Саман (төркисәнән - ваҡлап туралған һалам[1]), лемпач[2], талҡыш, кәбәк[3], адоб, адоба[4] (исп. adobe, ғәрәпсәнән әт-туб) (Молдавияла шулай уҡ «лампач») — һалам йәки башҡа сүсле үҫемлек материалдары ҡушып һуғылған кирбес-сеймал.

Саман
Рәсем
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән балсыҡ, солома[d] һәм Ҡом
Модель элементы саман[d]
 Саман Викимилектә

Ҡоро климатта стеналар һәм ҡоймалар төҙөү өсөн ҡулланыла. Дымлы хәлдә саман йомшаҡ һәм опалубкаға еңел һалына йәки балсыҡ ҡамыр, валик рәүешле әүәләп формаға һалына. Йыш ҡына алдан киптерелгән стандарт үлсәмле параллелепипедтар рәүешендә файҙаланыла.

Башлыса Азия илдәрендә аҙ ҡатлы йорттар төҙөү өсөн ҡулланыла. Саман йорттар йыш ҡына Урта Азияла һәм көньяҡ Рәсәйҙә[3], шулай уҡ Украина һәм Молдавияның көньяҡ өлкәләрендә осрай.

Боронғо саман ҡала — Бам. Ирандың көньяҡ-көнсығышы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Саман // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Экономические постройки // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  3. 3,0 3,1 Саман // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
  4. Саман // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.


  Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.