Филиппин диңгеҙе
Филиппин диңгеҙе (тагал Dagat Pilipinas, ингл. Philippine Sea, ҡыт. 菲律宾海, япон. フィリピン海, индон. Laut Filipina) — утрауҙар араһында урынлашҡан Тымыҡ океандың диңгеҙе. Ҙурлығы буйынса донъяла икенсе урынды (Саргасс диңгеҙенән һуң) биләй.
Филиппин диңгеҙе | |
---|---|
Майҙаны | 5726 мең км² |
Күләме | 23 522 мең км³ |
Иң ҙур тәрәнлек | 11 022 м |
Уртаса тәрәнлек | 4108 м |
Филиппин диңгеҙе Викимилектә |
География
үҙгәртергәКөнбайышта Япон утрауҙары (Хонсю, Кюсю һәм Рюкю), Тайвань һәм Филиппин архипелагы, көнсығышта һыу аҫты һырттары һәм Идзу, Огасавара (Бонин), Кадзан, Марианна, Яп һәм Палау утрауҙары менән сикләнгән. Майҙаны 5726 мең км². Уртаса тәрәнлеге — 4108 м, максималь тәрәнлеге — 11 022 м (Марианна уйпатында). Күләме — 23 522 мең км³.
Диңгеҙ аша Төньяҡ Пассат һәм Куросио ағымдары үтә. Һыу өҫтө температураһы төньяҡта 15—28°С-тан көньяҡта 27—29°С-ҡа барып етә. Тоҙлолоғо төньяҡта 34,3 ‰-дән көньяҡта 35,1 ‰-гә барып етә.
Балыҡсылыҡ һәм кит аулау тармаҡтары үҫешкән. Төп порттары: Нагоя, Иокогама (Япония), Апра (Гуам).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Залогин Б. С., Косарев А. Н. Моря. — М.: «Мысль», 1999.
- Океанологическая энциклопедия. — Ленинград: Гидрометеоиздат, 1974.
Был океанология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |