Минданао[1] (тагал Pulong Mindanaw, Минданау[2], йәки Mindanao; ингл. Mindanao) — Филиппин архипелагының көньяғында урынлашҡан, ҙурлығы буйынса икенсе утрау. Минданао үҙенең «Филиппин йәннәте» ҡушаматы менән дә билдәле.

Минданао
Рәсем
Этнохороним mindanaense, Mindanawun, Mindanawin һәм Mindanaoan
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт  Филиппин
Административ-территориаль берәмек Минданао (островная группа)[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+8:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Филиппин диңгеҙе, Сулавеси диңгеҙе, Сулу диңгеҙе һәм Минданао[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Филиппин
Иң юғары нөктә Апо[d]
Халыҡ һаны 27 021 036 кеше (2021)
Ҡулланылған тел себуанский язык[d]
Майҙан 97 530 км²
Урынлашыу картаһы
Карта
 Минданао Викимилектә

Географияһы үҙгәртергә

Майҙаны — 97 530 квадрат километр[3], донъяла ҙурлығы буйынса 20-се урында.

Ҡатмарлы конфигурацияға эйә, ҙур ҡултыҡтарға (мәҫәлән, Давао ҡултығы) һәм тар, океанға алыҫҡа сығып торған ярымутрау>ҙарға бай. Төньяҡтан — Минданао диңгеҙе, көнсығыштан — Филиппин диңгеҙе, көньяҡтан — Сулавеси диңгеҙе, көнбайыш Сулу диңгеҙе менән йыуыла.

2954 метр бейеклеккә еткән тауҙар (вулкан Апо, Филиппиндың иң бейек нөктәһе)[4] һаҙлы уйһыулыҡтар менән сиратлашып килә. Һәүерташ, ҡомташ, эзбизташ, базальттан тора.

Сейсмик, янар вулкандар бар.

Климаты субэкваториаль муссонлы, көньяҡта — экваториаль. Йыл әйләнәһенә тигеҙлектә температура 25-28 °С, яуым-төшөм йылына 1000—2000 мм (тауҙарҙа 4000 мм-ға тиклем).

Иң ҙур йылға — Минданао; күлдәр бик күп (иң ҙуры — Ланао). Урмандар тропик мәңге йәшел һәм япраҡ ҡойоусы (муссон) ағастарҙан ғибәрәт, яр буйында урыны менән мангр әрәмәлектәре бар. Милли парктары: Мауы-Апо, Майнит-Хот-Спрингс; Апо тауы итәгендә Бөркөт ҡурсаулығы урынлашҡан. Ул юғала барыусы Филиппин бөркөттәрен һаҡлау өсөн булдырылған. Таулы урмандарҙа Филиппиндың осло ҡойроҡло тат менән туҡланыусы ҡоштары йәшәгән эндемик утрауҙар бар[5].

Халҡы үҙгәртергә

Минданао утрауында яҡынса 22 000 000 кеше (2010) йәшәй. 100 йыл элек халыҡтың күпселеген моро тип аталған мосолмандар тәшкил итә, әммә XX быуат дауамында утрауҙы Филиппиндың башҡа райондарынан сыҡҡан халыҡтар йәшәй башлай. Шулай уҡ мосолмандарҙың һаны кәмеүгә сәйәсәт һәм уларҙы суҡындырыу, христиандар мөхитендә тыуымдың ҙур булыуы ла үҙ ролен уйнай. XXI быуат башында мосолмандар утрау халҡының 20-25 процентын тәшкил итә[6], уларҙың христиандар менән мөнәсәбәттәр көсөргәнешле булып ҡала. 1989 йылда Мосолман Минданаоһында автоном регион төҙөлә, унда мосолмандар күп булған күпселек райондар инә, 2001 йылғы референдум һөҙөмтәләре буйынса уның сиктәрен киңәйтелә.

Эре ҡалалар — Давао, Замбоанга.

Административ бүленеше үҙгәртергә

Күмер, тимер мәғдәне һәм төҫлө металдар ятҡылығына бай.

Утрауҙағы сепаратизм үҙгәртергә

Минданао Филиппиндың төп игенгә бай ере тип һанала[7], Филиппин экспортҡа сығарған ун алдынғы ауыл хужалығы тауарҙарының һигеҙе ошо утрауҙан килә[8]. Дөгө, кокос пальмаһы, ананас, абака (манильская пенька) эшкәртелә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Филиппинда ислам XIV быуатта Малай архипелагының көнбайыш өлөшөнән килгән мосолман сауҙагәрҙәре аша тарала башлай. Беренсе мәсет XIV быуат уртаһында Тави-Тави провинцияһының Симунул ҡалаһында төҙөлә[9]. Яҡынса XVI быуатта Сулу,, Ланао һәм Мауинданао солтанлыҡтары элекке индус-будда раджанаттарында нигеҙләнә.

Утрауҙа 1970 йылдан алып Моро милли азатлыҡ фронты һәм Моро ислам азат итеү фронты, Филиппиндың көньяҡ өлөшөнөң айырылыуы һәм унда Ислам дәүләте төҙөү өсөн сығыш яһаған ислам баш күтәреүселәр ойошмаһы сепаратист төркөмдәре эшләй[10]. Шулай уҡ утрау территорияһында төрлө һул йүнәлештәге ойошмалар — ҡораллы формированиеларға эйә Филиппиндың маоисик коммунистар партияһы һәм троцкист Минданао революцион эшселәр партияһы бар.

Оҙайлы әҙерлек эштәренән һуң 2008 йылдың 5 авгусында Куала-Лумпур (Малайзия) ҡалаһында Глория Макапагать-Арройо хөкүмәте менән 30 делегаттан торған Моро ислам азат итеү фронты араһында тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйылыр тип көтөлә. Әммә, 4 августа Манилалағы Филиппин Юғары суд меморандум иғлан итә, унда ил конституцияһына ҡаршы килгәнлектән һәм Филиппинды дезинтеграциялауға килтереү ихтималлығы булған өсөн килешеү юридик көсөнә инмәйәсәк, тип белдерелә. Килешеүгә лә ҡул ҡуйылмай. Бынан һуң, 12 мең самаһы хәрбиҙән торған Моро ислам азат итеү фронты үҙенең хәрби эшмәкәрлеген тағы ла әүҙемлләштерә.

Икенсе донъя һуғышы үҙгәртергә

1942 йылдың апрелендә Минданао Филиппиндың башҡа өлөштәр менән бергә, япон һалдаттары утрауҙың төп ҡалаларына баҫып ингәс, рәсми рәүештә Икенсе бөтә донъя һуғышына ҡушыла[11]. Минданаоның күп ҡала-ҡасабалары, атап әйткәндә, Давао, Замбоанга, Ланао, Кагаян-де-Оро, Илиган һәм Бутуан яндырыла[12].

1942 йылдың апрель-майында генерал Уильям Ф. Шарп һәм генерал Ги О. Форт етәкселегендәге япон ғәскәрҙәре Малабангта (Гандамату-Макадара эргәһендәге ҡала, Ланао) башланған һәм Ганасси ҡалаһы эргәһендә тамамланған алышта АҠШ ғәскәрҙәрен еңә. Давао ҡалаһын япон ғәскәре иң элек оккупациялай. Филиппин һалдаттары һәм урындағы партизан отрядтары Минданаоны азат иткәнгә тиклем япон ҡораллы көстәренә ҡаршы һуғыша[13].

2005 йылда утрауҙа Япония император армияһының ике һалдаты: 87 йәшлек лейтенант Ёсио Ямакав һәм 83 йәшлек ефрейтор Судзуки Накаути табыла. Улар унда Икенсе донъя һуғышы тамамланыуын белмәйенсә, дезертирлыҡ өсөн яза бирелеүенән ҡурҡып, йәшенеп йәшәгән. Япония илселегенә был йәһәттән, утрауҙа һуғыштың күптән тамамланыуын белмәгән тиҫтәләгән һалдат булыуы ихтималлығы бар, тип белдергән[14].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Мосолман Минданаоһында автономиялы төбәк

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — С. 230.
  2. Инструкция по передаче на картах географических названий Филиппин. — М. 1969. — С. 12.
  3. ISLAND DIRECTORY | Islands of Philippines (ингл.). islands.unep.ch. Дата обращения: 18 ноябрь 2019. 2019 йыл 28 апрель архивланған.
  4. Географический энциклопедический словарь: Географические названия / Гл. ред А. Ф. Трёшников; Ред. кол.: Э. Б. Алаев, П. М. Алампиев, А. Г. Воронов и др. — М.: Сов. энциклопедия, 1983. — С. 33. — 538 с. — 100 000 экз.
  5. Aethopyga boltoni (Apo Sunbird) (ингл.). IUCN. Дата обращения: 18 ноябрь 2019.
  6. Mindanao Comprised About 24 Percent of the Philippines' Total Population. Philippine Statistics Authority (8 июнь 2005).
  7. Fruits of peace. Дата обращения: 10 октябрь 2017.
  8. Unearthed gem. Дата обращения: 29 апрель 2013.
  9. How Islam got to the Philippines (28 ғинуар 2005). Дата обращения: 4 октябрь 2009.
  10. Ewiger Krisenherd im Süden der Philippinen (нем.). Дата обращения: 2 декабрь 2019. Архивировано 1 март 2009 года.
  11. Chen, C. Peter Invasion of the Philippine Islands. Дата обращения: 12 июль 2017.
  12. During the Japanese Period. Дата обращения: 12 июль 2017. 2017 йыл 11 июль архивланған.
  13. LEE 1942, p. 7.
  14. Дезертиры Второй мировой 60 лет прятались в джунглях (рус.)