Мамедбекова Лейла Алескер ҡыҙы
Ле́йла Алескер кызы Мамедбе́кова (Мамедбейова) (әзерб. Leyla Ələsgər qızı Məmmədbəyova; 17 сентябрь 1909 йыл, Баҡы — 4 июль 1989 йыл, Баҡы) — Әзербайжан лётчигы. Әзербайжан милләте ҡатын-ҡыҙҙарынан беренсе осоусы[1], шулай уҡ Әзербайжанда, Кавказда[2] һәм бөтә Шәреҡтә беренсе ҡатын-ҡыҙ-лётчик[3].
Лейла Мамедбекова | |||||
әзерб. Leyla Məmmədbəyova | |||||
Тыуған ваҡыты | |||||
---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны | |||||
Үлгән ваҡыты | |||||
Вафат урыны | |||||
Ғәскәр төрө |
Хәрби-һауа көстәре | ||||
Хәрби звание | |||||
Командалыҡ итеү |
Баҡы аэроклубындағы отряд | ||||
Наградалар һәм премиялар |
|
СССР-ҙа икенсе парашютсы ҡатын-ҡыҙ. 1931 йылда — Баҡы, 1933 йылда Мәскәү авиация мәктәбен тамамлай. Кавказ аръяғы республикалары вәкилдәре араһында парашют менән һикереү буйынса ярышта еңеүсе (1934).
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында парашютсы десантсыларҙы әҙерләй, Әзербайжан ССР-ының планер-парашют клубы начальнигы була. Һуғыштан һуң Баҡы аэроклубында отряд командиры була, Баҡы ҡалаһы ДОСААФ комитеты рәйесе урынбаҫары булып эшләй. «Почёт Билдәһе» ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнгән[4].
Биографияһы
үҙгәртергәЛейла Мамедбекова революционер Алескер Зейналов, Нариман Наримановтың көрәштәше ғаиләһендә тыуған[5]. Милләте — әзербайжан[6][7]. Ул бәләкәй сағында әсәһеҙ тороп ҡалған. Революция йылдарында, Лейла бала сағында уҡ, жандармдарҙың иғтибарында булмағанда, уға хаттарҙы һәм документтарҙы кәрәкле адрестар буйынса еткереп торорға ҡушҡандар[5].
Лейла Мамедбекова Баҡы аэроклубында һөнәри белем алған һәм 1931 йылда үҙенең тәүге осошон яһаған[2][5]. Ике бала әсәһе булараҡ һәм туҡыу фабрикаһында эшләгән осорҙа, Мамедбекова авиаклубҡа уҡырға инә[8]. 6 августа Баҡы авиация мәктәбен тамамлай[9]. Был Баҡы авиамәктәбенең тәүге сығарылышы була[9].
1932 йылдан Мәскәүҙә Тушино осоу училищеһында уҡыуын дауам итә. 1933 йылдың 17 мартында Мамедбекова үҙ теләге менән У-2 самолеты бортынан парашют менән һикергән һәм, Нина Камневанан һуң, Советтар Союзында икенсе парашютсы ҡатын-ҡыҙ булып киткән[4]. Беренсе һикереү уның өсөн һуңғыһы булыуы мөмкин ине. Аяғы менән арҡандарға уралған ҡыҙҙың парашюты асылмаған. Ерҙә уны һәләк булыр тип уйлаһалар ҙа, ул батырлығын юғалтмайынса икенсе ҡулсаны тартҡан да уңышлы ергә төшкән. Ошо уҡ йылда ул Мәскәү авиация мәктәбен тамамлаған[4].
«Ул үҙенең тормошо менән, Америкаға ҡарағанда ҡатын-ҡыҙҙар иртәрәк тауыш биреү хоҡуғы алған илдең — Әзербайжан өсөн хас булған мосолман ҡатын-ҡыҙҙары хаҡында стереотипты емерҙе», — тиелә һуғышта ҡатнашҡан билдәле пилот ҡатын-ҡыҙҙары араһында Әзербайжан летчигы Лейла Мамедбекованың исемен сағылдырған АҠШ-тың Huffington Post баҫмаһында[2].
1934 йылда ул Кавказ аръяғы республикалары вәкилдәре араһында парашюттан һикереү буйынса ярышта еңеүсе була[4]. Әзербайжан ССР-ының 15 йыллығы менән бәйле «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнгән (27.01.1936). 1941 йылға ул авиация майоры булған. Артабан ул Баҡы аэроклубында авиация кадрҙары әҙерләгән.
14 йәшендә Ләйлә 19 йәшлек Бахрам Мамедбековҡа кейәүгә сыға. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Мамедбекова, дүрт бәлиғ булмаған бала әсәһе булараҡ (уның бөтәһе алты бала була), фронтҡа барырға рөхсәт ителмәй. Баҡы аэроклубы ябылған, әммә Мамедбекова десантсылар һәм парашютсылар курстарын асырға рөхсәт алыуға өлгәшә, бында ул һуғыш йылдарында 4 меңгә яҡын парашютсы-десантсы һәм йөҙләгән лётчик әҙерләгән[5]. Бының өсөн ул «Намыҫлы хеҙмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән, өҫтәүенә награданы СССР-ҙың Юғары Советы үҙе раҫлаған. 1943 йылда Әзербайжан ССР-ының планер-парашют клубы начальнигы була[4].
Уның уҡыусыларының икәүһе, Адиль Кулиев һәм Николай Шевердяев аҙаҡ Советтар Союзы Геройҙары исеменә лайыҡ булған[5]. 10 йыл буйына ул Совет армияһы эскадрильяһын етәкләй[2].
Һуғыштан һуң Мамедбекова Баҡы аэроклубында отряд командиры була. 1949 йылда һуңғы осошон яһаған[5]..
1961 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы ДОСААФ-тың Баҡылағы филиалы рәйесе урынбаҫары булып эшләй, уға унда аэродромдарға йыш йөрөү, планерсылар, парашютсылар ярышын ойоштороу бурысы йөкмәтелә.
Лейла Мамедбекова 1989 йылдың 4 июлендә 80-се йәшендә донъя ҡуйған. Баҡыла II Почётлы ҡәберлек аллеяһында ерләнгән.
Ғаиләһе
үҙгәртергә- Ире — Бахрам Мамедбеков
- Улы — Фируд-бек Мамедбеков (1925—2007). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан[5][10]
- Улы — Рустам Мамедбеков (1993 йылда үлгән)
- Ҡыҙы — Эльмира Мамедбекова
- Ҡыҙы — Земфира Мамедбекова
- Улы — Вагиф Мамедбеков
- Улы — Ханлар Мамедбеков. Беренсе Ҡарабах һуғышында ҡатнашҡан[5].
Хәтер
үҙгәртергә- Лейла Мамедбекова иҫән сағында уҡ бик күп шиғырҙар һәм кинофильмдар, шул иҫәптән 1935 йылда Самед Вургун яҙған «Лейла» шиғыры бағышлаған.
- Шағир Микаил Мөшфиғ 1933 йылда «Афшан» поэмаһын, бер йылдан һуң «Шойля» поэмаһын яҙа.
- 1934 йылда беренсе мосолман летчигы яҙмышы тураһында «Исмет» нәфис фильмы төшөрөлә. Мамедбекова фильм героиняһының өлгөһө була[8] һәм үҙе лә фильмда каскадёр булараҡ ҡатнаша, һауала трюктар башҡара, шул иҫәптән «үле элмәк»те башҡарған. Шул рәүешле, Мамедбекова Әзербайжанда беренсе ҡатын-ҡыҙ-каскадёр ҙа була[11]. Фильмдың сценарийын яҙыуға режиссер Микаил Микаиловтың Мамедбекова менән осрашыуы этәргес була[8].
- 1995 йылда уның тураһында «Лейла» документаль фильмы төшөрөлгән («Беҙҙең бөйөк улдар һәм ҡыҙҙар» фильмдар серияһынан, реж. Нәзим-Рза Исрафилоглы).
- Летчиктың яҡын дуҫы, билдәле рәссам Александра Якушева уның портрет яҙған, портретты 1933 йылда Мәскәүҙә Революция музейы һатып алған.
- 2009 йылда Әзербайжандың Мамедбековаға арналған почта маркаһы сығарыла.
- Баҡыла Баҡыханов исемендәге ҡасабала урамға Мамедбекованың исеме бирелгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Абасов М. Г. На крыльях мужества: [Научно-популярные очерки о военных летчиках Азербайджана]. — Б.: Элм, 1975. — С. 19.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Dr. Mallory Moss Katz Breaking Barriers: 7 Little-Known Aviatrices Who Took the World by Storm (инг.) // The Huffington Post. — 2017.
- ↑ Литвяк, 1973, с. 62: «В числе первого выпуска бакинской авиашколы была первая в Азербайджане и на всем Востоке летчица-женщина Лейла Мамедбекова. Бакинскую школу Осоавиахима окончили также Нуриева Сона Пири кызы и Зулейха Сеидмамедова.»
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 АСЭ, 1982, с. 494
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 5,7 Zöhrə Fərəcova Şərqin ilk qadın təyyarəçisi – Azərbaycanlı Leyla Məmmədbəyova (әзерб.) // modern.az. — 2014.
- ↑ Хроника. Прямое жел. дор. сообщение между Россией и Персией // Кавказ. — 1936. — № 6. — С. 44.
Официальный рапорт о деятельности Оссоавиохима отмечает, между прочим, в числе «подлинных стахановцев авиационного дела», парашютистку Сеид-мамедову, азербейджанку, ученицу-летчицу Гогитидзе, аджарку, пилота Мамедбекову, азербейджанку; другая юная тюрчанка, Селимова Шевкет, является всесоюзной рекордисткой схематической модели самолета.
- ↑ Агранова С. Итоги женских съездов и задачи комсомола // Революция и национальности. — 1936. — № 3. — С. 43.
…Лейля Мамедбекова и Сеид Мамедова — опытные летчицы-тюрчанки, награжденные правительством орденом „Знак почета";…
- ↑ 8,0 8,1 8,2 История советского кино: 1917-1931 / Редакционная коллегия: Х. Абул-Касымова, С. Гинзбург, И. Долинский, С. Дробашенко, А. Жукова, М. Зак, Ю. Калашников, И. Козенкраниус, С. Ризаев, С. Фрейлих, Ю. Ханютин, К. Церетели. — М.: Искусство, 1969. — Т. I. — С. 696.
- ↑ 9,0 9,1 Литвяк, 1973, с. 63
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Буланова О. Лейла Мамедбекова, первая азербайджанская летчица // azerhistory.com.
Һылтанмалар
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Лифшиц Г. Знатные летчицы Азербайджана. (Производ. биографии летчиц-парашютисток Мамедбековой, Сеид-Мамедовой и Нуриевой // Самолёт. — 1936. — № 3 (109).
- Литвяк А. А. Гражданская авиация Азербайджана в период построения экономического фундамента социализма (1926—1932 гг.) // Ученые записки Азербайджанского государственного университета. Серия истории и философии. — 1973. — № 3. — С. 59-64.
- Семенов В. На штурвале женские руки. [Очерк о первой летчице-азербайджанке Л. Мамедбековой] // Знамя труда. — Красноводск, 1977.
- Мәммәдбәјова Лејла Әләсҝәр гызы // Азербайджанская советская энциклопедия / Под ред. Дж. Кулиева. — 1982. — Т. VI.
- Дашевский Ю. О ней слагали стихи : [о первой сов. летчице-азербайджанке Л. Мамедбековой] // Советский спорт. — 1985.