Нестеренко Мария Петровна

Нестеренко Мария Петровна (19101941) — совет осоусыһы, махсус тәғәйенләнештәге авиаполктың командиры урынбаҫары, майор. Билдәле осоусы, Советтар Союзы Геройы В. П . Рычаговтың ҡатыны. 1941 йылда ире ҡулға алынғандан һуң, шулай уҡ ҡулға алына һәм тиҙҙән судһыҙ атып үлтерелә. Сталин үлгәндән һуң аҡлана.

Нестеренко Мария Петровна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Украинская Народная Республика[d]
 Украинская держава[d]
 СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 1910
Тыуған урыны Буды[d], Харьковский уезд[d], Харьковская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 28 октябрь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Вафат булған урыны Һамар, РСФСР, СССР
Үлем төрө атып үлтереү[d]
Һөнәр төрө лётчик
Хәрби звание Майор
Ғәскәр төрө СССР хәрби-һауа көстәре[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

1910 йылдың авгусында Харьковтан алыҫ түгел Буды ҡасабаһында тыуған.

ФЗУ мәктәбен тамамлағас, ғаилә традицияһы буйынса, фаянс заводына эшкә бара, унда һүрәтсе һөнәрен үҙләштерә. Әүҙем йәмәғәтсе, спортсы була, музыка менән мауыға.

Харьков авиация училищеһын, ә 1933 йылда — Кача хәрби летчиктар мәктәбен тамамлай, осоусы-истребитель була. Украинала һәм Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә.

Киевта ҙур йәмәғәт эше алып бара. Шунда уҡ полкташы Павел Рычаговҡа (Советтар Союзы Геройы) кейәүгә сыға.

1940 йылдың 27 июлендә Нестеренко ҡатын-ҡыҙҙар экипажы составында (беренсе пилот — М. П. Нестеренко, икенсе пилот — М. Г. Михалева, штурман — Н. И. Русакова) ХабаровскЛьвов маршруты буйынса ЦКБ-30 «Украина» самолетында туҡталышһыҙ осош яһай[1]. Йәшен, көслө ҡаршы ел һәм боҙланыу арҡаһында маршруттың һуңғы нөктәһенә етә алмайҙар, әммә 22,5 сәғәт эсендә летчиктар 7000 км тирәһе үтеп Киров өлкәһендә ергә ултыралар.

1940 йылдың 19 октябрендә Нестеренко Мария, инде майор дәрәжәһендә, махсус тәғәйенләнештәге авиаполктың командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Был вазифала ул һуғыштың 4-се көнөндә ҡулға алына. Павел Рычагов ике көн алда — 1941 йылдың 24 июнендә ҡулға алынған була. Мария «дәүләт енәйәтсеһе Рычагов тураһында хәбәр итмәүҙә» ғәйепләнә: «…Рычаговтың яратҡан ҡатыны булараҡ, иренең хыянатсыл эшмәкәрлеге тураһында белмәүе мөмкин түгел…». 1941 йылдың 15 октябренән 16 октябренә ҡарай төндә НКВД-ның үҙәк аппараты Куйбышевҡа эвакуациялана. Мөһим енәйәтселәр ҙә шунда уҡ алып барыла. Арттарынса Берияның ҡарары килеп етә: тикшереүҙе туҡтатырға, судҡа тапшырмаҫҡа, шунда уҡ атырға[2][3].

Акт. Куйбышев, 1941 год, октября 28 дня, мы, нижеподписавшиеся, согласно предписанию Народного комиссара внутренних дел, генерального комиссара государственной безопасности тов. Берия Л. П. от 18 октября 1941 г. за № 2756/Б, привели в исполнение приговор о ВМН — расстрел в отношении следующих 20 человек осуждённых: Штерн Г. М., Локтионов А. Д., Смушкевич Я. В., Савченко Г. К., Рычагов П. В., Сакриер И. Ф., Засосов И. И., Володин П. С., Проскуров И. И., Склизков С. О., Арженухин Ф. К., Каюков М. М., Соборнов М. Н., Таубин Я. Г., Розов Д. А., Розова-Егорова З. П., Голощёкин Ф. И., Булатов Д. А., Нестеренко М. П., Фибих А. И.[4][3].



Бүләктәре

үҙгәртергә

- Хәрби техника менән идара итеүҙә шәхси уңыштары һәм подразделениелар менән оҫта етәкселек иткәне өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (25.05.1936) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (25.12.1936) менән наградлана.

  Тышҡы медиафайлдар

- М. П. Нестеренконың тыуған ерендә — Будала — Мария уҡыған мәктәп бинаһында мемориаль таҡта асылған.

- Һамар эргәһендә, атылған урында иҫтәлекле билдә ҡуйылған, унда былай тип яҙылған: «Установлен на месте захоронения жертв репрессий 30-40-х гг. Поклонимся памяти невинно погибших…»[5]

- Мария Нестеренко һәм Павел Рычаговтың портреттары Ҡораллы Көстәрҙең Үҙәк музейында, «Дом на набережной» музейында, Харьков өлкәһенең Буды ҡасабаһы заводы музейында бар[6].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Забытый перелёт
  2. Печенкин А. А. Воздушный ас, начальник военной разведки, «заговорщик» И. И. Проскуров. — ВИЖ N1 (525) 2004.
  3. 3,0 3,1 Расстрел в запасной столице 2019 йыл 8 март архивланған.
  4. Документ, о котором первым рассказал в «Литературной газете» (1988, 20 апреля) Аркадий Ваксберг
  5. Расстрел в запасной столице 2019 йыл 8 март архивланған.
  6. Мария Петровна НЕСТЕРЕНКО (1910—1941)

Һылтанмалар

үҙгәртергә