Алисылар (ғәр. العلويون‎; рус. Али́ды) - Али ибн Әбү Талип вариҫтары. Алисылар хәрәкәте имам хакимлығының илаһилығын раҫлаусы шиғый мистик тәғлимәтен тыуҙыра. Ҡораллы көрәш барышында Алисыларҙың төрлө тармаҡтары ислам донъяһының төрлө төбәктәрендә власҡа килә ала: Марокко, Төньяҡ Африка, Яҡын Көнсығыш, Йәмән һәм Иран шундайҙарҙан.

Нигеҙ һалыусы үҙгәртергә

Риүәйәт буйынса, Али ибн Әбү Талиптың балалары күп — 8 йәки 9 ҡатындан 14 (йәки 18) улы һәм 19 (йәки 17) ҡыҙы була. Алиҙың иң билдәле улдары Хәсән һәм Хөсәйен Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ҡыҙы Фатиманан, һәм бәнү хәнифә ҡәбиләһенән Хәүлә бинт Жәғәфәрҙән тыуған улы Мөхәммәт ибн әл-Хәнәфиә була. Тап ошо өс тармаҡ Хәлифәлектә юғары власҡа дәғүә итә. Шиғый-имамсылар таныған ун ике имамдың туғыҙын Хөсәйен тармағын биргән[1].

Тарихы үҙгәртергә

Ислам тарихының бөтә дауамында тиерлек Алисылар йәки улар яҡлылар Хәлифәлек һәм башҡа мосолман дәүләттәре властарына ҡаршы ҡораллы һәм идеологик көрәш алып бара. Али тарафдарҙары уның тоҡомоноң имаматҡа айырым хоҡуҡтарын яҡлай, улар власҡа килеү менән ерҙә тыныслыҡ һәм ғәҙеллек батшалығы хакимлыҡ итәсәгенә ышана[2]. Алисылар хәрәкәте имам хакимлығының илаһилығын раҫлаусы шиғый мистик тәғлимәтен тыуҙыра [1]. Шиғыйҙар «йәшерен» имам миссияһына- Алиҙың вафат булмаған вариҫының ҡайтып, шиғыйҙарҙы етәкләргә тейешлегенә айырыуса ҙур әһәмиәт бирә. Һәр шиғый сектаһы үҙенең лидерын «йәшерен» имам итеп күрә[2]

Хәҙерге ваҡытта Алисыларҙың күп һанлы вариҫтары бөтә ислам илдәрендә йәшәй. Уларҙы сәйеттәр йәки шәрифтәр тип атайҙар. Иң билдәле Алисыларҙың ҡәберҙәре бөтә донъя шиғыйҙары өсөн хаж ҡылыу объекты булып тора[2].

Алисы династиялар үҙгәртергә

Ҡораллы көрәш барышында Алисыларҙың төрлө тармаҡтары ислам донъяһының төрлө төбәктәрендә власҡа килә ала. Алисылар етәкселегендәге имаматтар Мароккола (Иҙрисиҙар), Төньяҡ Африкала һәм Яҡын Көнсығышта (Фатимиҙар), Йәмән (Рассисылар, Зәйдиҙәр һәм Тәбәристанда (Зәйдиҙәр)[1].

Династия Ил Хакимлыҡ йылдары Династияны башлаусы
Сөләймәниҙәр Тлемсен һәм Тенес (әмирҙәр) 786—953/4 Сөләймән ибн Ғабуллаһ (Хәсән ибн Алиҙың бүләһе)
Идрисиҙәр Марокко (хәлифәләр) 789—974 (с перерывами) Идрис ибн Ғабдуллаһ ( Хәсән ибн Алиҙың бүләһе)
Алавиды Тәбәристан (әмирҙәр) 864—928 (с перерывами) Хәсән ибн Зәйед (Хәсән ибн Алиҙың 6-сы быуындағы тоҡомо)

Хәсән ибн Али (Хөсәйен ибн Алиҙың 6-сы быуындағы тоҡомо)
Бәнү Үхәйдир Ғәрәбстан ярымутрауы (әмирҙәр, Йәмәмә) 867—1051 Мөхәммәт ибн Йософ (Хәсән ибн Алиҙың 5-се быуындағы тоҡомо)
Рассиды (Зәйдиҙәр) Йемен (имамдар) 897—1281 Яхья ибн Хөсәйен (Хәсән ибн Алиҙың 7-ом быуындағы тоҡомо)
Фатимиҙар Ифрикия (хәлифәләр)

Мысыр (хәлифәләр)
909—1048

969—1171
Ғөбәйҙуллаһ ибн Мөхәммәт (Хөсәйен ибн Алиҙың 9-сы быуындағы тоҡомо)
Мусабиҙар Мәккә (әмирҙәр һәм шәрифтәр) 967—1063 Жәғәфәр ибн Ғабдуллаһ ибн Мөхәммәт ибн Муса ибн Ғабдуллаһ ибн Муса ибн Ғабдуллаһ ибн Хәсән ибн Хәсән
Хәммүдиҙәр Альхесирас (әмирҙәр)

Кордова (хәлифәләр)

Малага (әмирҙәр)
1013—1058

1016—1023, 1025—1027

1026—1057
Али ибн Хәммүд (Мөхәммәт I ибн Идрис, Идрисиҙәр династияһының 7-ом быуыны тоҡомо)
Һашимиҙар Мәккә (әмирҙәр һәм шәрифтәр)

Хижәз (королдәр)

Ираҡ (королдәр)

Сүриә (королдәр)

Иордания (королдәр)
1201—1916

1906—1934

1920—1958

1920—1920

1920—…
Әбү-л-Ғәзиз Ҡәтәдә ибн Идрис ибн Мүтәйн ибн Абдул-Кәрим ибн Иса ибн Хөсәйен ибн Али ибн Ғабдуллаһ ибн Мөхәммәт Әбү Жәғәфәр Мәккә әмире (967-980), Мусабиҙәр династияһынан

Хөсәйен ибн Али ( Хәсән ибн Алиҙың 37-се быуындағы тоҡомо)

Ғабдуллаһ ибн Хөсәйен ( Хөсәйен ибн Алиҙың улы)

Фейсал ибн Хөсәйен ( Хөсәйен ибн Алиҙың улы)

Ғабдуллаһ ибн Хөсәйен (Хөсәйен ибн Алиҙың улы)
Сөләймәниҙәр Йемен (әмирҙәр, Тихәмә һәм Асир) 1063/9—XVI быуат аҙағы Хәмзә ибн Ваххас (Сөлймән ибн Ғабдуллаһ, Хәсән ибн Али быуыны тоҡомо)
Мәхдиселәр Йемен (әмирҙәр, Зәбид) 1137—1174 Али ибн әл-Маәхди аәр-Руайни әл-Химйари (үҙен Али һәм Пәйғәмбәрҙәр тоҡомо тип иғлан иткән )
Исхаҡ клан Сомали (шәйехтәр) ок. 1200—… Исхаҡ ибн Әхмәт
Муса кланы Сомали (шәйехтәр) ок. 1200—… Муса ибн Мөхәммәт
Джути Марокко (султан) 1465—1472 Мөхәммәт ибн Али ( Идрис II тоҡомо)
Сәғәҙиҙәр Марокко (солтандар) 1509—1659 Әбү Ғабдуллаһ әл-Ҡәим (Хәсән ибн Али ейәне Мөхәммәт ән-Нәфс әз-Зәкий тоҡомо)
Ҡасимиҙар (Зәйдиҙәр) Йемен (имамдар и королдәр) 1597—1962 Ҡасим ибн Мөхәммәт ( Йософ ибн Яхья тоҡомо, Рассиҙәрҙән)
Ғәләүиҙәр Марокко (солтандар и королдәр) 1631—… Мөхәммәт I ибн Али ( Хәсән ибн Алиҙың 29-сы быуындағы тоҡомо)
Ҡасимиҙар әл-Кавасим (шәйехтәр)

Шәржә (әмирҙәр)

Рас-әл-Хайм (әмирҙәр)

Кальба (әмирҙәр)

Дибба (әмирҙәр)

до 1700—1866

1866—…

1866—…

1871—1951

1871—1951
Рахман I әл-Ҡасими
Хәлит I бин Солтан ( Рахман I тоҡомо)
Ибраһим I бин Солтан ( Рахман I тоҡомо)
Мәжид I бин Солтан (Рахман I тоҡомо)
Әхмәт I бин Солтан ( Рахман I тоҡомо)
Хөсәйениҙәр Тунис (бейҙәр һәм король) 1705—1957 Хөсәйен ибн Али
Идрисиҙәр Асир (әмирҙәр) 1906—1934 Мөхәммәт ибн Али
Сенусси Киренаика (әмир)

Триполитания (эмир)

Ливия (король)
1916—1923, 1949—1951

1922—1923, 1947—1951

1951—1969
Идрис ибн Мөхәммәт ( Али I ибн Ғүмәр тоҡомо, Идрисиҙәр династияһының 35-се быуыны)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Прозоров С. М. ал-‘Алавийа // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 18. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Али-заде, А. А. [71 Алиды] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).