Мөштәри Хәмид Мозафар улы

(Мөштәри Хәмит Мозафар улы битенән йүнәлтелде)

Мөштәри Хәмид Мозафар улы (22 июль 1900 йыл — 23 ғинуар 1981 йыл) — ғалим-механик, юғары мәктәп эшмәкәре. Физика‑математика фәндәре докторы (1937), профессор (1938). Татар АССР‑ының (1940) һәм РСФСР‑ҙың (1965) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. Ленин (1970), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1960), «Почёт Билдәһе» (1945) ордендары

Хәмид Мозафар улы Мөштәри
татар. Мөштәри Хәмид Мозаффар улы
Тыуған көнө

22 июль 1900({{padleft:1900|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур

Вафат көнө

23 ғинуар 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (80 йәш)

Вафат урыны

Ҡазан

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғилми даирәһе

физика

Альма-матер

Урта Азия университеты

Ғилми дәрәжәһе

физика‑математика фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор

Ғилми етәксеһе

С. А. Чаплыгин

Награда һәм премиялары
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены
Хәмид Мөштәри эштәренең практик реализацияһы. Тимербетон көмбөҙ көплөгө — йоҡа көплөктәрҙең һыҙыҡлы булмаған төрө. Мәскәү, Данилов баҙары.

Биографияһы

үҙгәртергә

Хәмид Мозафар улы Мөштәри 1900 йылдың 22 июлендә Ырымбур ҡалаһында тыуған.

Урта Азия университетын тамамлағандан һуң (Ташкент, 1923) ТАССР Мәғариф халыҡ комисариатының Академик үҙәге ғилми секретары (Ҡазан),

1924 йылдан алып РСФСР‑ҙың Мәғариф халыҡ комисариатының Милли аҙсылыҡтар советында (Мәскәү),

1925 йылдан — Мәскәү дәүләт университетының математика һәм механика ғилми-тикшеренеү институтында эшләй.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Фәнни эшмәкәрлеге йоҡа көплөктәрҙең һыҙыҡлы булмаған теорияһына арналған. Мөштәри тарафынан көплөктәр механикаһы өлкәһендә ғәмәли мәсьәләләрҙе сисеү буйынса теоретик тикшеренеүҙәр үткәрелгән. Ҡазан көплөктәр теорияһы мәктәбенә нигеҙ һалыусы.

120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ленин (1970), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1960), «Почёт Билдәһе» (1945) ордендары менән бүләкләнгән.

2006 йылдан Татарстан Республикаһы Фәндәр Академияһының ғалим исемендәге премия булдыра.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Нелинейная теория упругих оболочек. Казань, 1957 (авторҙаш);
  • Нелинейная теория оболочек. М., 1990.