Тиҙәк (восходит к древнетюркскому tеzek ‘навоз’, Киҙәк, киҙәге - ҡар. тиҙәк, урыҫса — Кизяк) — башҡорт телендә ике мәғәнәгә эйә.

  • 1. Мал-тыуар, ҡош ҡорттоң оло ярауы
  • 2. Мал-тыуар, ҡош ҡорттоң оло ярауынан кирбесләп һуғылған яғыулыҡ -[1]
Тиҙәк
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән dung[d]
 Тиҙәк Викимилектә

Ҡулланылышы

үҙгәртергә

Тиҙәк һалам, бесән һәм башҡа тәбиғи нәмәләр менән ҡатнашып серегән осраҡта тиреҫ килеп сыға. Уны һәм тиҙәк һарҡындыһын йыш ҡына органик ашлама итеп ҡулланалар.

Киптерелгән йәки эшкәртелгән тиҙәкте яғыулыҡ итеп тә ҡулланалар.

Башҡорттар йыш ҡына ат тиҙәген кирбес һуҡҡанда, һыларға балсыҡ әҙерләгәндә ҡушалар[2].

Һиндостандың һәм Пакистандың ауыллы төбәктәрендә тиҙәк электр станцияһына яғыулыҡ сифатында ҡулланыла, ул тотороҡло электр энергияһын тәьмин итә.

Үҙәк Африкалағы ауыл йорттарында тиҙәк яндырып, серәкәй өркөтәләр. Һалҡын урындарҙа арзан сеймал булараҡ һыйыр тиҙәге өйҙәрҙең стеналарын һылау өсөн файҙаланыла, ул йылы тота.

Эре мал тиҙәге саман кирбес һуғырға ҡулланыла[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. — Мәскәү, 1993. — 353-сө бит
  2. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. — Мәскәү, 1993. — 353-сө бит
  3. Your Home Technical Manual — 3.4d Construction Systems — Mud Brick (Adobe) 2007 йыл 6 июль архивланған. (инг.) Ҡалып:Архивировано