Күтүб әл-Арбаға
Дүрткитаплыҡ, Күтүб әл-Арбаға (ғәр. الكتب الأربعة; рус. Кутуб аль-Арбаа) — «ун икесе» шиғыйҙарҙа иң яҡшы дүрт хәҙис йыйынтығы: әл-Күләйниҙең «Әл-Кәфи», ибн Бабавайх әс-Садуҡтың «Мән лә йәхдүрүһү-л-фаҡиһ», Шәйех әт-Тусиҙың «Тәхзиб әл-әхкәм» һәм "Әл-Истибсәр"е.
Күтүб әл-Арбаға | |
Төп тема | Хәҙистәр |
---|---|
Автор | Мөхәммәт (Пәйғәмбәр) |
Әҫәрҙең теле | Ғәрәп теле |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәШиғыйҙарҙың сөнниҙәрҙең китаптарынан айырылып торған хәҙистәр һәм риүәйәттәр йыйынтыҡтары менән файҙаланыуы, шиғыйҙарҙың юғарыла әйтелгән дүрт хәҙис йыйынтығы иң дөрөҫө һәм абруйлы китап тип иҫәпләнеүе билдәле (Күтүб әс-ситтә «Алтыкитаплыҡ»ҡа ҡаршы). Сөнни хәҙистәренән айырмалы рәүештә, шиғый риүәйәттәре тик гонаһһыҙ имамдарҙан (ун ике имам), Али ибн Әбү Талиптың ҡатыны Фатиманан таралған тоҡомдарынан йыйылған.
Дүрткитаплыҡ авторҙары
үҙгәртергә"Дүрткитаплыҡ"тың иң тәүге йыйынтығы «Әл-Кәфи»ҙең авторы әл-Күләйни 941 йылда үлгән. , «Мән лә йәхдүрүһү-л-фаҡиһ» авторы ибн Бабавайх әс-Садуҡ 918—992 йылдарҙа йәшәгән, «Һуңғы ике йыйынтыҡты — Тәхзиб әл-әхкәм» һәм «Әл-Истибсәр»ҙетуплаусы Шәйех әт-Туси 966—1067 йылдарҙа йәшәгән. Уларҙың барыһы ла хәҙерге Иран биләмәһендә тыуған һәм йәшәгән, унда хәҙер исламдың шиғый йүнәлеше дәүләт дине булып тора.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |