Ишбулатов Мөнир Сибәғәт улы

(Мөнир Ишбулатов битенән йүнәлтелде)

Ишбулатов Мөнир Сибәғәт улы (19 ғинуар 1935 йыл — 23 октябрь 2010 йыл) — мәғариф хеҙмәткәре, яҙыусы. 1994 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы[1]. Мәләүез районының Булат Рафиҡов исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2007).

Ишбулатов Мөнир Сибәғәт улы
Тыуған көнө:

19 ғинуар 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Байназар ауылы

Вафат булған көнө:

23 октябрь 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (75 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡортостан Республикаһы Мәләүез ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

шағир, яҙыусы

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Биографияһы

үҙгәртергә

Мөнир Сибәғәт улы Ишбулатов 1935 йылдың 19 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған[2] Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, «Ағиҙел» колхозында эшләй. Шунан Совет Армияһына хеҙмәткә саҡырыла.

1958—1963 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында белем ала.

Хеҙмәт юлын Байназар урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай.

1963 йыл — Бөрйән районы Белорет районы составына ингәндән һуң, Белорет районының мәғариф бүлегендә инспектор эшен алып бара.

1965 йыл — Яңы Мөсәт 8 йыллыҡ мәктәбен етәкләй. Нәби 8 йыллыҡ мәктәбендә директор була.

Ырғыҙлы 7 йыллыҡ мәктәбе урта мәктәп булараҡ үҙгәртелгәс, уның завучы ла, директоры ла булып эшләргә тура килә.

Шулай уҡ, Мөнир Ишбулатов йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡалмай. Ырғыҙлы ауыл Советы рәйесе вазифаһында оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт итә.

1988 йылда Ульяновск Бөтә Союз юридик институтын ситтән тороп тамамлай.

1990 йылдан хеҙмәт юлын Мәләүез ҡалаһы мәктәптәрендә, Денис Бүләков исемендәге Арслан урта мәктәбендә дауам итә. Талантлы педогог хеҙмәт юлын Мәләүез мәғариф бүлегендә методист булып тамамлай.

Мәғариф өлкәһендәге эшмәкәрлеген әҙәбиәт өлкәһендә ижад менән бергә алып бара. Шиғырҙар, поэмалар, хикәйәләр, сәхнә әҫәрҙәре яҙа. Үҙәк китапханала, 4-се ҡала китапханаһында уҙғарылған сараларҙа ҡатнашырға ла, 9-сы гимназияла йәш әҙәбиәтселәр түңәрәге үткәрергә лә өлгәрә[3].

Ғүмеренең аҙаҡҡы көндәренә тиклем Мәләүез ҡалаһында йәшәй һәм уҙенең яратҡан яҙыусылыҡ эше менән шөғөлләнә.

Мәғариф, әҙәбиәт өлкәһендә ҡаҙанған уңыштары өсөн Мөнир Сибәғәт улы республика ведомстволарының Почёт грамоталары менән бүләкләнә.

2010 йылда вафат була. Тыуған ауылы Байназарҙа ерләнгән.

Әҙәби ижады

үҙгәртергә

Мөнир Ишбулатов педагогик хеҙмәте менән бер рәттән әҙәбиәт өлкәһендә лә уңышлы эшләй. Уның был эшмәкәрлеге үткән быуаттың 60-сы йылдарынан башлана. Ололар өсөн дә, балалар өсөн дә яҙа.

Әҫәрҙәре «Башҡортостан», «Ленинсы», «Йәшлек», «Башҡортостан пионеры», «Йәншишмә» гәзиттәрендә, «Йәш көстәр» альманахында, «Ағиҙел», «Шоңҡар», «Аманат», «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналдарында баҫыла килә.

Шиғриәт, проза һәм драматургия өлкәһендә берҙәй үк уңышлы ижад итә. Бик күп шиғырҙарына Муса Смаков, Дамир Әҙелбаев һәм башҡа композиторҙар көй яҙа.

Башта әҫәрҙәре «Ағиҙел» журналында донъя күрә. 1994 йылда «Мөхәббәткә хөкөм юк», 1998 йылда — «Әруахтар ғәҙеллек юллай», 2002 йылда — «Шырмый Ихлас», 2010 йылда «Бар ине заманалар» (Хикәйә-хәтирә) тигән әҫәрҙәре баҫылып сыға. Аҙағыраҡ хикәйәләре, повестары китап булып тупланып сыға башлай.

Әҙиптең тыуған халҡына аманаты булып тормош фәлсәфәһе менән һуғарылған 6 китабы ҡалды.

Китаптары

үҙгәртергә
  1. Ишбулатов, М. С. Изге бурыс [Текст]: Бәйәндәр, хикәйәләр / М. С. Ишбулатов. -М8л89ез: Полиграфист, 2007. — 488 б.
  2. Ишбулатов, М. С. Йылым — ун ике айым [Текст]: Шиғырҙар / М. С. Ишбулатов. -Өфө: Китап, 2005. — 64 б.
  3. Ишбулатов, М. С. Ҡалдың ҡайһы бөгөлдә [Текст]: Шиғырҙар һәм поэмалар / М. С. Ишбулатов. -Күмертау: Ҡала нәшриәте, 2005. — 188 б.
  4. Ишбулатов, М. С. Мөхәббәткә хөкөм юҡ [Текст]: Повестар, хикәйәләр / М. С. Ишбулатов. -Өфө: Китап, 1997. — 400 б.
  5. Ишбулатов, М. С. Төндөң ике йөҙө [Текст] / М. С. Ишбулатов. -Мәләүез: Полиграфист, 2010. — 320 б.
  6. Ишбулатов, М. С. Әруахтар ғәҙеллек юллай [Текст]: Бәйәндәр һәм хикәйәләр / М. С. Ишбулатов. -Өфө: Китап, 2010. — 328 б[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Мәләүез районының Булат Рафиҡов исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2007)[4].

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Писатели земли башкирской [Текст] : справочник / сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Перераб. и доп. второе изд.- Уфа, 2015.- С.297.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә