Әбү Дауыт cүнәне
Әбү Дауыт Сүнәне (Сунан Аби Дауд; ғәр. سنن أبي داود; рус. Суна́н Абу́ Дау́да) — Әбү Дауыт йыйған алты төп хәҙистәр йыйынтығының (Күтүб әс-ситтә) иң бәләкәйе[1][2][3]. Әбү Дауыт йыйынтығы әл-Бохари һәм Мөслим имамдар йыйынтығынан һуң өсөнсө урынды биләй.
| ||||
Әбү Дауыт Сүнәне | ||||
Автор(ҙар) | Әбү Дауыт | |||
Яҙыу ваҡыты | VIII быуат | |||
Оригиналь теле | ғәрәпсә | |||
Һүрәтләндерә | исламдың иртә тарихы | |||
Темаһы | биография | |||
Жанры | тарихи хроника | |||
Күләме | 5274 хәҙис | |||
Эстәлеге | Мөхәммәт пәйғәмбәртормошонан эпизодтар | |||
Персонаждар | Мөхәммәт пәйғәмбәр, сәхәбәләр, хаҡ хәлифәләр, Пәйғәмбәр ҡатындары һ.б.. | |||
Тәүсығанаҡ | замандаштары телдән тапшырған | |||
Иҫбатлана | Ҡөрьән,Сәхих әл-Бохари, Сәхих Мөслим, | |||
Төп нөсхә | неизвестен | |||
Текст произведения в Викитеке |
Күҙәтеү
үҙгәртергә«Сунән» — имам Әбү Дауыттың тәүге әҫәрҙәренең береһе. 20 йыл дауамында ул ғәрәп хәлифәтенең төрлө мөйөштәрендә хәҙистәр йыя һәм һижри 241 йылда яҙып бөтөрә. Әбү Дауыт 500 мең хәҙис йыйған, шуларҙың 5 274-е генә йыйынтыҡҡа индерелгән. Дауыт ғүмере буйына йыйынтығына бер нисә тапҡыр әйләнеп ҡайта һәм ҙур булмаған үҙгәрештәр индерә[4].
Әбү Дауыт сүнәнендә башҡа оҡшаш йыйынтыҡтарҙа осрамаған хәҙистәр йыйылған[5]. Ул шәриғәт нормаларын үҙ эсенә алған тәүге хәҙистәр йыйынтығы тип иҫәпләнә, ә был китаптың бүлектәре фиҡһтың төрлө бүлектәренә тап килә: «Инаныс», «Тәһәрәт», «Намаҙ», «Зәкәт» һәм башҡалар. Мәккә халҡына мөрәжәғәтнамәһендә имам Әбү Дауыт былай ти: «„Сүнән“ йыйынтығына шәриғәт ҡанундарынан торған хәҙистәрҙе генә индерҙем, һәм донъя рәхәтлектәрен (зуһд), төрлө эштәрҙең яҡшылыҡтарын ҡулланыуҙа сама белеү тураһында хәҙистәрҙе индермәнем…»[4].
Әбү Дауыт үҙенең китабын 18 өлөшкә бүлә, уларҙың бер өлөшөн хәҙистәр, беренсе тапшырыусыһы күрһәтелмәгән хәҙистәр (мөрсәл) тәшкил итә. Һуңғараҡ йыйынтыҡтағы хәҙистәрҙе тапшырыусылар уны башҡаса бүлә. Мәҫәлән, Әл-Хатиб әл-Бағдади йыйынтыҡты 32 өлөшкә бүлә[4].
Тәүге «Әбү Дауыт Сүнәне» хәҙистәр йыйынтығы Делиҙа (Һиндостан), һижри 1271 йылда нәшер ителә[4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ignác Goldziher, Muslim Studies, vol. 2, pg. 240. Halle, 1889—1890. ISBN 0-202-30778-6
- ↑ Scott C. Lucas, Constructive Critics, Ḥadīth Literature, and the Articulation of Sunnī Islam, pg. 106. Leiden: Brill Publishers, 2004.
- ↑ Ibn Khallikan’s Biographical Dictionary, translated by William McGuckin de Slane. Paris: Oriental Translation Fund of Great Britain and Ireland. Sold by Institut de France and Royal Library of Belgium. Vol. 3, pg. 5.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Абу Дауд — хадисовед, достигший уровня иджтихада(недоступная ссылка) muslimpress.ru
- ↑ Various Issues About Hadiths . Дата обращения: 7 февраль 2013. Архивировано из оригинала 16 октябрь 2012 года.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Али-заде, А. А. Абу Давуд // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Abū Dāʾūd al-Sid̲j̲istānī / Robson, J. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Имам Абу Дауд — хадисовед, достигший уровня иджтихада — MuslimPress.ru, 21 апреля 2011.
- «Сунан» — сборник хадисов имама Абу Дауда ас-Сиджистани — Musulmanin.com, 18 февраля 2012.
- Имам Абу Дауд Сулейман ибн аль-Аш’ас ас-Сиджистани Краткая биография имама Абу Дауда 2018 йыл 12 август архивланған. (подготовил: Фарук Абу Хамид)
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |