Мәғәфүр (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Мәғәфүр — башҡорт ир-ат исеме.
Этимологияһы
үҙгәртергәМәғәфүр исеме башҡорттарға ғәрәптәрҙән килеп ингән. Кисерелгән, ғәфү ителгән тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәМәғәфүр Хисмәтуллин, Хисмәтуллин Мәғәфүр Хисмәтулла улы (10 ғинуар 1915 йыл — 5 октябрь 2004 йыл) — йырсы, режиссёр, педагог. 1939—1982 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. 1969—1995 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың (1965) һәм Башҡорт АССР-ының (1953) халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1969). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
Усманов Мәғәфүр Мәхмүт улы (26 март 1962 йыл) — башҡорт театр актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1995).
Сәйфуллин Мәғәфүр Сәйфулла улы (1917 йыл — 22 август 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, рядовой.
Фамилияла
үҙгәртергәМәғәфүрова Флүрә Фаат ҡыҙы (8 август 1952 йыл) — ғалим-селекционер, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (2006).
Мәғәфүров Ҡадир Барый улы (6 апрель 1949 йыл), ғалим-биолог, иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1998), профессор (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |