Балтика мифологияһы
Балтика мифологияһы — балт (летт-литва) ҡәбиләләренең мәжүси инаныуҙарына барып тоташҡан һәм Төньяҡ тәре походтары барышында христианлашҡандан һуң артабан инде балтика фольклорында үҫешкән мифтар йыйылмаһы. Уртаҡ праһинд-европа мифологияһынан килеп сыҡҡан. Балтика төбәге Европала христианлыҡ таралыуға дусар булған һуңғы төбәктәрҙең береһе була, был процесс XV быуатта башлана һәм һәр хәлдә йөҙ йыл дауам итә. Урында мәжүси осорҙа балтик халыҡтарының мифологияһын ентекле тасуирлаған бер ниндәй ҙә текстар һаҡланмаһа ла, бындай ышаныуҙар тураһында мәғлүмәттәрҙе рус йылъяҙмаларынан һәм немец хроникаларынан, һуңғыраҡ фольклорҙан, шулай уҡ сағыштырма мифология тикшеренеү материалдарынан алырға мөмкин[1].
Балтика мифологияһы | |
Культура | балты[d] |
---|---|
Балтика мифологияһы Викимилектә |
Төп илаһтар
үҙгәртергәДиевас (Дьевс) — аяҙ күк илаһы, төп алла, ысынбарлыҡ донъяның атаһы, боронғо заманда үҙен алла асылы итеп таныған Күк илаһы. Алла-тыуҙырыусы, барлыҡҡа килтереүсе илаһ. Әммә тулыһынса тыуҙырыу өсөн Дьевсҡа тәүҙә үҙенең икенсе яртыһын, ҡатын-ҡыҙ башланғысын, Мараны, булдырыу талап ителә. Латыш мифологияһында ул «һөйкөмлө Мара» тип атала һәм ғаилә өсөн яуаплы төп алиһә булып тора.
Юмис — уңдырышлылыҡ илаһы. «Юмис» исеме «ҡуш» йәки «игеҙәк» тигәнде аңлата. Шуға күрә борон ике башаҡ йәки ике быҙау тыуыуы уңдырышлылыҡ илаһы фатихаһы тип һаналған. Халыҡ традицияһында барлыҡҡа килгән Юмис символы ҡыйыҡ осона оҡшаған. Төҙөлөштә лә, яңы йорт атлама аҫтына килтерелгәндә лә, тап Юмис хөрмәтенә атлама байрамын символлаштырған таж ҡуйыла.
Жемина — уңдырышлылыҡ, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ер алиһәһе.
Вяльнас, Велс — хтоник хоҙай, мал ҡурсалаусы.
Лайма, Декла һәм Карта — яҙмыш менән бәйле өс алиһә.
Аустра йәки Аушрине — Венера планетаһы менән бәйләнгән таң алиһәһе.
Медейна — урман хайуандары алиһәһе.
Совий — мәйетте яндырыу һәм уны әхирәткә оҙатыу йолаһына нигеҙ һалыусы.
Усиньш — аттарҙы ҡурсалаусы алла.
Мара һәм Дьевстың балалары
үҙгәртергәПеркунас (лит.) йәки Перконс (лат.) — өлкән улдары. Исеме славян Перуны менән ауаздаш. Күк күкрәтеүсе, ғәҙеллек өсөн көрәшсе, балт пантеонының төп аллаларының береһе.
Сауле — ҡояш алиһәһе, Менесстың ҡатыны. Латыштарҙың ышаныуҙары буйынса, Сауле йәш сағында үтә үҙ һүҙле була һәм саҡ ерҙе яндырмай ҡала. Перкунасҡа уны туғыҙ көн буйы тыйырға тура килә. Һуңыраҡ ағалы-һеңлеле үҙ-ара татыулаша һәм Перконс һеңлеһенә алтын кәмәне үҙ ҡулы менән сүкеп яһай. Ошо кәмәлә Сауле көн һайын күккә йөҙөп күтәрелә.
Менулис, Менесс (лат.) йәки Mėnuo (лит.) — ай, муж Сауленың ире.
Лайма (лат.) йәки Лайме (лит.) — күктәге парҙың өлкән ҡыҙы. Боронғо балттар мифологияһында бәхет һәм яҙмыш алиһәһе. Бәпесләгән ҡатындың йөктән имен-һау булыуы өсөн яуаплы, яңы тыуған сабыйға ыңғай яҙмыш бүләк итә. Шунан һуң уны Декла менән Картаға, ҡыҙ туғандарына, тәрбиәгә тапшыра.
Рухтар һәм йән эйәләре
үҙгәртергәдейв-иләүселәр
ер аҫты хазинаһын һаҡлап торған кәрләләр (гном)-бардзуктар
вилкатис — әүермән бүреләр
айтварас — йышыраҡ сағыу һаҙағай уты образында күренгән осоусы рух
каукас — славян өй эйәһе аналогы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Puhvel (1989), стр. 222—229.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Яан Пухвел (1989). «Сравнительная мифология». Университет Джонса Хопкинса.
- Балтийская мифология / Иванов Вяч. Вс., Топоров В. Н. // Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1987. — Т. 1 : А—К. — 671 с.
- Гуревич Ф. Д. Древние верования народов Прибалтики по данным «Хроники Ливонии» Генриха Латвийского // «Советская этнография». — 1948. — № 4.