Мөсхәф
Мөсхәф (ғәр. مصحف;рус. Мусхаф) — китап рәүешендә бер урында йыйылған һәм яҙылған биттәр йыйынтығы. Йыш ҡына мөсхәф тип Мөхәммәт (Пәйғәмбәр) үлгәндән һуң яҙып алынған һәм йыйылған Ҡөрьән биттәрен атайҙар[1].
Билдәләмәһе
үҙгәртергәМосолмандар «әл-Ҡүрьән» (ғәр. أَلْقُرآن — уҡыу) тигән һүҙбәйләнеште аңлата, ә китаптың төплөгө тураһында барғанда «мөсхәф» һүҙе ҡулланыла. Ҡөрьәндең үҙендә «мөсхәф» урынына «китаб» (ғәр. کتاب) һүҙе яҙылған. Шулай итеп, Ҡөрьән яҙма рәүештә күренгәнгә тиклем үк үҙен «китап» тип атай[2].
Мөсхәфтәр
үҙгәртергә- Мөсхәф Али — шиғыйҙар инанысында, имам Али ибн Әбү Талип төҙөгән Ҡөрьән һәм хәҙистәр төпләме. Шиғыйҙар инанысында «Али мөсхәфе» Ҡөрьәндең беренсе тәфсире тип һанала, ул Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең вафатынан һуң ярты йыл эсендә төҙөлгән булған. Шиғыйҙар фекеренсә, «Али мөсхәфе» Али һәм уның вариҫтарының власть хоҡуҡтарын нигеҙләүсе хәҙистәрҙе үҙ эсенә алған булған.
- Фатима мөсхәфе" — шиғыйҙар инанысында, Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ҡыҙы Фатима яҙған китап. Шиғыйҙарҙың «Усул әл-Кәфи» тигән хәҙистәр йыйынтығында «Мөсхәф Фатима» тип аталған бер бүлек бар. Китаптың килеп сығышы тураһында бер нисә версия бар, әммә бөтәһендә лә уртаҡлыҡ — Мөхәммәт Пәйғәмбәр үлгәндән һуң Ябраил фәрештә Фатимаға килә, уны йыуата һәм киләсәк ваҡиғалар тураһында һөйләй башлай (шул иҫәптән уның вариҫтарының — алисыларҙың яҙмышы тураһында ла[3]. Яҙып алыусы уның ире — Али ибн Әбү Талип[4] була. Фатиманың мөсхәфе беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланмаған һәм шиғый инаныстарына ярашлы, Заман ахырында был китапты Мәһди күрһәтәсәк[5]. Мосолман-сөнниҙәр "Мөсхәф Фатима"ның барлығын инҡар итәләр, сөнки сөнниҙәрҙең хәҙис йыйынтыҡтарында ул телгә алынмай[6].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Али-заде, 2007
- ↑ Madigan, Daniel. The Qur’an’s Self-Image: Writing and Authority in Islam’s Scripture, Princeton University Press, 2001.
- ↑ Imam Khomeini’s quote published in, «The Position of Women from the Viewpoint of Imam Khomeini» 2015 йыл 5 декабрь архивланған., pg. 10-11.
- ↑ Imam Khomeini’s quote published in, «The Position of Women from the Viewpoint of Imam Khomeini» pg. 10-11.
- ↑ The Book of Fatimah (AS) 2006 йыл 4 октябрь архивланған. al-Islam.org
- ↑ Thomas Patrick Hughes. Dictionary of Islam: being a cyclopædia of the doctrines, rites, ceremonies, and customs, together with the technical and theological terms, of the Muhammadan religion. W. H. Allen, 1885. Pg 573
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Али-заде, А. А. Мусхаф // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Muṣḥaf / Burton, J. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |