Мәғсүм
Мәғсүм — башҡорт ир-ат исеме.
Мәғсүм |
Этимологияһы
үҙгәртергәМәғсүм исеме төрки телле халыҡтарға ислам дине менән бергә ғәрәп теле аша ингән, гонаһһыҙ, саф тигән мәғәнәгә эйә[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәИмаметдинов Мәғсүм Имаметдин улы (1898 йыл — 11 март 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945).
Әбүбәкеров Мәғсүм Әбүбәкер улы (рус. Абубакиров Магасум Абубакирович) (1902 йыл — 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкында химик химик вазифаһын башҡара. Ҡыҙылармеец.
Фамилияла һәм атаһының исемендә
үҙгәртергәҒарипов Талмас Мәғсүм улы (31 июль 1928 йыл) — тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), филология фәндәре докторы (1974), профессор (1979). Рәсәй Федерацияһының (1992) һәм Башҡорт АССР-ының (1983) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003), СССР-ҙың юғары белем биреү отличнигы (1979). Бадминтон буйынса БАССР-ҙың тәүге чемпионы. (1966); 1965—1981 йылдарҙа БАССР‑ҙың бадминтон буйынса йыйылма командаһы тренеры.
Мәғәсүмов Фәтҡулла Борхай улы (октябрь 1892 йыл — 1921 йыл ) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы етәкселәренең береһе.
Мәғәсүмов Мансур Мәғәсүм улы (27 март) 1891 йыл — 12 июнь 1936 йыл) — медик, совет органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан.
Зәкирйәнов Әлфәт Мәғсүм улы (7 октябрь 1959 йыл) — әҙәбиәт ғалимы, тәнҡитсе, педагогия фәндәре кандидаты (1993), филология фәндәре докторы (2012), Татарстан Фәндәр академияһының Г. Ибраһимов исемендәге Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт институтының әҙәбиәт белеме бүлеге мөдире. Ҡаҙан федераль университеты Лев Толстой исемендәге Филология һәм мәҙәниәт ара бәйләнештәр институтының татар әҙәбиәте кафедраһы профессоры. Урыҫ мәктәптәре өсөн татар әҙәбиәте дәреслектәре, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн методик әсбаптар, ваҡытлы матбуғатта баҫылған бөгөнгө әҙәби процесҡа арналған тәнҡит мәҡәләләре авторы. Татарстан Яҙыусылар союзы ағзаһы (2005). Шәйхи Маннур премияһы лауреаты (2019).
Ямалиев Альберт Мәғсүм улы (30 июль 1942 йыл) — ғалим-үҫемлектәр физиологы. Биология фәндәре докторы (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002). Сығышы менән Бүздәк районы Сәүәҙебаш ауылынан.
Мәҙәниәттә
үҙгәртергәМәғсүм — «Портфель» спектаклендәге герой.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |