Карел-фин мифологияһы
Карел-фин мифологияһы — карел һәм финдар, яҡын туған фин-уғыр халыҡтары мифологияһы. Уртаҡ фин-уғыр мифологияһының бер өлөшө. Финдарҙың традицион ышаныуҙарына туранан тура бәйле.
Карел-фин мифологияһы | |
Культура | финны[d] |
---|---|
Дәүләт | Финляндия |
Карел-фин мифологияһы Викимилектә |
Мәжүси дин һәм финдарҙың боронғо мифологияһы һыҙаттары оҙайлы ваҡыт дауамында төрлө риүәйәттәр, имләүҙәрҙә һәм төньяҡтағы билдәле сихырсылар, бигерәк тә фин Лапландияһы бағымсылары ҡулланған тылсымлы медицина алымдарында һаҡланған. Был ҡалдыҡтарҙан тыш, фин эпик шиғриәтендә (ҡара: «Калевала» карел-фин шиғри эпосы) бындай мөһим роль уйнаған финдарҙың боронғо дине һәм башланғыс мифтарын фәнни тергеҙеү өсөн материал булып урта быуат яҙыусыларының, XVI һәм XVII быуаттарҙағы тәүге протестант вәғәзселәренең — халыҡ тормошон күҙәтеүселәренең ҡайһы бер хәбәрҙәре хеҙмәт итә ала.
Тикшереү тарихы
үҙгәртергәФин аллаларының тәүге исемлеген фин яҙма әҙәби теленә нигеҙ һалыусы епископ Микаэль Агрикола (яҡынса 1510—1557) бирә.
Гавр диссертацияһы фин мифологияһын системалы тасуирлауҙың тәүге тәжрибәһе тип иҫәпләнә. Арктополитана «De origine ас religione Femiorum»; 1782 йылда Э. Ленквистың «Specimen âcad. de superstitione vet. Fennorum» хеҙмәте, 1789 йылда — Кристфрид Ганандерҙың «Mythologia Fennica» хеҙмәте донъя күрә.
Фин мифологияһын өйрәнеү өсөн Матиас Александр Кастрендың (1813—1852) Санкт-Петербургта (1854) нәшер ителгән «Vorlesungen über finnische Mythologie» лекциялары ҙур әһәмиәткә эйә булды. Был хеҙмәте, уның финдар тылсымсылығы тураһындағы башҡа мәҡәләләре («Ueber d. Zauberkunst der Finnen») кеүек үк, мәжүсилек ваҡытындағы дини тәғлимәттең һәм магияһын дөйөм күҙәтеү (ҡара: «Kleinere Schriften», стр. 9, 225 сл.), башҡа фин халыҡтарының инаныуҙарын сағыштырм өйрәнеү һәм фин эпосы килеп сығышын тәнҡитләү-генетик өйрәнеүгә бәйле мәсьәләләрен сағыштырып тикшеренеү юлын күрһәтә. 1883 йылда Финляндия әҙәби йәмғиәте Юлий Крондың «Финдарҙың мәжүси дине тураһында» («О языческой религии финнов») хеҙмәтен — боронғо культ тураһында, изге урындарға, Аллаһ һүрәттәренә, шамандарға, боронғо ҡанбабаларға (жрец), финдарҙағы һәм уларға туғандаш халыҡтарҙағы ҡорбан ғөрөф-ғәҙәтенә арналған лекциялар баҫтыра. Улар изге урындарға, Аллаһы Тәғәлә һүрәттәренә, шамандарға, финдарҙағы һәм туғандаш халыҡтарҙағы ҡорбан йолаларына бағышланған. 1890 йылда Николай Харузиндың «Русские лопари» (М., т. 66 «Изв. Имп. общ. люб. естествознания, антроп. и этногр.») фундаменталь хеҙмәте сыға ; 4-се киң бүлектә лопарҙарҙың боронғо дине XIX быуат урыҫ лопарҙары араһында боронғо дини инаныуҙар эҙҙәре тураһында бәйән ителә. 1900 йылда доктор Бертольд Кольбах (Kohlbach) «Der Mythus und Kult der alten Ungarn» («Archiv für Religionswissenschaften», т. III, 322 сл.) хеҙмәтен баҫып сығара.
Шулай уҡ В. М. Майновтың мордва мифологияһы тураһындағы мәҡәләләрен дә билдәләп үтергә мөмкин («Les restes de la mythologie Mordvine», «Journ. de la Soc. finno-ougrienne», V, 1889). Вотяктар дине тураһында Смирнов, Вятка губернаһы Сарапул өйәҙе вотяктары тураһындағы тикшеренеүҙәр. Финдарҙа, фин-уғыр һәм алтай төркөмөнөң бөтә халыҡтарындағы кеүек үк, бик боронғо заманда шаманлыҡ, йәки тылсымсылыҡ дине була. Бынан тыш, уларҙа тәбиғәткә, ырыу көнкүрешен ҡурсалаусыларға, ата-бабалар рухына, билдәле ендәргә һәм геройҙарға табыныу. Ағас болвандар һәм изге таштар (сейдтар) рәүешендә алла һынын һүрәтләй башлау осраҡтары бар.
Фин аллалары пантеоны
үҙгәртергәФин илаһтарына, Матиас Александр Кастренға ярашлы, 1) Юмала, 2) Укко, 3) күк яҡтыртҡыстары — Ҡояш (Päivyt), Ай (Kuu), Етегән йондоҙ (Otava) һәм йондоҙҙар (Tähti).
Христианлыҡ ҡабул ителгәс, Тыуҙырыусы Алла Юмала тип аталған. Уның менән шайтандарға һәм сихырсыларға ҡаршы торған күк илаһы Укко (Остаз) тиңләштерелә.
Ошо беренсе категориялағы аллалар артынан ҡайһы бер һыу, ер һәм ер аҫты илаһтары килә. Боронғо финдарҙа ҡояшҡа һәм утҡа табыныу тура килгән, ә ут (Panu) ҡояш нурының улы тип иҫәпләнгән[1].
Һыу Финляндияла күп ерҙәрҙә Пюхаярв йәки изге күл, Пюхяйоки йәки изге йылға, pyhä vesi йәки изге һыу тип хөрмәтләнгән.
Рун яҙмаларында диңгеҙ хакимы һәм «һыу хужаһы» (veen isäntä)[2] Ахти йәки Ахто (Ahto) тип хөрмәт ителгән. Был диңгеҙ аллаһын финдар үлән һаҡаллы (ruohoparta)[3] һәм диңгеҙ күбектәренән етештерелгән хитон кейгән оло йәштәге ҡартҡа (ukko) оҡшаған. Ул һыу эйәһе, диңгеҙ тулҡындары короле һәм ҡоштар хакимы. Үҙенең байлығын ул бай Сампоныъ диңгеҙгә сумыуынан ала. Уның ҡатыны — Веламмо (Vellamo).
Яуыз ендәр исемлегендә — Хийси, Wesi һәм Ику-Турсо (Meri—Tursas)]].
Карел аллалары пантеоны
үҙгәртергәМикаэль Агриколаның "Псалтыр"ында (1551) карел аллалары араһында телгә алыналар: юғары илаһтар остаз Укко һәм дауыл илаһы Ильмаринен, һауа торошон һәм уңышты ҡурсалаусы Укко һәм уның ҡатыны Рауни, һунарсыларҙы ҡурсалаусы Хийси, балыҡсыларҙы ҡурсалаусы Веден-эма, йорт хайуандарын һаҡлаусы Кекри һәм башҡалар[4].
Әхирәт донъяһы
үҙгәртергәМанала әхирәт донъяһы Туон илаһына (йәки Манаға) буйһона. Бында ҡояш ерҙәге кеүек яҡтырта, һыуға ҡытлыҡ юҡ, урман, баҫыу, болондар бар, айыуҙар, бүреләр, йыландар, балыҡтар йөрөй — әммә илдең дөйөм характеры ҡара һәм хәүефле. Үлем нәҫеле: Туонен-укко — атаһы, Туонен-акка — уның ҡатыны, ырғаҡ һымаҡ бармаҡлы ҡарт ҡатын, Калма — ҡәберҙәр һәм мәйеттәр өҫтөнән батшалыҡ иткән алла (Kalma үлек кәүҙәһенең еҫен аңлата); Туонен пойка — ҡаты, аяуһыҙ һәм ҡан эскес улы, Туонен-тюттерет — тәпәш буйлы, ҡара йөҙлө ҡыҙҙары. Шуларҙың береһе, Ловиатар, ел менән бергә енәйәт ҡылыусы кешелек затының туғыҙ ыҙаһын барлыҡҡа килтерә, икенсеһе Кипу-тютта — сирҙәр ҡыҙы. Был донъяның шиғри һүрәтләнешен Вейнемейнендың әхирәткә барыуын тасуирлаған билдәле рун яҙмаһы һынландыра.
Бары тик иң зирәк һәм ҡеүәтле шамандар ғына Туонелуға барып алған. Йәйҙең яҡты байрамына ҡаршы торғаны йылдың иң ҡараңғы төнөндә билдәләнгән Христос Раштыуаһы байрамы тора. Финляндияла, ошо төндә шәм ҡабыҙмаҫтай бер фәҡир бәләкәй өй (хижина) юҡ. Өй иҙәненә һалам түшәйҙәр, турғайҙарға һәм йорт малдарына мул аҙыҡ һалына. Лопарҙар тамуҡ хакимы Ротты хөрмәт иткән һәм Раштыуа байрамы алдынан ошо илаһты байрам иткән. Тамуҡ (Ротаймо) лопарҙарҙың күҙаллауы буйынса, аҫта, тәрәндә урынлашҡан; унда төрлө сихырсылар барып йөрөгән. Тамуҡҡа ҡайһы берҙә күлдәр, ҡайһы берҙә ер ярыҡтары аша инеү мөмкин. Унда үлгәндәрҙе терелтеүгә һәләтле кеше ашаусы ҡарсыҡтар йәшәй. Йән кешеләрҙең һул ҡабырғаһына яҡыныраҡ, йөрәктән алыҫ түгел, үҙағасы көньяҡҡа яҡыныраҡ булған ҡарағай кеүек, йәшәй. Кеше үлеп киткәс, йән өс көн буйы Аллаһ янында була. Һуңынан ул, ергә әйләнеп ҡайтып, элекке урындары буйлап сәйәхәт итә. Яҡты һәм ҡарағусҡыл илаһтар артынан Ерҙә һәм һыуҙа, урмандарҙа һәм тауҙарҙа йәшәгән икенсе дәрәжәле рухтарҙың бер нисә илаһы килә.
Түбән мифология
үҙгәртергәУрман һәм баҫыуҙар — ҡурсалаусы рухтарҙың тотош төшө менән йәнләнә: Лиеккиё — шүрәле, Виронканнас — һоло баҫыуы рухы һ. б. Финдарға тәбиғәттәге һәр предметҡа халтиа (haltia)- ҡурсалаусы даһи хас булған. Топелиус һүҙҙәренсә, боронғо телдәге фин хәлтиаһы әле һаман йорт эйәһе күренешендә һаҡлаған. Тауҙар, күлдәр, йылғалар, тау сығанаҡтары һәм хатта йорттарҙың да үҙҙәрен яҡлаусы рухтары бар. Калевала «хужабикә» (emäntä) тип аталған эйәләр хаҡында бәйән итә: урман хужабикәһе (мәҫәлән, Меликки)[5] йәки һаҙлыҡ хужабикәһе. Лоухи ҡарсыҡ шундай уҡ статусҡа эйә. Халыҡ араһында улар менән ябай кешеләрҙең дә осрашыуы тигән инаныу булған.
"Калевала"ның 19-сы руны Илмариненға суртанды тоторға ҡамасаулаған һыу эйәһе (vetehinen) хаҡында хәтергә ала[6]. Алтмыш йыл элек тә һыу сығанаҡтары рухына ҡорбан рәүешендә ваҡ тәңкә килтергәндәр. Мышар ағасы (pihlaja) изге: әгәр уны утта яндырһаң, ул кейәүҙәргә һәм кәләштәргә киләсәген әйтеп бирә тигән ышаныу йәшәй. Тәлмәрйендәрҙе, ҡарлуғастарҙы үлтерергә ярамай, сөнки тәлмәрйен элек кеше булған, ә ҡарлуғас йылдан-йыл диңгеҙ төбөндә йоҡлай. Кешенең төшкән тештәре үрмәксегә ҡорбан ителергә тейеш. Йыландар асыҡ йыйылыштарҙа бер-береһе менән кәңәшләшә.
Кастрен уларҙың дүрт категорияһын килтерә: а) даһиҙар һәм тәбиғәт ендәре; б) үлгәндәрҙең рухы һәм йәне; в) тере кешеләрҙең рухы һәм г) рәт ауырыуҙары иблистәре. Тонтту (Tonttu) — өй эйәһенә — иртә һайын бутҡа ашатҡандар. Пара үҙенең хакимына эремсек, май һәм башҡа аҙыҡ-түлек килтергән. Маахистар (Maahinen) тупһа аҫтында, ағастарҙа, таштарҙа һәм ер аҫтында йәшәгәндәр. Уларға ҡорбанлыҡҡа яңы бешерелгән икмәктең беренсе киҫәген, һыраның тәүге йотомон, хужабикәләр, һөт хужалығында уңышҡа өлгәшеү өсөн, һөт биргәндәр. Ғөмүмән, финдарҙа рухтар иҫ киткес күп. Уларҙың күпселеге урмандарҙа, тауҙарҙа, Лапландия күлдәрендә йәшәй. Һыуҙа Тшадзеравган — һыу мәрхүме йәшәй; ошо ике төрлө рухтар музыка ярата һәм йыш көйҙәр уйнай, ләкин әле булһа уларҙы бер кем дә күргәне юҡ. Көнбайыш финдарҙың һыу илаһтары ла музыкаға ғашиҡ. Смиеринатта — бур рухы, ул үҙенең хужаһына башҡаларҙан урланған мөлкәтте алып килә.
Культ
үҙгәртергәУтҡа һәм ҡояшҡа табыныу Иван Купала (Иван көнө) алдынан йә Троица көнөнә ҡарата төндә тоҡандырылған «кокко» усаҡтарында һаҡланған. Был усаҡтар helavalkea, йәғни яҙ байрамы уты тип атала. Кокко ғәҙәттә тау баштарында йәки ҡайҙалыр һыу өҫтөндә яндырыла. Кокко усағын яндырыу халыҡтың иң яратҡан байрамы һанала. Элек был Бальдер хөрмәтенә, ҡояштың офоҡ өҫтөндәге иң бейек торған мәлендә эшләнгән. Кастрен финдарҙың тораташтары (идол) һәм изге урындары тураһында бик аҙ мәғлүмәттәр килтерә. Төньяҡ Двина ярҙарында боронғо биармлыларҙың уртаһында Юмала бото һалынған ғибәҙәт ҡылыу урыны булған тигән мәғлүмәтте еткергән скандинав «сага»һы бар.
Урта быуаттағы вәғәзселәрҙең хәбәрҙәрендә изге ағастар хаҡында ғына әйтелә; папа Григорий IX буллаһынан тавасттар, мәжүси диндән баш тартҡандары өсөн үс алып, мәсихселәрҙе (христиан) изге ағастар тирәләй үлгәнсегә ҡәҙәр ҡыуғандары билдәле. Лопарҙарҙа боттарға табыныу күп төрлө булған. Күк күкрәү һәм йәшен илаһын һүрәтләү өсөн ағас ҡулланғандар, шуға күрә был ботҡа ағас Алла (муора юбмел) тип исем ҡушҡандар: ҡайын алғандар, олононан кәүҙә, тамырҙарынан баш яһағандар, уң ҡулына сүкеш һалғандар, башына тимер сөй йәки саҡматаш киҫәге ҡаҡҡандар. Былай һынландырыу идеяһы Скандинавиянан индерелеүе бик тә ихтимал.
Эддала, Тор, Гругнир менән алышҡанда сүкеш ташлап, Гругнир ташын ватҡан, һәм таш ике өлөшкә бүленгән дә, береһе Торҙың башына эләккән, тигән риүәйәт бар. Икенсе илаһ, Сторьюнкаре, икенсе төрлө, таш илаһ (Киед-юбмел) тип аталған. Бер яҙмаларҙа ул ҡош, икенселәре буйынса кеше йәки ниндәй ҙә булһа хайуан ҡиәфәтенә эйә булған. Сейд тип аталған таштар ата-бабалары иҫтәлегенә ҡуйылған. Лопарҙар мәйеттәрен ҡурғандарҙа ла, долемендарҙа ла ерләмәгәнлектән, улар төрлө ергә сәселгән булған. Сейдтар янында мәрхүмдәргә ҡорбан килтерелгән. Әгәр сейдтың ниндәй ҙә булһа ғәйебе бар тип һаналһһа, уны туҡмағандар йәки, уға ауыртыныу килтерер өсөн, бер киҫәген балта менән киҫкәндәр.
Сейд торған урын изге һаналған. Уны ҡойма менән уратып алғандар, һәм, ҡорбан салыу маҡсатынан тыш, бер кем дә уның сигенә аяҡ баҫмаған. Унда ҡатын-ҡыҙ инергә тейеш булмаған. Таш сейдтарҙан тыш, Лапландияла: а) тамырҙары башты һүрәтләгән ағастарҙан б) ергә ҡаҙап ҡуйылған ҡаҙыҡтарҙан торған ағас сейдтар ҙа булған. Лопарҙарҙа ғибәҙәт ҡылыу урындары (капища) күптәнән түгелгә тиклем һаҡланып ҡалған; уларҙың урындары Харузин тарафынан билдәләнгән.
Имләүҙәргә (luvut) ышаныу әле лә тере. Улар ярҙамында ауырыуҙарҙан дауаланалар, һөйөүҙә, һәйбәт уңыш алыуҙа, малсылыҡта, балыҡ тотоуҙа һәм һунарҙа уңышҡа өлгәшәләр. Төрлө ышаныуҙар араһында яраҡлы халыҡ саралары, мәҫәлән, хәҙерге көндә лә ҡабул ителгән массаж да бар. Төньяҡҡа яҡыныраҡ ерҙә төрлө сихырсылар йәшәй, улар ҙур абруй ҡаҙанған. Фин телендә сихырсыларҙы билдәләү өсөн төрлө һүҙҙәр бар: velho, tietäjä һәм loitsija. Швецияла бөтә финдарҙы ла бағымсылыҡта (ведовство) ғәйепләйҙәр, Нюландияла тавастландтарға ышанмаусылыҡ күрһәтәләр, Тавастландияла Эстерботния халҡынан ҡурҡалар, ә Эстерботнияла лопарҙарҙы иң уҫал тылсымсылар тип иҫәпләйҙәр. Әгәр ҡайҙалыр өйөрмә өйөрөлһә, был өйөрмәгә ҡорос әйбер ташларға һәм шундуҡ был ҡойондо барлыҡҡа килтергән лопарь ҡатынын күреп ҡалып була.
Туғандаш халыҡтарҙың инаныуҙары тураһында ғилми хеҙмәттәр етмәгәнлектән һәм тейешле эҙләнеүҙәр яһалмағанлыҡтан, фин-уғыр ҡәбиләләренә ҡараған халыҡтарҙың мифтарын төгәл генә айырып булмай. Кастрендың тикшеренеүҙәре әлегә финдарҙа тәбиғәткә табыныуҙың төп һыҙаттарын, ырыу көнкүрешенең һәм ата-бабаларҙы хөрмәтләү йолаһының ҡайһы бер яҡтарын ғына асыҡлай. Мифологияла һәм демонологияла скандинавтарҙың йоғонтоһо билдәләнә, ләкин шаманлыҡ һәм боронғо финдарҙың ҡорбан йолалары туғандаш халыҡтарҙың — ливтарҙың, эстондарҙың, саам, удмурт, мариҙарҙың һәм башҡаларҙың фольклорын артабан сағыштырып өйрәнеүҙә генә асыҡланыуы мөмкин. Финдарҙа Вяйнемёйнен, Лоухи, Лемминкяйнен, Илмаринен һ. б. геройҙар иҫәбенә инә.
Сәнғәттә
үҙгәртергәКинематографта
үҙгәртергә- Ҡараңғы донъя — рәсәй фэнтезийлы фильмы.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Вольтер Э. А. Пикер // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Калев // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Пеко // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Иванова, Л. И. Персонажи карельской мифологической прозы. Исследования и тексты быличек, бывальщин, поверий и верований карелов.. — Москва: Русский Фонд Содействия Образованию и Науке, 2012. — ISBN 978-5-91244-070-0.
- Иванова, Л. И. Карельская баня. Обряды, верования, народная медицина и духи-хозяева. — Москва: Русский Фонд Содействия Образованию и Науке, 2016. — ISBN 978-5-91244-150-9.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Саам мифологияһы
- Эстон мифологияһы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Kahdeksasviidettä runo 2019 йыл 27 март архивланған., 302
- ↑ Kahdesviidettä runo . Дата обращения: 5 июнь 2018. Архивировано 31 август 2018 года.
- ↑ Yhdesviidettä runo . Дата обращения: 5 июнь 2018. Архивировано 1 декабрь 2018 года.
- ↑ Мифы народов мира: Энцикл. в 2 т. / гл. ред. С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская Энциклопедия, 1988. — Т. 2 : К—Я. — С. 564.
- ↑ Neljästoista runo . Дата обращения: 2 июнь 2018. Архивировано 10 декабрь 2018 года.
- ↑ Yhdeksästoista runo . Дата обращения: 2 июнь 2018. Архивировано 27 март 2019 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- В. Я. Петрухин, Е. А. Хелимский. Финно-угорская мифология. Мифы народов мира. Энциклопедия. Т. 2. М., 1994. С. 563—568.
- Э. Вольтер. Финская мифология // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)