Николаенко Иван Дементьевич

Советтар Союзы Геройы, 112-се кавдивизия

Николаенко Иван Дементьевич (4 апрель 1921 йыл8 август 1948 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945).

Николаенко Иван Дементьевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 4 апрель 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Фастовский район[d], Украина
Вафат булған көнө 8 август 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (27 йәш)
Вафат булған урыны Фастовский район[d], Киев өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Иван Дементьевич Николаенко 1921 йылдың 4 апрелендә Кожанка ауылында (хәҙер — Киев өлкәһенең Фастов районы (Украина) тыуа. Мәктәптә ете класс тамамлағандан һуң, заводта эшләй. 1940 йылда Николаенко Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хәрби хеҙмәткә саҡырыла. 1941 йылдан — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында[1].

1945 йылдың ғинуарына гвардия өлкән сержанты Иван Николаенко 1-се Белоруссия фронтының 7-се гвардия кавалерия корпусының 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкында взвод командиры ярҙамсыһы була. Польшаны азат итеүҙә айырылып тора. 1945 йылдың 10-18 ғинуарында Николаенконың взводы Пилица йылғаһын аша сығып, уның көнбайыш ярындағы плацдармды яулай һәм немецтарҙың барлыҡ контрһөжүмен тотош полк йылға аша сығып бөткәнгә тиклем кире ҡағып тора. Ҡаты алыш ваҡытында ул шәхсән дошмандың 47 һалдатын һәм офицерын, 10 миномет һәм 2 артиллерия расчетын юҡ итә. Взводы составында Николаенко көнбайыш йүнәлешендәге алыштарҙа ҡатнаша. Варта йылғаһын аша сығып, уның взводы дошмандың бер ни тиклем артығыраҡ көсө менән алыша. Шул һуғышта яралана, әммә хәрби бурысын үтәгәнсе сафта ҡала[1].

СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән 1945 йылдың 6 апрелендә «Варта һәм Пилица йылғаларын аша сыҡҡанда күрһәткән шәхси батырлығы һәм ҡаһарманлығы» өсөн гвардия өлкән сержанты Иван Николаенко «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була һәм уға Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (номеры 5805) тапшырыла[1].

1946 йылда Николаенко демобилизациялана. Тыуған ерендә йәшәй. 1948 йылдың 8 авгусында, яуҙа алған яралары эҙемтәһендә ҡапыл вафат була, Кожанкала ерләнгән[1].

Шулай уҡ 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл йондоҙ ордендары, миҙалдары менән бүләкләнә[1].

Кожанка урамдарының береһе һәм мәктәп Николаенко исемен йөрөтә[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Николаенко Иван Дементьевич. «Герои страны» сайты.
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. Уфа, 1999.
  • Боевые звёзды киевлян. — Киев: Политиздат Украины, 1983.
  • Слава башкирских конников. Уфа: Китап, 2005.