Моисеев Николай Дмитриевич (астроном)
Моисеев Николай Дмитриевич (16 декабрь 1902, Пермь — 6 декабрь 1955, Мәскәү) — совет астрономы, механигы, фән тарихсыһы.
Биографияһы
үҙгәртергәНиколай Дмитриевич Моисеев 1902 йылдың 16 декабрендә Пермь ҡалаһында тыуған. 1924 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлай. 1922 йылдан Дәүләт астрофизика институтында эшләй, ул 1931 йылда П. К. Штернберг исемендәге Дәүләт астрономия институты (ГАИШ) составына инә, 1939—1943 йылдарҙа — ГАИШ директоры.
1929 йылда «О некоторых основных вопросах теории происхождения комет, метеоров и космической пыли» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1935 йылдың ноябрендә уға фәнни хеҙмәттәре йыйылмаһы буйынса доктор дәрәжәһе бирелә, шул уҡ ваҡытта астрономия профессоры исеме бирелә. 1938—1955 йылдарҙа— Мәскәү дәүләт университетының күк механикаһы кафедраһы мөдире; бер үк ваҡытта 1929—1947 йылдарҙа — Жуковский исемендәге Хәрби-һауа академияһының математика кафедраһы профессоры, һуңғы хәрби дәрәжәһе — инженер-полковник. 1947 йылдан алып ғүмеренең аҙағына тиклем бер үк ваҡытта Королевтың конструкторлыҡ бюроһында эшләй, унда баллистика бүлегенең фәнни етәксеһе була.
Төп хеҙмәттәре күк механикаһы өлкәһендә. Мәскәү күк механикаһы мәктәбенә нигеҙ һалыусы, МДУ-ла күк механикаһы кафедраһы ойоштора һәм етәкләй. Траекторияларҙың дөйөмләштерелгән характеристикаларын индереп, күк механикаһының сифатлы ысулдарын үҫтерә. Уның хеҙмәттәренең ҙур циклы тәбиғи күк есемдәренең, бигерәк тә кесе планеталарҙың хәрәкәттәрендә быуаттарға һуҙылған һәм оҙаҡ периодлы боларыуҙарҙы өйрәнеүгә арналған. Был тикшеренеүҙәрҙең мөһим һөҙөмтәләре уның тарафынан беренсе тапҡыр индерелгән урталаштырылған (шул иҫәптән интерполяцион-урталаштырылған) теоретик схемалар ярҙамында алынған. Динамик космогония буйынса эштәр циклында космогоник гипотезаларға критик анализ бирә.
Тотороҡлолоҡ теорияһы буйынса хеҙмәттәрендә орбиталь тотороҡлоҡто өйрәнә (Хиллдың вариацион кәкреләрен тикшерә), техник тотороҡлолоҡ теорияһында ҙур ғәмәли әһәмиәткә эйә булған яңы төшөнсәләр индерә. Бер нисә хеҙмәте теоретик гравиметрияға һәм механика тарихына арналған.
1955 йылдың 6 декабрендә Мәскәүҙә вафат була. Ваганьков зыяратында ерләнгән[3].
Ғаиләһе
үҙгәртергәҠыҙы — Перцова Наталья Николаевна (1945—2015), Хлебников ижадын өйрәнеүсе.
Хәтер
үҙгәртергәАйҙа кратер һәм астероид (укр. 3080 Мойсеєв) Моисеев хөрмәтенә аталған. Йәш сағынан яҙған шиғырҙарының бер өлөшө ғалимдың ҡатыны тарафынан 2009 йылда баҫтырып сығарыла[4].
Баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре
үҙгәртергә- О некоторых основных вопросах теории происхождения комет, метеоров и космической пыли. (Космогонические этюды), [1 — 7], «Труды Гос. астрофизического ин-та», 1930, т. 5, вып. 1;
- То же, «Труды Гос. астрономического ин-та им. П. К. Штернберга», 1933, т. 5, вып. 2, 1935, т. 6, вып. 1;
- Об определении фигуры геоида нерегуляризированной Земли, «Астрономический журнал», 1933, вып. 4;
- О некоторых общих методах качественного изучения форм движения в проблемах небесной механики, [1—6), «Труды Гос. астрономического ин-та им. П. К. Штернберга», 1936, т. 7, вып. 1, 1939, т. 9, вып. 2, 1940, т. 14, вып. 1, 1945, т. 15, вып. 1;
- О некоторых вопросах теории устойчивости, «Труды Военно-воздушной ордена Ленина академии РККА им. Жуковского», 1939, вып. № 45;
- О некоторых методах теории технической устойчивости, ч. 1, там же, 1945, вып. 135;
- Об интерполяционно-осреднённых вариантах ограниченной задачи трёх точек, «Вестник Московского ун-та», 1950, вып. 1, № 2;
- Очерки развития теории устойчивости, М.—Л., 1949.
- Моисеев Н. Д. Очерки истории развития механики. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 1961. — 478 с.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Ленин ордены
- ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Моисеев Николай Дмитриевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ http://sm.evg-rumjantsev.ru/astronomers/moiseev.html Николай Дмитриевич Моисеев
- ↑ «Десять стихотворений Н. Д. Моисеева».
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Колчинский И. Г., Корсунь А. А., Родригес М. Г. Астрономы. Биографический справочник. — Киев: Наукова думка, 1986. — 512 с.
- Гребеников, Тюлина 2007 — Е. А. Гребеников, И. А. Тюлина. «Николай Дмитриевич Моисеев. 1902—1955». Серия «Научно-биографическая литература РАН». М.: Наука, 2007.
- Еремеева 2006 — А. И. Еремеева. Николай Дмитриевич Моисеев (1902—1955) (штрихи биографии) // Труды Государственного астрономического института им. П. К. Штернберга. LXXVI. М.: МГУ, 2006, с. 137—142.
- Ракчеев 1961 — Е. Н. Ракчеев. Николай Дмитриевич Моисеев (К пятилетию со дня смерти) // Вестник Московского университета. Серия 1. Математика, механика. 1961, № 4, с. 71-77.
- Цицин 2006 — Ф. А. Цицин. Школа динамической космогонии ГАИШ 30-х гг.: «Воспоминание о будущем». У истоков современной мировой общепринятой планетной космогонии // Труды Государственного астрономического института им. П. К. Штернберга. LXXVI. М.: МГУ, 2006, с. 124—135.