Карманов Афанасий Георгиевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Карманов, Афанасий Георгиевич" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

08:41, 27 октябрь 2018 өлгөһө

Карманов Афанасий Георгиевич (18 ғинуар 1907, Иҫке Кәстәй ауылында, хәҙерге Башҡортостандың Баҡалы районы— 23 июнь, 1941 йыл, Молдавия) — совет хәрби летчигы, Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәрендә Молдавия сср-ы территорияһында немец-румын илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышта ҡатнаша, Советтар Союзы Геройы.

А. Г. Кармановтың ҡәбере Кишиневта, «Eternitate» мемориаль комплексы составына ингән хәрби зыяратта.

Биографияһы

Карманов Афанасий Георгиевич 1907 йылдың 18 ғинуарында Иҫке Кәстәй ауылында, хәҙерге Башҡортостандың Баҡалы районында тыуған.

Туймазы районының Арҙат ауылында биш класты тамамлай.

Армияға тиклем ауыл хужалығында эшләй. 1929 йылдан Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә. Өфө аэроклубында шөғөлләнә, 1933 йылда Ырымбур осоусылар мәктәбен тамамлай. 1938 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. Совет-фин һуғышында ҡатнаша, унда 50-нән ашыу хәрби осош яһай. Осоштарҙың береһендә үҙе менән бер парҙа осоусы хәрби дуҫын — осоусы Морозовты ҡотҡара. Фин саңғысылары Морозовтың  бәреп төшөрөлгән самолетына яҡынлаша башлағанда, Карманов үҙенең И-16 самолеты менән йәнәш ултыра һәм дуҫын алып һауаға күтәрелә. ҡатнашыу өсөн Совет-фин һуғышында ҡатнашҡаны өсөн  А. Г. Карманов Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда А. Г. Карманов Молдавияла хеҙмәт итә, унда 4-се истребителдәр авиаполкының эскадрилья командиры була. 22 июндә һауа һөжүме тураһында сигналдан һуң, 10 МиГ-3 совет истребителе һауаға күтәрелә. Уларға 85 немец бомбардировщигы ҡаршы килә. Карманов эскадрильяһын атакаға йүнәлтә. Иртәнге яҡынса 04:30 сәғәттә Карманов беренсе самолетты,  шунан тағы өс бомбардировщикты бәреп төшөрә. Паникаға бирелеп, немец самолеттары бер береһенә ҡарай осоп, һауала өс тапҡыр бәрелеш .

23 июндә Карманов командалығындағы эскадрилья «Мессершмиттар» оҙатыуында 20 Ю-87 бомбардировщигына ҡаршы осрай. Карманов был һуғышта ике Мессершмитты бәреп төшөрә, ә  патрондары бөткәс — өсөнсөһөн  таранлай һәм һәләк була. 1941 йылдың 17 июлендә Советтар Союзы Геройы исеме менән бүләкләү ҡағыҙы төҙөлә, ә исеме үҙе үлгәндән һуң, 1942 йылдың 27 мартында бирелә.

А. Г. Кармановтың ҡәбере Кишиневта, «Eternitate» мемориаль комплексы составына ингән хәрби зыяратта урынлашҡан.

Хәтер

  • 1964 йылда Кишинёв ҡалаһының Рышкановка районындағы бер урам (элекке Школьная) Карманов исеме менән атала. 2000 йылдан ул Думитру Рышкану урамы тип үҙгәртелә. 14-се йортта А. Г. Кармановҡа бағышланған мемориаль таҡтаташ урынлаштырыла.
  • 2005 йылдың 6 майында,Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең  60 йыллығында, Туймазы ҡалаһында Советтар Союзы Геройҙары аллеяһы асыла, унда А. Г. Кармановҡа бюст ҡуйыла[1].

Наградалары

  • СССР Юғары Советы Президиумы указы менән 1942 йылдың 27 мартында, командованиеның заданиеһын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән өсөн,  Карманов Афанасий Георгиевичҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[2][3].
  • Ленин ордены менән бүләкләнгән (1942 йылда, үлгәндән һуң), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1940 йылдың марты).

Иҫкәрмәләр

  1. Карманов Афанасий Георгиевич.
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 20, л. 508, 509).
  3. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682524, д. 11, л. 1).

Әҙәбиәт

  • Каримов А. Угол атаки. — Уфа, 1988.
  • Кишинёв. Энциклопедия. — Киш.: Главная редакция Молдавской Советской Энциклопедии, 1984. — С. 269.

Һылтанмалар

Карманов Афанасий Георгиевич. «Герои страны» сайты.