Сәфәровтарбашҡорт дворяндары нәҫеле. Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районы) Шәмшәҙе улусының Мәскәү ауылы башҡорттарынан.

Сәфәровтар


Нәҫел китабы теркәлгән губерна:

Өфө губернаһы

Башлап ебәреүсе:

Йәғәфәр Сәфәров

Барлыҡҡа килгән урыны:

Бөрө өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһы ] Дүртөйлө районы) Шәмшәҙе улусының Мәскәү ауылы


Подданлығы:

Дөйөм характеристика

үҙгәртергә

Сәфәровтар нәҫелен башлап ебәреүсе Йәғәфәр Сәфәров була. Уның улы Әбделвәхит Йәғәфәр улы Сәфәров (1764—1848) Башҡорт-мишәр ғәскәрендә йорт старшинаһы булып хеҙмәт итә. Уның улдары:

  • Әбделхәким Әбделвәхит улы Сәфәров (1795—1857) — поход старшинаһы. Улдары — Әхмәҙей, Әбделзаһир, Әбделғәлим, Юныс[1].
  • Әбделбасир Әбделвәхит улы Сәфәров (1800—1839) — зауряд‑яҫауыл (1824). 1814 йылдан Башҡорт-мишәр ғәскәрендә хеҙмәт итә. 1828 йылдан йорт старшинаһы була. 1832—1839 йылдарҙа 10-сы башҡорт кантоны башлығы вазифаһын үтәй[2]. 1832 йылда Ырымбур хәрби губернаторы В. А. Перовскийҙан рәхмәт ала.
  • Әбделнасир Әбделвәхит улы Сәфәров (1808—1850). Писарь булып хеҙмәт итә. 1847 йылда шәхси хеҙмәттәре өсөн йөкләмәләрҙән азат ителә. Улы — Әбделғәзиз[1].
  • Әбделъяппар Әбделвәхит ул Сәфәров (1808—?). Улы — Абдрахман[1].
  • Әбделмөсәүир Әбделвәхит улы Сәфәров (1810—?) — зауряд‑хорунжий. 1839—1840 йылдарҙағы Хиуа походында ҡатнашҡан. 1847 йылда йөкләмәләрҙән азат ителә. Улы — Әбделғафар[1].

Әбделбасир Сәфәровтың улдары:

  • Әбделхаҡ Әбделбасир улы Сәфәров (1820—?) — зауряд‑хорунжий.
  • Абдулла
  • Ғатаулла
  • Сибәғәтулла[1].

Сәфәровтарҙың нәҫеле XIX быуаттың 2‑се яртыһында Өфө губернаһының дворян нәҫел тарихы китабына яҙылған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Ильясова А. Я. История башкирского дворянства. — Уфа: Китап, 2015. — 232 с. — ISBN 978-5-295-06335-0.
  • Тагирова Л. Ф. Кантонные начальники Башкирии: национальная региональная элита первой половины XIX века. 2-е изд., переработанное и исправленное. — Уфа: УНЦ ИИЯЛ, 2012. — 164 с. — ISBN 978-5-91608-071-1.

Һылтанмалар

үҙгәртергә