Мөхәрәмов Нурғәли Исмәғил улы
Мөхәрәмов Нурғәли Исмәғил улы (20 июль 1924 йыл — 2018 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны, йәмәғәт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы,3-сө дәрәжә Дан ордены (1944), Ҡыҙыл Байраҡ (1943),1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры, Дәүләкән ҡалаһының һәм районының почётлы гражданы (2014).
Мөхәрәмов Нурғәли Исмәғил улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 20 июль 1924 |
Тыуған урыны | Дүртөйлө, Дәүләкән районы |
Вафат булған көнө | 2018 |
Вафат булған урыны | Дәүләкән, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | мәктәп уҡытыусыһы |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәНурғәли Исмәғил улы Мөхәрәмов 1924 йылдың 20 июнендә Башҡортостан АССР-ы Бәләбәй кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районының) Дүртөйлө ауылында тыуған.
1936 йылдан 1940 йылға тиклем Дәүләкән ҡалаһының 3-сө һанлы урта мәктәбендә, артабан Дәүләкән педагогия училищеһында уҡый.
1942 йылда Ҡыҙыл Армияһы сафына алына.1945 йылдың октябренә тиклем 81-се гвардия уҡсылар дивизияһының гвардия уҡсылар полкының 1-се пулемет ротаһы командиры булып хеҙмәт итә. Сталинград, Курск дуғаһындағы ҡаты һуғыштарҙа, Венгрияны, Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша. Нурғәли Исмәғил улының хәрби батырлығы тураһында «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы тарихы» китабында яҙылған (М., 1963, 303-сө б.)[1]. Һуғыштан һуңғы осорҙа ҡырҡ йылдан ашыу Дәүләкән районы Дүртөйлө ауылының башланғыс белем биреү мәктәбендә эшләй. Тәрбиә эшендә халыҡ педагогикаһы нигеҙҙәре менән оҫта файҙалана, уҡыусыларға туған телгә һәм тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләй, традицияларға һаҡсыл ҡараш һәм ғөрөф-ғәҙәттәргә өйрәтә[2].
2014 йылдың 30 сентябрендә «Дәүләкән районы һәм Дәүләкән районының почётлы гражданы» исеме Дәүләкән районы муниципаль район Советы ҡарары 3 / 52-119 менән бирелгән.
2018 йылда вафат була, Дәүләкән ҡалаһында ерләнгән.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергәИслам нигеҙҙәрен өйрәнгән, яҡташтарының рухи остазы булып йәшәй. Ауылда һәм район, республика кимәлендә үткән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, ярҙамсы була.
Бер нисә тапҡыр Дәүләкән ҡала Советы президиумы ағзаһы, район ветерандары Советы рәйесе итеп һайлана.
Ғаиләһе
үҙгәртергәҠатыны менән 5 ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены[3] (1943)
- 3-сө дәрәжә Дан ордены[3] (1944)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы[3] ()
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1980)
- Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған уҡытыусыһы (1985)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Центральная избирательная комиссия Республики Башкортостан /Бесстрашный пулемётчик, в мирной жизни — мудрый аксакал 2021 йыл 5 октябрь архивланған.
- ↑ Давлекановский район. «Наши славные педагоги». — Уфа: «Валькирия», 2016 г.. — С. 39.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Память народа /Мухарямов Нургали Исмагилович/ Документы о награждении
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Давлекановский район. «Наши славные педагоги». — Уфа: «Валькирия», 2016 г.. — С. 39.
- Память народа/ Мухарямов Нургали Исмагилович
- Центральная избирательная комиссия Республики Башкортостан/ Бесстрашный пулемётчик, в мирной жизни — мудрый аксакал 2021 йыл 5 октябрь архивланған.