТ-23 УТТХ ракета комплекстары өсөн
- 15В155 H-36М2 ракета комплекстары өсөн
- 15В222 РТ-2ПМ2 ракета комплекстары өсөн
- 15В242 РС-24 ракета комплекстары өсөн
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Обуховский сталелитейный завод (урыҫ) // Военная энциклопедия — СПб.: Иван Дмитриевич Сытин, 1914. — Т. 17. — С. 85—87.
- ↑ 2,0 2,1 А. М. Обуховский сталелитейный завод (урыҫ) // Энциклопедический словарь — СПб.: Брокгауз — Ефрон, 1897. — Т. XXIа. — С. 599—600.
- ↑ Ржешотарский Альфонс Александрович // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Первые советские танки «Борец за свободу товарищ Ленин» (Русский Рено) с 1920 г. строились на заводе «Красное Сормово», и один из них стоит на постаменте недалеко от завода
- ↑ Обуховский спорткомплекс в саду «Спартак» расширили и переоформили
- ↑ Стадион «Обуховец» 2019 йыл 17 ноябрь архивланған.
- ↑ YouTube сайтында о ФК «Алмаз-Антей» Видео , 1-й канал Санкт-Петербург
- ↑ Стадион
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Колчак В. И. История Обуховского сталелитейного завода в связи с прогрессом артиллерийской техники. — СПБ, 1903.
- Каптерев Н. А. Обуховский сталелитейный завод. — СПб.: т-во Р. Голике и А. Вильборг, [1913]. — 76 с.
- Розанов М. Д. Обуховцы. — Л., 1938; Л., 1965.
- Знаменитые россияне в истории Удомельского края. Биографические очерки / Сост. Д. Л. Подушков. — Тверь: СФК-офис, 2009. — 416 с. (А. А. Колокольцов. — С. 62—86).
- Исторические кладбища Санкт-Петербурга / Сост. Ю. М. Пирютко, А. В. Кобак. — М.—СПб., 2009.
- Куприянов Д. Д. Колокольцов А. А. — талантливый организатор русской военной промышленности // Удомельская старина: Краеведческий альманах. — 1999. — № 12.
- Масленников Б. К биографии Колокольцова А. А. и истории Обуховского завода (в том числе Колокольцов А. А. «Плавание на шхуне Хеда в 1855—1856», Масленников Б. «Командир шхуны „Хеда“») // Дальневосточные приключения и путешествия. — Хабаровск. — 1982. — Вып. 10. — С. 215—251.
- Колокольцов В. И. Отклонение. Колокольцовы в Тверской губ. Провинциальные родословные XIV—XX век. Книга 2. — СПб., 2008. — С. 131—133.
- Колокольцов А. А. Умер 1.10.1904 (Некролог) — СПб., 1904.
- Гумилевский Л. Правозвестник (повесть) // Наука и жизнь. — 1972.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- goz.ru — Обухов заводы рәсми сайты
- Санкт-Петербургта. Технопарк обухов завод төҙөлгән урынға барып, Арендаторҙар.ру, 10.06.2008
- XIX быуат обухов заводтары фотоһы менән альбомдар.
- Н Спецсообщение. И. Ежов И. В. Сталин заводының кб начальнигы мөмкинлеге биреү тураһында «Большевик» вредительство эҙемтәләре бөтөрөлә