Дәүләкән педагогия училищеһы

уҡыу йорто

Дәүләкән педагогия училищеһы  — Башҡортостандың хәҙерге Дәүләкән ҡалаһында 1930-1955 йылдарҙа эшләгән урта махсус уҡыу йорто. Башҡорт АССР-ы Дәүләкән ҡалаһының элекке немец-менониттары балалары өсөн 19041908 йылдарҙа төҙөлгән мәктәп бинаһында асыла[1] Училище башланғыс синыфтар уҡытыусылары әҙерләгән.

Дәүләкән педагогия училищеһы
Нигеҙләү датаһы 1930
Дәүләт  Рәсәй
Урын Дәүләкән
Карта

Тарихы үҙгәртергә

1920 йылдарҙа педагогия техникумдары Башҡортостандың үҙәк өлөшөндә — Өфө, Бәләбәй,Бирск ҡалаларында ғына урынлашҡан була. Республика мәктәптәрендә уҡытыусылар етешмәү сәбәпле, Мәсәғүттә, Дәүләкәндә, Йылайырҙа, Мораҡта, Белорецкиҙа, Темәстә педагогия техникумдары асыла[2]. Дәүләкән педагогия училищеһына элек немец балалары уҡыған мәктәп бинаһын бирәләр. Уҙ заманы өсөн бина иң яҡшыларҙан иҫәпләнгән. Бүлмәләре ҙур, яҡты, үҙәкләштерелгән һыу системаһы менән йылытылған. Училищеның үҙенең ятағы була (бөтә студенттарға ла етмәһә лә).Училищела ике бүлек- башҡорт һәм татар бүлектәре булған. Уҡыусылар педагогик практиканы ҡала һәм райондың ауыл мәкәтәптәрендә үтә. Дәүләт ер фонды башҡарма комитеты тарафынан ярҙамсы хужалыҡ ойоштороу өсөн Дим аръяғынан 10 гектар ер бүленә.Студенттар ашхана өсөн йәшелсә, картуф үҫтерелә. Уҡыу йортона ете йыллыҡ мәктәпте тамамлаған башҡорт һәм татар балалары ҡабул ителә. Айына ике тапҡыр кинотеатрға алып баралар, яҡшы уҡыған студенттарға стипендия түләнгән[3] 1940 йылда училище бинаһы Гомель ҡалаһынан күсеп килгән хәрби авиация разведчиктары училищеһы курсанттарына бирелә. Дәүләкән педагогия техникумы өс йыл эсендә дүрт бина алмаштыра. Шунлыҡтан уҡыуҙарҙы өсөнсө сменала алып барырға мәжбүр булалар. Ятаҡ булмай, уҡыусылар фатирҙарҙа йәшәй.

1939 йылда урыҫ бүлеге асыла. Урыҫ бүлегендә 1939—1945 йылдарҙа экстернат булған. 1941—1942 йылдарҙа училище башҡорт, татар, урыҫ мәктәптәре өсөн 73 башланғыс кластар уҡытыусылары, 68 тракторист һәм 95 сандружина хеҙмәткәрҙәре әҙерләп сығара[4].
1942 йылдың 11 сентябрендә Совет урамында урынлашҡан ике ҡатлы таштан төҙөлгән район башҡарма комитеты бинаһын класс бүлмәләре һәм уҡыусыларға ятаҡ өсөн педагогия техникумына тапшырыла[4]. Һуғыш аҙағына табан педагогия училищеһеның финанс хәле бер аҙ яҡшыра төшә.1943 йылда смета 303,8 мең һум ҡаралған булһа, 1945 йылда 363,7 мең һум тәшкил иткән. 1946 йылда күп уҡытыусылар, студенттар һәм мадти базаның бер өлөшө Күгәрсен районы Мораҡҡа күсерелә.
Дәүләкән педучилищеһы ябылмай, ул эшен дауам итә. Был уҡыу йорто үҙ заманының көслө уҡыу йорто булып һанала. Йыл һайын ике йөҙ илленән ашыу студент белем ала.
30- сы йылдар башында күренекле башҡорт яҙыусыһы Сәғит Агиш училищела башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Башҡорт халыҡ шағиры Мәжит Ғафури, Али Карнай,Ғәлимов Сәләм, М. Хәй осрашыуҙарға килеп йөрөй.
Училищела әҙәби мөхит тыуҙырыуға һәм йәш таланттарҙы үҫтереүгә Сәғит Агиштың йоғонтоһо ҙур була. Уның етәкселегендә уҡыу йортонда «Ҡорос ҡәләм» әҙәби түңәрәге эшләй. Төрлө әҙәби конкурстар, кисәләр, осрашыуҙар ойошторола. Педучилищеның билдәле директорҙары — Үтәшев Заһир, Баянов Ислам Баян улы, Юсупов,Ишмөхәмәтов.1941-1942 йылдағы уҡыу йылында училищенең директоры булып Башҡорт АССР-ының элекке обком секретары, аҙаҡ тарих фәндәре кандидаты, күп ғилми эштәр авторы Кузеев Рамазан Усман улы була. Артабан Кандаров Әфтәх, Кәбиров Харис Кәбир улы. Ул 1942 йылдың 31 авгусынан 1946 йылдың 23 июленә тиклем, аҙаҡ Мораҡ педучилищеһына күсерелә. Дәүләкән педучилищеһының директоры булып ябылғынға тиклем Канаев Иван Филлипович ҡала[3]

Педучилище уҡытыусылары:

  • Кандаров Әфтәх Лутфулла улы-тарих уҡытыусыһы,1941 йылдың көҙөндә һуғышҡа алына, рота политругы,1942 йылда батырҙарса һәләк була.
  • Кәбиров Харис Кәбир улы, сәләмәтлеге арҡаһында һуғышҡа алынмай, комсомол етәксеһе, тарих уҡытыусыһы, аҙаҡ директор булып эшләй.
  • Вәлиев Ш.В — география уҡытыусыһы.
  • Шадрин Степан Степанович — матемаика уҡытыусыһы.
  • Бабичева Мәдхинур Хайрулла ҡыҙы — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, дәреслектәр тәржемәсеһе.
  • Хөсәйен Ҡунаҡбай — башҡорт яҙыусыһы, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Шулай уҡ училищела эшләгән урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Малахова Ольга Павловна (элек Мораҡ педучилищеһында эшләй), математика уҡытыусыһы М. Х.Үтәғолов, педагогика уҡытыусыһы З. Н. Мурзакова,һынлы сәнғәт уҡытыусыһы Г. И. Воротник, музыка уҡтыусылары Л.Винс,Супрун, физкультура уҡытыусыһы В. И. Андреева, Киев консерваторияһын тамамлап килгән йыр уҡытыусыһы Аэрова кеүек талантлы уҡытыусылар студенттар хәтерендә яҡты эҙ ҡалдырған. Дәүләкән педагогия техникумын тамамлаусылар араһында күренекле шағирҙар, яҙыусылар, уҡытыусылар, фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, партия һәм совет хеҙмәткәрҙәре бар[3]

  • 1955 йылда Дәүләкән педагогия техникумы Бәләбәй педагогия училищеһы (хәҙер колледж) менән берләштерелә.

Билдәле шәхестәре үҙгәртергә

Уҡыу йорто менән бәйле күренекле шәхестәр:

  • Степанов Виктор Данилович — матеаматика фәндәре докторы,Стәрлетамаҡ педагогия институты профессоры.
  • Карпухин Иван Егорович— ғалим-фольклорсы, яҙыусы һәм шағир. 1962 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы.
  • Пшеничнюк Анатолий Харитонович  — тарих фәндәре кандидаты, археолог, «Сармат алтынын» асыусы
  • Хәбибуллина Рәхимә Ғәлиәхмәт ҡыҙы — филология фәндәре кандидаты, сығышы менән Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылынан, Ҡырғыҙстанда йәшәй.
  • Муратов Сәйфулла Низам улы — Ленинград университетын тамамлай, арабистика факультеты, филология фәндәре докторы, өс томдан булған «Описание тюркских рукописей» авторы.
  • Мортазин Миҙхәт Булат улы — тарих фәндәре докторы, Ленинград ҡалаһының почетлы гражданины.
  • Абдрахманов Хәниф — Дәүләкән педучилише студенты армияға алына, күрһәткән батырлығы өсөн Дан орденының тулы кавалерына лайыҡ була
  • Ильясов Рифҡәт Батыр улы — хәрби летчик-полковник.
  • Вагапов Наил Ғариф улы — Ленинград художество академияһын тамамлай, Өфө ҡалаһының Баш рәссамы булып эшләй, уның тарафынан Өфө балалары өсөн тәүге художество мәктәптәре асыла[3]

Әхиәр Хәким — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2001), тәржемәсе, тәнҡитсе-ғалим, филология фәндәре кандидаты (1967); Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1984). Дәүләкән районының почётлы гражданы.

Агишев Сәғит Ишмөхәмәт улы — башҡорт яҙыусыһы. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1943 йылдан — КПСС ағзаһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1975)

Муса Ғәли — башҡорт шағиры, драматург һәм тәржемәсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1947 йылдан — КПСС ағзаһы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1979). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973), Халыҡтар Дуҫлығы (1993) ордендары кавалеры.

Ғилемдар Рамазанов — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан шағир, әҙәбиәт белгесе һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1950 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (1966). СССР-ҙың VI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983), Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1982). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973), ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1945) һәм «Почёт Билдәһе» (1957) ордендары кавалеры.

Хәким Ғиләжев — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983), Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1973).

Зайлалова Сажиҙә Хәмәҙийәр ҡыҙы (1.11.1919—26.11.2005), педагог‑методист, дәреслектәр авторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1963).

Хөсәйен Ҡунаҡбаев — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, батальон замполиты, кесе лейтенант. Шағир һәм журналист, тәржемәсе. 1940 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.

Абдрахманов Хәниф Хажиғәле улы — уҡытыусы, Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкының орудие һәм разведка отделениеһы командиры, сержант. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Дан орденының тулы кавалеры.

Шәриф Бикҡол — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт шағиры, яҙыусы һәм журналист. 1950 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың (1980) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1969). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) һәм «Почёт Билдәһе» (1974) ордендары кавалеры.

Бабичева Мәдхинур Хәйрулла ҡыҙы — уҡытыусы,
Ғилманов Рифҡәт Мортаза улы — уҡытыусы,йәмәғәт эшмәкәре, Дәүләкән башҡорт мәктәп-интернат директоры

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә