Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улы
Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улы (15 август 1899 йыл — 23 февраль 1943 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, генерал-майор. Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се (һуңынан 16-сы Чернигов гвардия дивизияһы) Башҡорт кавалерия дивизияһын ойоштороусы һәм 1941 йылдың декабренән 1943 йылдың февраленә тиклем уның командиры. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2020, үлгәндән һуң).
Миңлеғәле Минһажетдин улы Шайморатов | |||||||
Тыуған ваҡыты | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Өфө губернаһы Өфө өйәҙе Биштәкә ауылы[1] | ||||||
Үлгән ваҡыты |
23 февраль 1943 (43 йәш) | ||||||
Вафат урыны | |||||||
Хеҙмәт иткән урыны | |||||||
Ғәскәр төрө |
кавалерия | ||||||
Хеҙмәт итеү йылдары |
1919—1943 | ||||||
Хәрби звание | генерал-майор | ||||||
Командалыҡ итеү | |||||||
Наградалар һәм премиялар |
|
Биографияһы
үҙгәртергәМиңлеғәле Минһажетдин (Минһаж) улы Шайморатов 1899 йылдың 15 (яңыса 27) авгусында элекке Өфө губернаһының Өфө өйәҙе[1] Биштәкә ауылында батрак ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килгән. (Был ауыл хәҙер Шайморатов тип атала). Документтарҙа милләте татар,[3][4][5][6] сығанаҡтарза — башҡорт.[7][8][9]
Хәрби хеҙмәте
үҙгәртергә1918 йылда Белореттан сығып Архангелгә килеп еткән В. К. Блюхерҙың Көньяҡ Урал партизандар армияһына барып ҡушыла. Аҙаҡтан Төркөстан фронтының 1-се армияһы составындағы 1-се Айырым башҡорт-татар кавалерия бригадаһы сафында һуғыша, 1920 йылдың июнь баштарында Көньяҡ-Көнбайыш фронттың 12-се армияһында Польшаға ҡаршы, Ростов өлкәһен Врангель армияһынан азат итеүҙә С. М. Буденныйҙың 1-се атлы армияһы составында ҡатнаша, Ҡырым һәм Кавказ фронттарында һуғыша.
1924—1931 йылдарҙа Мәскәүҙә ВЦИК ҡарамағындағы Юғары дөйөм хәрби училищела уҡый, 1934 йылда М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияны алтын миҙал менән тамамлай.
1934—1935 йылдарҙа Төркиәлә, 1936—1940 йылдарҙа Ҡытайҙа хәрби атташе була.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, фронтта. 1941 йылдың авгусында ул үҙенең полкы менән фронтҡа китә һәм генерал-майор Л. М. Доваторҙың кавалерия төркөмөнә (артабан — кавалерия корпусы) барып ҡушыла.
1941 йылда республика хеҙмәтсәндәре иҫәбенә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы ойошторола. Декабрь урталарында фронттан полковник Миңләғәле Шайморатов ҡайтып төшә һәм ойошторолоп ятҡан дивизияны ҡабул итеп ала.
1943 йылдың 23 февралендә, дошман тылындағы оҙайлы рейдтан һуң фронт һыҙығы аша сыҡҡан ваҡыттағы тиңһеҙ һуғыштарҙа Башҡортостан баһадир улы гвардия генерал-майоры М. М. Шайморатов Ворошиловград өлкәһе Ивановка районының Штеровка утары янында батырҙарса һәләк була.[10][11][12][13]
Маҡтаулы исемдәре, башҡа бүләктәре һәм хәрби дәрәжәләре
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһы Геройы (2020, үлгәндән һуң)[14].
- 1938 йыл — полковник;
- 1942 йыл —генерал-майор.
- ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1938, 03.12.1941[15]);
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (14.02.1943)[16].
Хәтер
үҙгәртергә- Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2020 йылдың 30 мартындағы Указы менән «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн» Миңлеғәле Шайморатовҡа үлгәндән һуң «Рәсәй Федерацияһы Геройы» тигән юғары исем бирелде[14][17].
- 2019 йылдың 19 декабрендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарары менән Башҡортостандың Шайморатов ордены булдырылды һәм уның статуты раҫланды[18][19].
- 2019 йылдың 28 июнендә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, Өфөлә Совет майҙанында легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ[20].
- 2018 йылдың майында Еңеү көнө алдынан Башҡортостан музейҙарында легендар дивизия командиры Миңлеғәли Шайморатов тураһында документаль фильм күрһәтелде[21].
- 2015 йылдың 11 сентябрендә Ҡырмыҫҡалы районы Шайморат ауылында 112-се Башҡорт атлы дивизияһы һәм уның командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған Хәрби Дан мемориалы асылды[22].
- 2012 йылдың 21 ноябрендә Рәсәй Президентының 1561-се Указы менән Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы Эске ғәскәрҙәренең 27-се Махсус тәғәйенләнеш отрядына М. М. Шайморатов исеме бирелде.[23][24]
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән Өфөләге күп профилле полилингваль 44-се, 162-се «Смарт» мәктәптәрендә һәм Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында Миңлеғәли Шайморатов исемендәге кластар булдырылған. Уларҙа Геройға бағышланған кабинет-музейҙар йыһазландырылған. Уҡыуҙа юғары күрһәткестәргә өлгәшеүселәргә «Йәш шайморатовсы» билдәһе тапшырыла[25].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Шайморат ауылы
- ↑ 1943 йылдың 14 февраленә тиклем 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы.
- ↑ НАЦИОНАЛЬНОМУ МУЗЕЮ БАШКОРТОСТАНА ПЕРЕДАН ОРДЕН ГЕНЕРАЛА ШАЙМУРАТОВА 2018 йыл 3 март архивланған.
- ↑ Лист 2018 йыл 3 март архивланған.
- ↑ Б.Малородов. Халыкка хаклык кыйммәт. // Кызыл тан. 21 ноября, 2013 г.(недоступная ссылка) (тат.)(недоступная ссылка)
- ↑ Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улы . «Герои страны» сайты.
- ↑ YouTube сайтында Рождённый для славы: Генерал Шаймуратов
- ↑ Лурье В. М., Кочик В. Я. ГРУ: дела и люди / Составитель Колпакиди А. И.. — М., СПб.: «ОЛМА-Пресс», «Нева», 2003. — 640 с. — ISBN 5-7654-1499-0; 5-224-03528-7.
- ↑ Насыров А. Х. Подвиг генерала: Воспоминания командира эскадрона 112-й башкирской кавалерийской дивизии. — Уфа: Китап, 2006. — 216 с. — ISBN 5-295-03902-1.
- ↑ ОБД Мемориал|52613772
- ↑ ОБД Мемориал|55027443
- ↑ ОБД Мемориал|83882727
- ↑ ОБД Мемориал|83842724
- ↑ 14,0 14,1 Минигали Шаймуратов указом Владимира Путина награждён посмертно звездой Героя России. ИА «Башинформ», 30 марта 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 март 2020)
- ↑ Награда документтары «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Награда документтары «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 30.03.2020 № 230 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». 2020 йыл 4 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 март 2020)
- ↑ В Башкирии начнут вручать новые ордена и почетные звания. ИА «Башинформ», 18 декабря 2019 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 март 2020)
- ↑ Постановление Госсобрания — Курултая РБ от 19 декабря 2019 года N ГС-782 «Об утверждении статута ордена генерала Шаймуратова»
- ↑ Өфөлә Совет майҙанында генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыла. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019, 28 июнь (Тикшерелеү көнө: 28 июнь 2019)
- ↑ Башҡортостан музейҙарында легендар дивизия командиры Миңлеғәли Шайморатов тураһында документаль фильм күрһәтәләр. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 3 май (Тикшерелеү көнө: 10 май 2018)
- ↑ В Кармаскалинском районе состоялось открытие памятника легендарному комдиву Минигали Шаймуратову — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (рус.)
- ↑ Өфө ҡалаһының Рәсми сайты мәғлүмәте,
- ↑ Рәсәй Федерацияһы Президентының сайтына һалынған 1561-се Указы тексты 2013 йыл 4 октябрь архивланған.
- ↑ В Уфе стартуют «Зимние шаймуратовские игры» на Кубок Героя России Минигали Шаймуратова. ИА «Башинформ», 16 февраля 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 февраль 2021)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Вахитов Ф. Н., Хусаинова Г. Т. Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Великая Отечественная. Комдивы [Текст] : военный биографический словарь : в 5 т. / Д. А. Цапаев (рук.) и др. ; под общ. ред. В. П. Горемыкина. — М. : Кучково поле, 2011. — Т. 1. — С. 323—324. — 736 с. — 200 экз. — ISBN 978-5-9950-0189-8.
- Багаутдинов А. М., Багаутдинов Р. А. Последний бой гвардии генерал-майора М.М. Шаймуратова. — Сборник немецких документов. — Уфа: БашГУ, 2020. — С. 278 с.. — ISBN 978-5-7477-5075-3.
- Багаутдинов А. М., Багаутдинов Р. А. Дебальцевский рейд 7-го гвардейского кавалерийского корпуса. Хроника боев в документах вермахта. Монография.. — Уфа: БашГУ, 2020. — 172 с. — ISBN 978-5-7477-5170-5.
- Гумеров Ф. Х. Генерал Шаймуратов. — Уфа: Китап, 1999.
- Лурье В. М., Кочик В. Я. ГРУ: дела и люди / Составитель Колпакиди А. И. — М., СПб.: «ОЛМА-Пресс», «Нева», 2003. — 640 с. — (Россия в лицах). — ISBN 5-7654-1499-0, ISBN 5-224-03528-7.
- Насыров А. Х. Подвиг генерала: Воспоминания командира эскадрона 112-й башкирской кавалерийской дивизии. — Уфа: Китап, 2006. — 216 с. — ISBN 5-295-03902-1.
- Вахитов Ф Н. Триумф и трагедия генерала Шаймуратова. — Уфа: Китап, 2019. — 229 с. ISBN 978-5-295-07184-3.
«Шайморатов генерал» йыры
үҙгәртергәБашҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды күк Урал;
Ат уйнатып, алда бара
Шайморатов генерал.
Совет иле өсөн яуҙа
Кисте һыуҙы, уттарҙы;
Дошмандарға ябырылғанда
Утлы дауыл ҡуптарҙы.
Шайморатов яу ҡырында
Дошмандарҙы көл иткән;
Утта янмай, һыуҙа батмай,
Һай, батыр ҙа ир икән.
Ватан өсөн йән ҡыҙғанмай
Һинең улдарың, Урал;
Шулар менән дошман ҡырҙы
Шайморатов генерал.
Шли полки башкир в атаки,
Провожал седой Урал.
Впереди — на аргамаке
Шаймуратов-генерал.
Шаймуратов под собою
Горячил в бою коня.
На врага кидался в бою
Вихрем грома и огня.
Шаймуратов рубит, гонит,
На Дону врагов громит.
Ни в какой воде не тонет,
И в огне он не горит.
Храбрых конников по праву
Старый вырастил Урал,
Заслужил навеки славу
Шаймуратов-генерал
Һылтанмалар
үҙгәртергә112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы Викимилектә | |
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы Викияңылыҡтарҙа |
- Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 16 февраль 2021)
- Абдуллина Л. Генерал бүләге Башҡортостанына ҡайтты. «Киске Өфө» гәзите, № 27, 2—8 июль, 2016.
- Миңлеғәле Шайморатов «Звезда» каналында фильм
- Гульназ Данилова. Китайская практика. Первый военный учебный центр в провинции Синьцзян создал генерал Минигали Шаймуратов . Российская газета/rg.ru (29 октябрь 2015). Дата обращения: 18 май 2019.
- Как комдив остался без звезды Героя! Сайт «Яндекс-Дзен», 2020, 16 марта(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 март 2020)
- Путин присвоил звание Героя России погибшему в боях за Донбасс советскому генералу. Деловая газета «Взгляд». Турбо-страница. 30 марта 2020 года. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 март 2020)
- Владимир Мединский и Радий Хабиров поблагодарили президента за Шаймуратова. ИА «Башинформ», 3 апреля 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 апрель 2020)
- СМИ рассказали, почему генералу Шаймуратову 75 лет не присваивали Героя. ЗАО «Редакция газеты „Московский Комсомолец“». Электронное периодическое издание «MK.ru». 2020, 17 апреля (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 апрель 2020)