Насимович Андрей Александрович

Насимович Андрей Александрович (6 октябрь 1909 йыл29 июнь 1983 йыл) — СССР-ҙың ғалим-биогеографы һәм экологы, ҡурсаулыҡ эше эшмәкәре. География фәндәре докторы (1953). Ҡурсаулыҡ һәм һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләрен урынлаштырыу географияһы өлкәһендә белгес. Зоогеография һәм хайуандар экологияһы буйынса тикшеренеүҙәр авторы[1]

Насимович Андрей Александрович
рус. Андрей Александрович Насимович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 6 октябрь 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 29 июнь 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (73 йәш)
Вафат булған урыны СССР
Һөнәр төрө биогеограф, эколог
Эшмәкәрлек төрө биогеография һәм экология
Эш урыны Кавказ ҡурсаулығы
Лапланд ҡурсаулығы
Институт географии РАН[d]
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә география фәндәре докторы[d] (1953)
Кемдә уҡыған Михаил Александрович Мензбир[d] һәм Борис Михайлович Житков[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Териология йәмғиәтенең Почетлы ағзаһы.

М. А. Мензбирҙың һәм Б. М. Житковтың уҡыусыһы.

Биографияһы

үҙгәртергә

Андрей Александрович Насимович Мәскәүҙә уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған[2].

1927 йылда Мәскәү дәүләт университетына уҡырға инә, уны 1931 йылда тамамлай; умыртҡалылар, промысла эштәре һәм һунарсылыҡ буйынса белгес, зоолог характеристикаһы ала[2]. 1931 йыл аҙағында һәм 1932 йылдың беренсе яртыһында ҡошсолоҡ һәм ҡошсолоҡ сәнәғәте ғилми-тикшеренеү институтының ҡырағай ҡошсолоҡ өлкәһендә ассистент булып эшләй[2].

1930 йылда Кавказ ҡурсаулығы фаунаһын өйрәнеү буйынса профессор С. С. Туровтың экспедицияһында ҡатнаша, артабанғы йылдарҙа Кавказ тауҙарында эшләүен дауам итә[2]. 1933—1938 йылдарҙа Кавказ ҡурсаулығы хеҙмәткәре була.[2].

1934 һәм 1935 йылдарҙа ҡышын ике тапҡыр тау саңғыһында һәм ҡар баҫҡыстарында Төп Кавказ һырты аша сыға. Һырттың ике кисеүе ауыр шарттарҙа үтә һәм ҡар тикшереүе менән оҙатыла (Кавказдың был өлөшөндәге тикшеренеүҙәр тарихында беренсе)[2].

1938 йылда биология фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп «Зима как трудный период жизни диких копытных Кавказского заповедника» темаһына диссертация яҡлай[2].

1938 йылдың март айынан 1941 йылдың октябрь айына тиклем — Лапланд ҡурсаулығының ғилми өлөшө етәксеһе, эвакуациянан һуң 1942 йылдың ғинуарынан 1943 йылдың июненә тиклем Таулы-Алтай өлкәһендә һунарсылыҡ белгесе булып эшләй[2].

1943 йылдың йәйендә Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла, тәүҙә Себер хәрби округы резерв полкының ҡыҙылармеецы булып хеҙмәт итә, һуңынан Омск пехота училищеһына ебәрелә. Училищенан һуң кесе лейтенант, пулемет взводы командиры булараҡ, 1945 йылдың яҙына тиклем 1-се Белоруссия фронты ғәскәрҙәрендә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.[2]. Һуңынан Байкал аръяғы хәрби округына күсерелә һәм унда, зоолог-белгес булараҡ, Даурия чумаға ҡаршы станцияға инструктор итеп ебәрелә[2].

1946 йылдың йәйенән — СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы (һуңыраҡ — СССР Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағында) ҡурсаулыҡтар буйынса Баш идаралыҡтың өлкән ғилми хеҙмәткәре.

1953 йылда Г. Д. Рихтер етәкселеге аҫтында СССР Фәндәр академияһының География институты докторантураһын тамамлай, «Роль снежного покрова в жизни копытных на территории Советского Союза» темаһына диссертация яҡлай һәм география фәндәре докторы дәрәжәһе ала[2].

1953 йылдан — СССР Фәндәр академияһының География институтында биогеография лабораторияһы өлкән ғилми хеҙмәткәре.

19541963 йылдарҙа — Бөтә Рәсәй фәнни һәм техник мәғлүмәт институты «География» рефератив журналының баш мөхәррире һәм өлкән ғилми хеҙмәткәре (үҙе эшләгән осорҙа 5 меңдән ашыу рефераттар һәм сит ил биологик фәнни китаптарына һәм мәҡәләләренә бер нисә йыйылма күҙәтеү әҙерләй һәм баҫтырып сығара)[2].

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Насимович А. А. Заготовка дичи на Крайнем Севере / А. А. Насимович. — М.: КОИЗ (Всесоюзное кооперативное объединенное издательство), 1934. — 100 с. — 5000 экз. (обл.)
  • Степи Даурии [Текст] : Записки натуралиста / А. А. Насимович. — [Чита] : Читиздат, 1947. — 120 с. : ил.; 19 см.
  • В Забайкалье [Текст] : Записки натуралиста [зоолога] / Рисунки В. В. Трофимова. — Москва : [б. и.], 1951. — 104 с.

Наградалары

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Автобиография Насимовича Андрея Александровича (c примечаниями Ю. А. Насимовича)
  2. 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 2,11 А. Формозов. Андрей Александрович Насимович (к 60-летию со дня рождения) // журнал «Охота и охотничье хозяйство», № 1, 1970. стр.22-23
  • Исаков Ю. А., Матюшкин Е. Н. Андрей Александрович Насимович — эколог и зоогеограф (к 70-летию со дня рождения) // Бюллетень МОИП. Отд. биол. 1980. Т. 85, вып. 5. — М. Изд-во Московского ун-та, 1980. — С.84-92.
  • Краснопольский А. В. Отечественные географы (1917—1992): биобиблиографический справочник (в 3-х тт.) / под ред. проф. С. Б. Лаврова; РАН, Русское географическое общество. — СПб.: Б.и., 1993. — Т. 2 (Л—Х). — С. 122—123. — 456 с. — 1000 экз. (в пер.)
  • Тишков А. А., Вайсфельд М. А., Серебрянный Л. Р. Видный биогеограф, зоолог и деятель заповедного дела: К 90-летию со дня рождения А. А. Насимовича // Изв. РАН. Сер. геогр. 2001. № 1. С. 119—123.
  • Кафанов А. И., Кудряшов В. А. Выдающиеся учёные-биогеографы: биобиблиографический справочник / отв. ред. член-корр. РАН И. А. Черешнев. — М.: Наука, 2007. — С. 116. — 312 с. — ISBN 5-02-035318-3. (в пер.)