Нурғәли (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Нурғәли — башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарҙа ир-егеттәргә ҡушылған исем.
Этимологияһы
үҙгәртергәНурғәле башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән: нур+ғәли; бөйөк нур тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәРыҫбаев Нурғәли Мырҙағәли улы (рус. Рысбаев Нургалей Мурзагалеевич; 1912 йыл — 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының танкҡа ҡаршы ҡорал расчеты командиры, өлкән сержант. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
Кейекбирҙин Нурғәле Мирғәле улы (8 ноябрь 1958) — уҡытыусы-ҡурайсы. Профессор. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре (1991).<br
Мөхәрәмов Нурғәли Исмәғил улы (20 июль 1924 йыл — 2018 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны, йәмәғәт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, 3-сө дәрәжә Дан ордены (1944), Ҡыҙыл Байраҡ (1943), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры, Дәүләкән ҡалаһының һәм районының почётлы гражданы (2014).
Фамилия
үҙгәртергәНурғәлин Зиннур Әхмәҙиә улы (4 октябрь 1928 йыл — 10 июнь 2020 йыл) — әҙәбиәт белгесе, театр тәнҡитсеһе, публицист, юғары мәктәп етәксеһе һәм уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (2002), тарих фәндәре кандидаты (1968), филология фәндәре докторы (1984), профессор (1985). 1962 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1978 йылдан — Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1978). Ким Әхмәтйәнов исемендәге премия лауреаты (2003). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2018).
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.