Байтирәков Нурлығаян Нуриәхмәт улы

(Нурэль-Гаян Байтеряков битенән йүнәлтелде)

Байтирәков Нурлығаян Нуриәхмәт улы (28 ноябрь 1890 йыл — 17 май 1974 йыл) — хәрби табип, хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1946—1960 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Эске эштәр министрлығының медицина хеҙмәте начальнигы. Беренсе донъя, Граждандар, Совет-фин һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Медицина хеҙмәте полковнигы (1959). Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау эштәрен ойоштороусыларҙың береһе[1]. РСФСР-ҙың (1957) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1957). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1948) һәм «Почёт Билдәһе» (1948) ордендары кавалеры.

Нурлығаян Нуриәхмәт улы Байтирәков
Тыуған ваҡыты

28 ноябрь 1890({{padleft:1890|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})

Тыуған урыны

Шланлыкүл ауылы, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районы)

Үлгән ваҡыты

17 май 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (83 йәш)

Вафат урыны

Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы, Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Хәрби звание

Полковник ВС СССР медицина хеҙмәте полковнигы

Хәрби алыш/һуғыш

Беренсе донъя һуғышы
Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы
Совет-фин һуғышы
Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы — 1957 Ҡыҙыл Йондоҙ ордены  — 1944
2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1945 Ҡыҙыл Йондоҙ ордены  — 1948 «Почёт Билдәһе» ордены  — 1948

Биографияһы

үҙгәртергә

Нурлығаян Нуриәхмәт улы Байтирәков 1890 йылдың 28 ноябрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районы) Шланлыкүл ауылында тыуған. Өфө гимназияһында белем ала. Батша армияһына саҡырыла, Себер полкында кесе хәрби табип булып хеҙмәт итә, Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша[2].

1917 йылда Ҡазан Император университетының медицина факультетын тамамлай. 1918—1919 йылдарҙа Тамбов губерна һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире вазифаһын үтәй. Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнаша[1].

1922 йылда Башҡорт АССР-ының Халыҡ комиссарҙары советы тарафынан Өфө ҡала һаулыҡ һаҡлау бүлегендә дауаланыу бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә[2]. 1923—1938 йылдарҙа Беренсе совет дауаханаһының баш табибы вазифаһын башҡара. 1926—1930 йылдарҙа бер үк ваҡытта Башҡортостан медицина техникумы директоры вазифаһын үтәй һәм Башҡорт дәүләт медицина институтында уҡыта[1].

1935 йылда республикала тәүгеләрҙән булып йөрәккә, һуңыраҡ — баш һәм арҡа мейеләренә уңышлы нейрохирургик операциялар яһай[1][2].

1939 йылдан Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә, Совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнаша. Ленинград фронтында — хәрби-санитар поезының медицина бүлегенә етәкселек итә. 1941—1945 йылдарҙа 3-сө Белоруссия фронтында хәрби госпиталдәр начальнигы вазифаһын башҡара[1].

1946—1960 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Эске эштәр министрлығының медицина хеҙмәтенә етәкселек итә[1].

1974 йылдың 17 майында Өфө ҡалаһында вафат була, мосолман зыяратында ерләнә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1957)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы (1957)[2]
  • 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945)
  • ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944, 1948)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1948)
  • 1980 йылда Өфөлә Нурлығаян Нуриәхмәт улы Байтирәков йәшәгән йортҡа (Ленин урамы, 2) мемориаль таҡтаташ ҡуйыла[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Мыздрикова Г. Ю., Скачилов В. А. Нурыл-Ғаян Нуриәхмәт улы/ Байтирәков Нурлығаян Нуриәхмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Бурангулова Ф. Врач от Бога. Буздякские новости (3 сентябрь 2014).(недоступная ссылка)
  • Магазов Р. Ш. 100 лет на страже здоровья. — Уфа, 1976.
  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 134-135 с. ISBN 5-295-02294-3.Дом, где жил Байтеряков Н. Н. Ленина улица, 2.

Һылтанмалар

үҙгәртергә