Учалы — Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Учалы ауылындағы Силәбе Көньяҡ-Урал тимер юлының Златоуст төбәге тимер юл станцияһы. Йөк станцияһы.

Учалы
Дәүләт  Рәсәй
Хужаһы Көньяҡ Урал тимер юлы
Рәсми асылыу датаһы 1959
Тимер юл һыҙаты Көньяҡ Урал тимер юлы
Код станции 84530
Карта

Тасуирлама үҙгәртергә

1953 йылда Мейәс — Учалы тимер юлы ғәмәлгә инә. Учалы станцияһының коды 80570. Йөк станцияларына ҡарай. Көньяҡ-Урал тимер юлының Силәбе бүлегенә инә. Учалы тимер юл станцияһынан 10 км алыҫлыҡта Өфө-Силәбе һыҙығында Башҡортостан Республикаһының Учалы районы үҙәге Учалы ҡалаһы урынлашҡан. Ул Өфөнән 450 км көньяҡ-көнсығышта, Көньяҡ Уралда, Уралтауҙың көнсығыш тау армыттарында урынлашҡан. Күлдәр менән уратып алынған.

Станцияла түбәндәге ғәмәлдәр тормошҡа ашырыла: 3-тән 5-кә тиклем тонна йөк биреү, түбәһе ябыҡ складтарҙан ваҡ йөктәрҙе ҡабул итеү һәм биреү. Станция коммерция операциялары яһай: багажды ҡабул итеү һәм биреү; пассажир билеттары һатыу һәм башҡалар. Вокзал бинаһы бер ҡатлы, бәләкәй. Күптән түгел станцияла ремонт эшләнә, вокзал бинаһы тыштан һарғылт төҫкә буяла.

2013 йылда Мейәс — Учалы ҡала яны поезы туҡтатыла. Бының менән бәйле станция пассажирҙар функцияһын юғалта. 2013 йыл мәғлүмәттәре буйынса Учалы станцияһы вокзалында тәүлек әйләнәһенә билет кассаһы эшләй.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә