Муталлибов Сәлих
Сәлих Муталлибов (рус. Салих Муталлибов, үзб. Solih Mutallibov; 1 июнь 1900 йыл — 11 декабрь 1982 йыл) — үзбәк тарихсы-шәрҡиәтсеһе һәм сығанаҡтар өйрәнеүсеһе, тарих фәндәре докторы. Үзбәк ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре.
Муталлибов Сәлих | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 1 (14) июнь 1900 или 19 март 1900 |
Вафат булған көнө | 11 декабрь 1982 (82 йәш) |
Вафат булған урыны | Ташкәнт, Үзбәк ССР-ы[d], СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Биографияһы
үҙгәртергәСәлих Муталлибов 1900 йылда Ташкент ҡалаһында тыуған.
1912 йылдан 1918 йылға тиклем мәҙрәсәлә белем алған. Артабан белемен камиллаштырыу өсөн шәхси тәртиптә фарсы һәм ғәрәп телдәрен өйрәнеүҙе дауам иткән
1927 йылда Педагогия академияһына (хәҙерге Сәмәрҡәнд дәүләт университеты) уҡырға инә һәм 1931 йылда уны уңышлы тамамлағандан һуң, шунда уҡ уҡытыусы-методист булып эшләй башлай. Педагогия академияһында Сәлих Муталлибов ғалимдар һәм яҙыусылар: Хәмит Алимджан, Уйғун, Яхъя Гулямдар, Буюк Кәримов һәм башҡалар менән таныша.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергә1930—1932 йылдарҙа башланғыс кластарҙа әҙәбиәт нигеҙҙәрен уҡытыу буйынса дәреслектәр һәм методик әсбаптар сығара. 1932 йылдан тәрбиә педагогикаһы институтында эшләгән, унда үзбәк теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн методик ҡулланмалар сығарыуын дауам итә.
1936 йылда С. Муталлибов Мәҙәни төҙөлөш институты аспирантураһына уҡырға инә һәм 1938 йылда уны Ленинградта тамамлай. 1938 йылда С. Муталлибов Үзбәк ССР-ы Фәндәр Академияһының А. С. Пушкин исемендәге тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр вазифаһында эшләй.
1944 йылда Е. Э. Бертельс етәкселегендә кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай.
1946—1950 йылдарҙа Үзбәк ССР-ы Фәндәр Академияһының Шәрҡиәт институтының Каталоглаштырыу һәм ҡулъяҙмаларҙы реставрациялау бүлеге етәксеһе булып эшләй.
1967 йылда С. Муталлибов Мәхмүт Ҡашғариҙың «Диуану лөғәт әт-төрк» ҡулъяҙмаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай.
С. Муталлибов Алишер Навоиҙың шиғри мираҫының лексик байлығын өйрәнеү буйынса уңышлы эштәр алып бара.
1971 йылда Сәлих Муталлибовҡа Үзбәк ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре тигән маҡтаулы исем бирелә.
1960—1963 йылдарҙа ғалим тәүге тапҡыр Мәхмүт Ҡашғариҙың «Диуану лөғәт әт-төрк» ҡулъяҙмаһын үзбәк теленә тәржемә итә һәм уға индекс-һүҙлек һәм грамматик очерк өҫтәй[1]
С.Муталибов 1982 йылда Ташкентта вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Үзбәк ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1971)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Кошгарий, Махмуд. Туркий сўзлар девони (Девону-лугот ит-турк) / Таржимон ва нашрга тайёрловчи С. М. Муталлибов. 3 томлик. Тошкент: Фан, 1960—1963. Т. 1-3
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Советская тюркология №.3. 1980.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- В СОВЕТСКОМ ИНСТИТУТЕ ВОСТОКОВЕДЕНИЯ(недоступная ссылка)
- Памятник Махмуда Кашгари «Диван лугат ат-тюрк»