Әз-Зәлзәлә сүрәһе

Изге Яҙманың 8 аяттан торған 99-сы сүрәһе. «Ер тетрәү» тип тәржемә ителә. Мәккәлә иңдерелгән

Әз-Зәлзәләһ сүрәһе (ғәр. سورة الزلزلة‎; Ер тетрәү) — Ҡөрьән Кәримдең 99 сүрәһе. Мәҙинәлә ингән сүрә, 8 аяттан тора.

Әз-Зәлзәлә сүрәһе
سورة الزلزلة

Әз-Зәлзәлә сүрәһе
Синыфы

Мәҙинә

Мәғәнәһе

Ер тетрәү

Статистика
Сүрә номеры

99

Аяттар һаны

8

Джүз

30

Руҡуғ

1

Алдағы сүрә

Әл-Бәййинә сүрәһе

Киләһе сүрә

Әл-Ғәдийәт сүрәһе

QuranAcademy.org

إِذَا زُلْزِلَتِ الْأَرْضُ زِلْزَالَهَا

أَخْرَجَتِ الْأَرْضُ أَثْقَالَهَا

وَقَالَ الْإِنسَانُ مَا لَهَا

يَوْمَئِذٍ تُحَدِّثُ أَخْبَارَهَا

بِأَنَّ رَبَّكَ أَوْحَى لَهَا

يَوْمَئِذٍ يَصْدُرُ النَّاسُ أَشْتَاتًا لِّيُرَوْا أَعْمَالَهُمْ

فَمَن يَعْمَلْ مِثْقَالَ ذَرَّةٍ خَيْرًا يَرَهُ

وَمَن يَعْمَلْ مِثْقَالَ ذَرَّةٍ شَرًّا يَرَهُ

Транскрипцияһы

үҙгәртергә

БисмиЛләһи-ррәхмани-ррәхим!

1. Иҙәә зүлзиләтил-арду зилзәәләһәә.

2. Үә ахраджатил-арду әҫҡааләһәә.

3. Үә ҡааләл-иңсәәнү мәә ләһәә.

4. Йәүмә'иҙиң түхәддиҫү ахбәәрәһәә.

5. Биьәннә раббәкә әүхәә ләһәә.

6. Йәүмәьиҙии-йәсдүрү-ннәәсү әштәәтәл-лийүрау әғмәәләһүм

7. Фәмәй-йәғмәл миҫҡаалә ҙәрратин хәйрай-йәраһ.

8. Үә-мәй-йәғмәл миҫҡаалә ҙәрратиң шәррай-йәраһ

Мәғәнәһе

үҙгәртергә

Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!

1. Ер үҙ тетрәүе менән тетрәгәс,

2. һәм Ер үҙенең йөктәрен атып сығарғас,

3. һәм кеше: «Ни булды уға?» — тип әйткәс,

4. ул көндө ул [Ер] үҙенең хәбәрҙәрен һөйләр,

5. сөнки Раббың уға үәхи ҡылыр.

6. Ул көндө кешеләр үҙҙәренең ҡылған ғәмәлдәрен күреү өсөн төркөм-төркөм булып сығыр.

7. Бер кеше туҙан ауырлығы саҡлы ғына изгелек эшләгән булһа ла, уны [әжерен] күрер.

8. Һәм бер кеше туҙан ауырлығы саҡлы ғына боҙоҡлоҡ эшләгән булһа ла, уны [ғазабын] күрер.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Ҡөрьән Кәрим — башҡорт, татар, урыҫ телдәренә тәржемәләр.
  • Ҡөрьән Кәрим (транскрипциялар) //мөх. Нурмөхәмәт Сөйәрғолов // — Стәрлетамаҡ, ҡала типографияһы, 2007, 609 бит.
  • Тәсһилүл бәйән (Ҡөрьән Кәримдең еңеләйтелгән аңлатмаһы), 1-4 томдар — Ҡазан, 2004

Һылтанмалар

үҙгәртергә

http://www.falaq.ru/quran/arab/99