Тиреҫ

(Навоз битенән йүнәлтелде)

Тиреҫ — ауыл хужалығында малдың тиҙәгенән барлыҡҡа килгән органик ашлама.

Тиреҫ
Рәсем
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән экскременты[d]
Етештереү ысулы ферментация[d]
Өҫтәмә продукт животноводство[d]
 Тиреҫ Викимилектә
Көтөүлек ты ат тиреҫе.

Үҙенә хас еҫе һәм консистенцияһы] була. Мал организмында ашағанының (фураж һәм башҡа) ферментланыуы һәм микроорганизмдар эшкәртеүе Һөҙөмтәһендә килеп сыға. Ашлама итеп ҡулланыуҙан тыш, тиреҫ хатта хәҙерге ваҡытҡа тиклем ҡайһы берҙә яғыулыҡ сифатында һәм ҡағыҙ, биогаз етештереүҙә,төҙөлөштә ҡулланыла. Һалам, һандыҡ бесән (түшәлгән) һәм төрлө тиҙәктәр ҡатнашҡан (ҡатнаш) төрҙөре була[1]

Химик составы

үҙгәртергә

Яңы барлыҡҡа килгән һалам ҡатнаш тиреҫтең яҡынса химик составы, %% (ҡатнаш — төрлө мал тиҙәге ҡатнашҡан)

Мал төрө Һыу Орган. матдә Азот,
N
Фосфор,
P2O5
Калий,
K2O
Кальций,
CaO
Магний,
MgO
Эре мал 77,3 20,3 0,50 0,23 0,59 0,40  
Ат 71,3 25,4 0,77 0,28 0,63 0,21  
Һарыҡ, кәзә 64,6 31,8 0,83 0,23 0,67 0,33  
Сусҡа 72,4 25,0 0,65 0,19 0,60 0,18  
Ҡатнаш[2] 0,5 0,25 0,6 0,35 0,15

Тиреҫ борондан тәбиғи ашлама сифатында ҡулланыла. Рәсәйҙә революцияға тиклем ауыл хужалығында төп ашлама булған. СССР-ҙа 1960 йылдарҙа баҫыуҙарға сығарылған органик ашлама ( башлыса тиреҫ) яҡынса 500 миллион тонна тәшкил иткән.

Яҡшы серегән һәм шулай итеп зарарһыҙландырылған ҡиммәтле ашлама тупраҡтарҙы тергеҙеү өсөн ҡулланыла. Иң яҡшы ашлама - яңы тиреҫтән[3]. Яңы тиреҫ, әммә, күпселек кудьтуралы үҫемлектәрҙе хәлһеҙләндерә; бынан тыш, унда сүп үләне орлоҡтары, бактериялар һәм бәшмәктәр, үңәҙҙәр һаҡлана.

Тиреҫ макро- һәм микроэлементтар менән байытыуҙан тыш, тупраҡтың физик-механик сифаттарын да яҡшырта. Ул микрофлораны үәҙемләштерә һәм өҫтәмә углекислый газ бирә, күпселек минераль ашламаны үҙләштере-гә булышлыҡ итә[3].

Тиреҫте шулай уҡ бүлмә гөлдәрен ашлау өсөн дә ҡулланалар (ғәҙәттә 1-гә 10 пропорцияһында). Бының өсөн иң яҡшыһы - мышы тиреҫе, сөнки унан еҫ сыҡмай [4].

Төҙөлөштә ҡулланыу

үҙгәртергә

Тиреҫте бәйләүсе матуриал итеп ( ҡом йәки майһыҙ балсыҡ һәм һалам ҡушып) саман өйҙәр, ҡаралтылар һалғанда ҡулланалар. Ат тиҙәген башҡорттар кирбес, өй һылау өсөн балсыҡ әҙерләгәндә ҡушалар.

Яғыулыҡ итеп файҙаланыу

үҙгәртергә

Тиҙәк (киҙәк)

үҙгәртергә

Кипкән тиҙәк (русса кизяк һүҙе төркисәнән ингән), элек тә, ҡайһы бер урындарҙа хәҙер ҙә яғыулыҡ итеп файҙаланыла. Күскенсе сүл ғәрәптәре дөйә тиҙәген һаманғаса яғыулыҡ итеп тотона. Тиҙәктең үҙен генә лә, йышыраҡ һалам ҡушып баҫып, оҙайлы ваҡытҡа яғыулыҡ әҙерләйҙәр.

Тиреҫтең ферментланып серегән ваҡытында метан (60—70 %) бүленеп сыға был биогазды биналарҙы йылытыу һәм хужалыҡ ихтыяждарына тотоноп була.

Сәнәғәттә ҡулланыу

үҙгәртергә

Клүҙәнәклекте (барлыҡ юғары үҫемлектәрҙең тышсаһына ингән целлюлоза ) хайуандарҙың ашҡаҙаны эшкәртә алмай, шуға күрә ул тиреҫтә бик күп була, етмәһә, ваҡланған хәлдә сыға. Унан ҡағыҙ эшләргә лә була. Бының өсөн тиреҫте ағын һыуҙаа ( ғәҙәттә, бындай технологиялар ҙур экологик зыян килтерә) йыуҙырталар, шунан һуң комбинат алынған целлюлозаны ғәҙәти тәртиптә эшкәртә .

XIX быуатта Францияла ат тиҙәгенән ҡағыҙ етештерелә.

Африкала фил тиреҫенән ҡағыҙ етештерәләр.

Тасмания утрауында - көнгөрә тиҙәгенән, Скандинавияла мышыныҡынан ҡағыҙ яһайҙар. .

Бәшмәк үҫтереүҙә ҡулланыу

үҙгәртергә

Шампиньон (тиреҫ бәшмәге) сәнәғәт кимәлендә етештереү өсөн иң яҡшы субстрат тип нигеҙендә йылҡы тиреҫе булған Компост иҫәпләнә. ХХ быуаттың икенсе яртыһында ат һаны кәмеү сәбәпле, икенсе малдарҙыҡын, аҙыҡ-түлек сәнәғәте ҡалдыҡтарын ҡуллана башлайҙар. Тик улар сифаты яғынан ҡайтыш. Шампиньон үҫтереү өсөн эре малдың ҡышҡы тиреҫе ҡулайыраҡ, сөнки был миҙгелдә һарайҙарҙа норманан артыҡ һалам һәм бысҡы вағы түшәлә, концентратланған мал аҙығы ҡулланыла[5].

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә
  • Безотходная технология
  • Кизяк
  • Перегнойная земля
  • Имигонго

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Навоз / Мамченков И. П. // Моршин — Никиш. — М. : Советская энциклопедия, 1974. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров ; 1969—1978, т. 17).
  2. Навоз / Мамченков И. П. // Моршин — Никиш. — М. : Советская энциклопедия, 1974. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров ; 1969—1978, т. 17)
  3. 3,0 3,1 Комов И. М. О земледелии. — 1788.
  4. Петрова Т. В. Экзотический сад на балконе. Доступная роскошь. — М.: ЗАО Центрполиграф, 2008. — С. 110. — 191 с. — 6000 экз. — ISBN 978-5-9524-3256-7.
  5. Дудка И. А., Вассер С. П. Грибы: Справочник миколога и грибника. — К., 1987. — С. 392.

Һылтанмалар

үҙгәртергә