Нәжибә

башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме

Нәжибә — мосолман, шул иҫәптән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеме.

Нәжибә

Этимологияһы

үҙгәртергә

Нәжибә исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе затлы нәҫелдән, арҙаҡлы, юғары ҡатламдан, аҡһөйәк; аҫыл зат, аҡыллы тигәнде аңлата[1].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Мәҡсүтова Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы (27 ноябрь 1932 йыл — 11 октябрь 2004 йыл) — башҡорт теле белгесе, йәмәғәтсе. 1957—1995 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1966 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1984 йылдан — бүлек мөдире, 1987 йылдан — баш, 1991 йылдан — төп ғилми хеҙмәтәр. 1990—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе. Филология фәндәре докторы (1981). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983).

Нәжибә Әминева (9 декабрь 1945 йыл) — уҡытыусы, шағир. 1996 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ы мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1986).

Хәтмуллина Нәжибә Ғәлимйән ҡыҙы (рус. Хатмуллина Нажиба Галимьяновна; (1 сентябрь 1923 йыл — 6 апрель 1993 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, «За оборону Кавказа» миҙалы һәм 2-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән.

Сафина Нәжибә Әхмәтнур ҡыҙы (2 март 1949 йыл) — татар шағиры, уҡытыусы һәм журналист.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ