Көнгөрә (рус. Кенгуру, лат. Macropus) — имеҙеүселәр класы вәкиле, ике ҡырҡҡыс тешле муҡсалылар инфракласынан[1]. Киң мәғәнәлә көнгөрә термины көнгөрәләр ғаиләһенең барлыҡ вәкилдәренә ҡарата ла ҡулланыла. Тарыраҡ мәғәнәлә иһә был ғаиләнең эрерәк вәкилдәрен шулай атайҙар, вағыраҡтары иһә валлару һәм валлаби тип йөрөтөлә.

Көнгөрә
Рәсем
Эндемик булган төбәктәр Австралия
Размер выводка 1,5 ± 0,5
Время в сумке 7 ± 1 ай
Народное название у таксона исполинские кенгуру[d] һәм кенгуровые[d]
 Көнгөрә Викимилектә

Атаманың килеп сығышы

үҙгәртергә

«Көнгөрә» һүҙе «kanguroo» йәки «gangurru» тигәндән килеп сыҡҡан тип һанала — Джеймс Кук 1770 йылда Австралияға төшөү менән аборигендарҙан ырғанлап йөрөп ятҡан хайуандарҙың нисек аталғанын һорағас, шундай яуап ишеткән, тиҙәр[2].

Инглиз телен аңламаған абориген ғәмәлдә «аңламайым» тигән. Хәҙерге лингвистик тикшеренеүҙәр фактик нигеҙ тапмай, әммә был фараз дөрөҫлөккә тап килгән булыуы ихтимал[2].

Көнгөрә — Австралия символы

үҙгәртергә

Көнгөрә — Австралия символдарының береһе. Был хайуан Австралия гербына төшөрөлгән[3], шулай уҡ ҡайһы бер австралия тәңкәләрендә лә һынландырылған[4][5]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Kangaroo. Macropodidae (ингл.). Defenders of Wildlife. — Краткие сведения о көнгөрә. Архивировано 5 октябрь 2002 года.
  2. 2,0 2,1 Haviland, 2006
  3. Coat of arms (ингл.). Department of Foreign Affairs and Trade. Australian Government. Дата обращения: 2 октябрь 2011. 2011 йыл 28 сентябрь архивланған.
  4. Золотые монеты Австралии серии Кенгуру  (рус.), База знаний - GoldAdvert (2 июль 2018). 4 июль 2018 тикшерелгән.
  5. Серебряные монеты Австралии серии Кенгуру  (рус.), База знаний - GoldAdvert (3 июль 2018). 4 июль 2018 тикшерелгән.