Компост (нем. Kompost, итал. composta, лат. compositus — «ҡатнаш») — органик ашлама. Ул үҫемлек йәки хайуан ҡалдыҡтарының органик тарҡалыуы һөҙөмтәһендә акилеп сыға[1]. Компост төрлө материалдарҙың микроорганизмдар, редуценттар, детритофагтар йоғонтоһонда биодеградация процесына бирелеүе һөҙөмтәһендә килеп сыға. Компост етештереү процесы компостлау тип атала, уны ҡулланыу тупраҡ сифатын яҡшырта.

Компост
Рәсем
Водород күрһәткесе 8,4
Етештереү ысулы компостирование[d]
 Компост Викимилектә
Баҡсала компост бураһы.

Компостлау үҙгәртергә

Компостлау — ҡаты органик ҡалдыҡтарҙың һауа ҡатнашлығы мотлаҡ булған аэроб процесс [2][3]. Шуның өсөн компостлауға сеймал ғәҙәттә өйөмдәргә һәм компост бураларына, мискәләргә, махсус ҡоролмаларға урынлаштырыла.Соҡорҙарҙа кислород менән тәьмин итеү ауыр. Һауанан тыш эске биологик йылылыҡ, юғары дымлылыҡ һәм микроорганизмдар булыуы талап ителә.

Органиканы Һөҙөмтәле эшкәртеү өсөн микроорганизмдарға ошолар талап ителә:

  • Углерод;
  • Азот ;
  • Кислород .
  • Һыу [4].

Компостлағанда органик массала үҫемлектәрҙең туҡланыу элементтары (азот, фосфор, калий һәм башҡалар) арта, патоген микрофлора зарарһыҙлана, гельминттарҙың күкәйҙәре серей, целлюлоза, гемицеллюлоза һәм пектинлы матдәләр нисбәте кәмей, ашлама таралып тора, тупраҡҡа индереү еңеләйә.

Ҡулланыу үҙгәртергә

Компост яҡынса тиреҫ кеүек үк дозала бөтә үҫемлектәрҙе ашлауға ҡулланыла (15-40 т/га). Компост уңдырышлылыҡ арттырыу үҙенсәлектәре буйынса тиреҫтән ҡалышмай, ә ҡайһы берҙәре (мәҫәлән, торф-тиҙәк һәм фосфорит оно) уны уҙҙыра ла.

Компост өсөн сеймал үҙгәртергә

 
Урамда компост өсөн ҡуйылған кәрзин. Будапешт, Венгрия

Компост әҙерләү өсөн төп материалдар:

  • малсылыҡ ҡалдыҡтары — тиреҫ һәм тиреҫ һарҡындыһы, ҡош тиҙәге,яраҡһыҙ мал аҙығы ;
  • үҫемлекселек ҡалдыҡтары — йәшелсә баҡсаһындағы төрлө ҡый үләне, сабылған газон үләне, яраҡһыҙ емештәр;
  • ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү ҡалдыҡтары — тамыраҙыҡ , етен, кесерткән һәм көнбағыш һабаҡтары, кукуруз сәкәне һәм башҡалар;
  • ағас эшкәртеү ҡалдыҡтары — ағас япрағы, онтағы, юнысҡыһы;
  • көнкүреш ҡалдыҡтары — үҫемлек аш-һыу ҡалдыҡтары (кимерек, емеш-еләк һәм йәшелсә, көнбағыш ҡабығы, емешен шелуха, ҡәһүә төпрәһе), йомортҡа ҡабығы, фекалийҙар;
  • башҡа ҡалдыҡтары — төшөм һыу түккән, күн заводы ҡалдыҡтары, бойня һәм башҡалар.
  • торф.

Компост өсөн сеймалды «йәшел» һәм «көрән» төҫтәргә бүлеү ҡабул ителгән. Йәшел сеймалда азот күп, көрәндә — углерод[5]. Компостланған материалда углеродтың азотҡа ҡарата оптималь нисбәте 25-30-ға 1 . Мәҫәлән, яңы сабылған үләндә был нисбәт 15:1, а ҡоро япраҡта — 50:1, йәғни уларҙы тигеҙ өлөшләп ҡатыштырыу оптималь дәүмәлгә яҡын нисбәт бирә.


Сеймал Нисбәте C / N[5]
Оптимум 27
Ваҡланған ҡатырға 350
Кукуруз һабағы 75
Емеш ҡалдыҡтары 35
Ҡоро япраҡ 60
Ваҡланған газета 175
Арахис ҡабығы 35
Ҡарағай ылыҫы 80
Бысҡы вағы 325
Һалам 75
Тапсыҡ 400
Люцерна 12
Клевер (туҡранбаш) 23
Ҡәһүә төпрәһе 20
Аҙыҡ төпрәһе 20
Баҡса ҡалдыҡтары 30
Ҡырҡылған үлән 20
Бесән 25
Тиҙәк 15
Һыу үҫемлектәре 19
Үҫемлек ҡалдыҡтары 25
Сүп үләндәре 30

Шулай уҡ ҡара үҙгәртергә

  Викидәреслектә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. ГОСТ 20432-83 (Fertilizers. Terms and definitions) «Удобрения. Термины и определения»
  2. Masters Gilbert M. Introduction to Environmental Engineering and Science. — Prentice Hall. — ISBN 9780131553842.
  3. Александр Ветошкин. Глава 7. Биохимические процессы окружающей среды // Основы инженерной защиты окружающей среды. Учебное пособие. — 2. — Москва-Вологда: Инфра-инженерия, 2016. — С. 348. — 456 с. — ISBN 978-5-9729-0124-1.
  4. Composting for the Homeowner -Materials for Composting (ингл.). uiuc.edu. 2009 йыл 25 декабрь архивланған.
  5. 5,0 5,1 Компост. (билдәһеҙ). garden.fishing-fish.ru. 2018 йыл 25 июнь архивланған.


Сығанаҡтар үҙгәртергә