Ән-Наср сүрәһе

Изге Яҙманың 3 аяттан торған 110-сы сүрәһе. «Ярҙам» тип тәржемә ителә. Мәккә сүрәһе.

Ән-Наср сүрәһе (ғәр. سورة النصر‎) (Ярҙам) - Ҡөрьән Кәримдең 110-сы сүрәһе, 3 аяттан тора. Сүрәлә Мәккәне яулап алыу тураһында һүҙ бара. Мәккәгә мосолмандарҙың баҫып инеүе ҡорайыштарҙың Хоҙайбиә килешеүен боҙоуы арҡаһында килеп сыға. Ҡорайыштар Пәйғәмбәр ﷺ менән килешеү төҙөгән ырыуға һөжүм итә. Пәйғәмбәр ﷺ ун мең ғәскәр туплай һәм ярҙамға ашыға, Мәккәгә йүнәлә. Был Һижрәнең 8-се йылында, Рамаҙан айында була (м. 630 йылдың декабре). Мәккә һуғышһыҙ баш һала. Шул рәүешле мосолмандар, ҡан ҡойошһоҙ һәм яуһыҙ ғына, Ислам тарихында иң ҙур еңеүгә өлгәшә. Мәккәне алыу бик ҙур дини һәм сәйәси әһәмиәткә эйә була.

Ән-Наср сүрәһе
سورة النصر

Ән-Наср сүрәһе
Синыфы

Мәккәләге

Мәғәнәһе

Помощь

Статистика
Сүрә номеры

110

Аяттар һаны

3

Джүз

30

Руҡуғ

1

Алдағы сүрә

Әл-Кәфирун сүрәһе

Киләһе сүрә

Әл-Мәсәд сүрәһе

QuranAcademy.org
Ән-Наср сүрәһе

Ғәрәпсәһе

үҙгәртергә



بِسۡمِ اللّٰہِ الرَّحۡمٰنِ الرَّحِیۡمِ


  1. اِذَا جَآءَ نَصۡرُ اللّٰہِ وَ الۡفَتۡحُ

  2. وَ رَاَیۡتَ النَّاسَ یَدۡخُلُوۡنَ فِیۡ دِیۡنِ اللّٰہِ اَفۡوَاجًا

  3. فَسَبِّحْ بِحَمْدِ رَبِّكَ وَاسْتَغْفِرْهُ إِنَّهُ كَانَ تَوَّابً


Транскрипцияһы

үҙгәртергә

БисмиЛләһи-Ррахмәни-Ррахиим!

  1. Иҙәә джәәә нәсру-Ллаһи үәл-фәтх.
  2. Үә раьәйтә-ннәәсә йәдхулүүнә фии диини-Лләһи әфуәджә
  3. Фәсәббих бихәмди Раббикә үәстәғфирһү иннәһу кәәнә тәүүәәбә

БисмиЛләһи-Ррахмәни-Ррахиим!

  1. Әгәр ҙә һиңә вәғәҙә ителгән ярҙам килһә Ислам әһеле күп ҡалаларға өҫтөн булып , уларҙы үҙ ҡулы аҫтына алһа,
  2. Һин кешеләрҙең Ислам диненә төркөм-төркөм булып ингәндәрен күрерһең
  3. Һин Раббыңды маҡтап тәсбих әйт. Дөрөҫлөктә, Аллаһы тәғәлә ғәфү һораусыларҙың тәүбәләрен ҡабул итеүсе булды

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Ҡөрьән Кәрим – башҡорт, татар, урыҫ телдәренә тәржемәләр.
  • Ҡөрьән Кәрим (транскрипциялар) //мөх. Нурмөхәмәт Сөйәрғолов // - Стәрлетамаҡ, ҡала типографияһы, 2007,609 бит.
  • Тәсһилүл бәйән (Ҡөрьән Кәримдең еңеләйтелгән аңлатмаһы), 1-4 томдар – Ҡазан, 2004