Мазар (кәшәнә)
Мазар (ғәр. مزار — «зыярат ҡылыу урыны») — мосолман әүлиәһе ҡәбере.
Тарихы
үҙгәртергәИслам тарихының тәүге быуаттарында ниндәй ҙә булһа объекттарға табыныу күренеше мәжүсилек тип һаналған. X быуат уртаһына тиклем хатта Мөхәммәт пәйғәмбәр ҡәбере ғибәҙәт ҡылыу урыны булмаған[1]. IX быуат аҙағында Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең сәхәбәләренең һәм хөрмәт ҡаҙанған ислам дине белгестәренең (ғөләмә) ҡәберҙәре өҫтөндә маҡамдар төҙөү теркәлгән.
«Әүлиәләр» һәм уларҙың ҡәберҙәре культы X быуат аҙағынан тиҙ үҫешә башлай. Был йәһәттән айырыуса суфыйҙар ҙур роль уйнай, уларҙа рухи остаздарҙы — мөршидтәрҙе, шәйехтәрҙе ололау һәм уларҙың ҡәберҙәренә зыярат ҡылыу йолаһы барлыҡҡа килә. Суфыйҙар фекеренсә, шәйех-аралашсылар аша Аллаһҡа тапшырылған доғалар Уға туранан-тура ялбарған доғаларҙан көслөрәк. [1].
Ғибәҙәт ҡылыу объекты булып шулай уҡ Библия һәм Ҡөрьән пәйғәмбәрҙәре менән бәйле урындар ҙа тора. Башта "әүлиә " ҡәберҙәре, башҡа дини иҫтәлекле урындар кеүек үк, мәшһәд тип аталған. Мазарҙар тирәләй ҡайһы берҙә мәсеттәр һәм монастырҙар барлыҡҡа килә. Йыш ҡына улар тотош ҡалаларҙың үҙәгенә әйләнә (Афғанстанда — Мазари-Шәриф , Ираҡта — Нәжеф һ. б.)[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Ислам: ЭС, 1991, с. 151
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Большаков О. Г. Мазар // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 151. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.