Левченко Ирина Николаевна
Ирина Николаевна Левченко | |||||||||||||||||||
укр. Ірина Миколаївна Левченко | |||||||||||||||||||
230 | |||||||||||||||||||
Хеҙмәт иткән урыны | |||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Ғәскәр төрө |
Автобронетанк ғәскәрҙәре | ||||||||||||||||||
Хеҙмәт итеү йылдары | |||||||||||||||||||
Хәрби звание |
Совет гвардия подполковнигы | ||||||||||||||||||
Часть |
149-сы уҡсылар дивизияһы (2-се тапҡыр формалашҡан), | ||||||||||||||||||
Хәрби алыш/һуғыш | |||||||||||||||||||
Наградалар һәм премиялар |
| ||||||||||||||||||
Отставкала |
писатель |
Ири́на Никола́евна Ле́вченко (укр. Ірина Миколаївна Левченко; 15 март 1924, Кадиевка, Донецк губернаһы — 18 ғинуар 1973, Мәскәү) — совет офицеры, Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, Советтар Союзы Геройы (1965). Совет гвардия подполковнигы. Флоренс Найтингейл исемендәге миҙалға лайыҡ булған беренсе совет ҡатын-ҡыҙы (1961).
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында — 149-сы уҡсылар дивизияһы (2-се тапҡыр формалашҡан), 41-се гвардия танк бригадаһы 744-се уҡсылар полкы рота санинструкторы, элемтә офицеры. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күрһәткән батырлыҡтары өсөн И. Н. Левченко өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм 10 миҙал менән бүләкләнгән. Болгария Халыҡ Республикаһы оборона министры И. Н. Левченконы исемле ҡорал менән бүләкләй.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа әҙәби эшмәкәрлек менән шөғөлләнә, һуғыш һәм тыныс тормош батырҙары тураһында бик күп очерктар һәм хикәйәләр авторы. СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Биографияһы
үҙгәртергәБалалыҡ йылдары
үҙгәртергәИрина Николаевна Левченко 1924 йылдың 15 мартында Украина Совет Социалистик Республикаһы Донецк губернаһы Луганск округы Лозово-Павловский районында Кадиевка ҡасабаһында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуа[1]. 2016 йылда Стаханов ҡала советы Стаханов ҡалаһы Украинаның Луганск өлкәһенә ҡараған Кадиевка ҡала советы тип үҙгәртелә, ләкин был үҙгәртеүҙе ҡалала контроль урынлаштырған Луганск Халыҡ Республикаһы властары танымай.
Артёмовск ҡала (Луганск өлкәһе) мәктәбендә 9 класс тамамлай[1]. Уҡыусы ҡыҙ Ирина Левченко винтовканан ата һәм яралыларға тәүге ярҙам күрһәтә белгән[2]. Мәскәүгә күсеп килгән.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында
үҙгәртергә1941 йылдан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында, 1941 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы[1]. Һуғыштың беренсе көндәрендә үк ул Ҡыҙыл Тәре район бүлегенә килә, уны сандружина отделениеһы командиры итеп тәғәйенләйҙәр һәм күҙәтеү посын (йәмғиәт мунсалары) билдәләйҙәр. Әммә был эш ҡыҙға бик ябай булып күренә, ул бит фронтта яралыларға ярҙам итергә ниәт иткән була[3].
1941 йылдың июлендә Мәскәүҙә халыҡ ополчениеһы частары һәм берләшмәләре ойошторола. Ғәмәлдәге армияның тыл частарына бик күп сандружинницалар, элемтәселәр һ. б. белгестәр кәрәк булған[3]. 1941 йылдың йәйендә сандружинницаар менән бергә Смоленск өлкәһенең Киров ҡалаһына (хәҙер Калуга өлкәһе) 28-се армия штабына килә. Операция-яралар бәйләү взводында, артабан (Брянск фронты, 61-се армия), (2-се тапҡыр формалашҡан) 149-сы уҡсылар дивизияһы 744-се уҡсылар полкы рота санинструкторы[1].
И. Н. Левченко немец ғәскәрҙәре яҡынлашҡан Смоленск һәм Рославлгә ебәрелә. Ирина Левченко әсәһенә тәүге хатын яҙа:[3] «Ҡәҙерле әсәйем! Мин дивизион медпунктында. Бөгөн төндә тәүге һынауҙы үттем. Мин яралыларҙы бәйләнем… Дөрөҫөн әйткәндә, эре яра күреү — өйҙәге кеүек сыйылған урын ғына түгел, бик ҡурҡыныс».
Дивизия ҡамауға эләккәс, Ирина Левченко машиналарҙа 168 яралыны эвакуациялай. Ворошиловский ҡасабаһы районында ҡамауҙан сыға[3].
Ургу йылғаһын (Новгород өлкәһе) аша сыҡҡанда, Ирина была контузия ала һәм, аяғы яраланып, госпиталгә эләгә[4].
1942 йылдың майына 18 йәшлек санинструктор И. Н. Левченко һуғыш яланынан 168 яралыны алып сыға һәм медицина ярҙамы күрһәтә[1].
Тулумчак һәм Карпеч (Керчь ярымутрауы, Ҡырым) өсөн һуғыштарҙа И. Н. Левченко 30 яралыға медицина ярҙамы күрһәтә һәм шәхсән үҙе 28 кешене, ҡоралы менән, һуғыш яланынан алып сыға,[3] һәм шул ваҡытта бер әсирҙе һәм румын пулемётын часҡа алып килә[2]. Айырым танк батальоны командиры Т. Туркатов үҙенең иҫтәлектәрендә санинструктор И. Н. Левченконың батырлығы тураһында яҙа:[3][5]
1942 й. беҙҙең ғәскәрҙәр Керчь ярымутрауы өсөн һуғыша. Танктар, боҫҡондан сығып, һөжүм башланы. Броняға ышыҡланып, бер танк артынан медицина сумкаһын таҡҡан санинструктор йүгерә… Ҡыҙ ялҡын ялмаған танкка ташланды. Тиҙ генә люкты асты һәм машинанан яралыларҙы тартып сығара башланы… Тағы бер танк яна башланы. Экипаж машинанан сығып яҡындағы соҡорға ятты. Ирина, танкистар янына йүгереп килеп, яраларын бәйләне.
Был ваҡытта үҙе лә яралы була һәм госпиталгә оҙатыла, уң ҡулын саҡ киҫмәйҙәр [2]. Һауыҡҡандан һуң, медицина комиссияһы И. Н. Левченконы хәрбиҙәр сафынан сығарырға ҡарар итә. Ирина яҙмышын танк частары менән бәйләргә була. Бик оҙаҡ юллай торғас, Ҡыҙыл Армияның бронетанк һәм механизацияланған ғәскәрҙәре командующийы генерал-лейтенант Яков Николаевич Федоренко менән осрашҡандан һуң [2], Ҡурған ҡалаһына эвакуацияланған Сталинград хәрби танк училищеһы курсанты булып китә[3].
1943 йылда Сталинград танк училищеһының тиҙләтелгән курсын үтә. Уны тамамлап ике көн үтеүгә КПСС/ВКП(б) (февраль 1943) сафына алына[2][1]. 1943 йылдың авгусында лейтенант Левченко Ҡыҙыл Армияның Бронетанк һәм моторлаштырылған ғәскәрҙәре төҙөү һәм хәрби әҙерлек Баш Идаралығы адъютанты булып хеҙмәт итә. Артабан, һуғыш еңеү менән тамамланғанға тиклем 2-се Украин фронты һәм 3-сө Украин фронттарында 7-се механизацияланған корпусында (2-се тапҡыр формалашҡан) 41-се гвардия танк бригадаһында элемтә офицеры булып эшләй, Т-60 еңел тактар төркөмө менән командалыҡ итә[1].
Уның танк экипажы Смоленск-Рославль, Көнсығыш-Карпат, Румын, Болгар, Будапешт операцияларында ҡатнаша. Ирина Левченко һуғышты Берлин янында ҡаршылай[2].
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күрһәткән батырлыҡтары өсөн И. Н. Левченко өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм 10 миҙал[3] менән бүләкләнгән. Болгария Халыҡ Республикаһы оборона министры генерал Добри Джуров И. Н. Левченконы исемле ҡорал менән бүләкләй[2].
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа
үҙгәртергә1952 йылда И. Н. Левченко Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең Дөйөм Ғәскәри академияһын һәм Р. Я. Малиновский исемендәге бронетанк һәм механизацияланған ғәскәрҙәре Хәрби академияһын тамамлай. И. Н. Левченкоға инженер белеме генә аҙ тойола. Ул М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияның тарих факультетына уҡырға инә һәм 1955 йылда тамамлай. 1958 йылдан — запастағы гвардия подполковнигы запаса[1].
Уҡыған йылдарында И. Н. Левченконың әҙәби эшмәкәрлек һәләттәре асыла. 1952 йылда «Знамя» журналының 11-12-се һандарында уның «Повесть о военных годах» тигән тәүге эше баҫыла, һәм 1952 йылдан алып 1965 йылға саҡлы 8 тапҡыр ярты миллионлы тираж менән донъя күрә[3].
Уның әҫәрҙәрендә һуғыш осоронда ҡатын-ҡыҙ яҙмышы һүрәтләнә: «Дочь командира» (1955), «Бессмертие» (1960), «Счастливая» (1964, о себе), «Хозяйка танка» (Т-34 танкыһының механик-водителе Мария Васильевна Октябрьская, 1964). И. Н. Левченко геройҙары — ҡурҡыу белмәҫ, Тыуған ил өсөн батрлыҡ эшләүсе ҡыйыу кешеләр. Хәрби медиктың ауыр эше уға яҡшы таныш булғанлыҡтан, үҙенең мәҡәләләрендә һәм очерктарында ҙур йылылыҡ менән аҡ халатлылар тураһында һөйләй. Уның фекеренсә, «санитаркалар, санинструкторҙар…, уларҙың көсһөҙ һәм шул уҡ ваҡытта көслө лә ҡулдары ҡалай күп эш атҡарҙы, ысын мәғәнәһендә ғорур һәм яғымлы һүҙҙәр уларға төбәп һаман әйтелмәгән.»[3][6]
1950-се йылдар аҙағында Германияға бара, элекке Ҡаршылыҡ көрәшселәре, концлагерь тотҡондары, социализм төҙөүсе йәш немецтар менән осраша. Был сәфәрҙең һөҙөмтәһе — «Люди новой Германии» китабы(1959)[2].
Һуғыш тематикаһы менән бергә уның әҫәрҙәрендә хәҙмәт батырҙарына ла күп урын бирелгән: «В скором поезде» (1958, совет табиптары тураһында), «Без обратного билета» (1962, сиҙәм ерҙәрен үҙләштереүсе комсомолецтар тураһында), «Чтобы яблони цвели» (1963), «Люди, штурм, победа…» (1964, Красноярск ГЭС-ы тураһында), «И никак иначе…» (1967, Игарка тураһында)[3]. СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы[1].
1961 йылда Ҡыҙыл Тәре Халыҡ-ара комитеты уны Флоренс Найтингейл исемендәге миҙал менән бүләкләй, был награда һуғыш осоронда ла, тыныс тормошта ла яралыларға йә сирлеләргә ярҙам иткәндә үҙ эшенә иҫ киткес тоғролоҡ һәм батырлыҡ күрһәткән шәфҡәт туташтарына бирелә. Уның менән бергә Ҡыҙыл Тәре Халыҡ-ара комитеты был почётлы награданы Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, хирургия шәфҡәт туташы, «Скороход» ленинград фабрикаһының Ҡыҙыл Тәре тәүге ойошмаһы рәйесе Лидия Филипповна Савченкоға ла тапшырыла[1].
СССР Юғары Советы Президиумының 1965 йылдың 6 май указы менән «командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн» танк ғәскәрҙәренең запастағы гвардия подполковнигы Левченко Ирина Николаевнаға Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙал тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме (№ 10677) бирелә[1].
Һуғыш ветерандарының совет комитетында әүҙем эшләй, докладтар менән сығыш яһай, сит илгә сыға. 1967 йылда Вьетнамға бара, һуғыш барған урындарҙа була. Вьетнамдың фронт юлдарын үтә, партизандар, разведчиктар менән осраша, батареяларға бара. Вьетнам дуҫтар уға 900-сө ҡолатылған америка самолётынан эшләнгән иҫтәлекле балдаҡ бүләк итә[3]. «Дочери Вьетнама» тигән хикәйәләр йыйынтығын сығара. Нгуен Динь Тхи хатынан: «Һеҙ, Совет иле ҡыҙы, мундир кейеп, фашистарҙы ҡырырға ҡулығыҙға ҡорал алғанһығыҙ… Һеҙ ғазаплы, ҡорбанлы һәм күрелмәгән батырлыҡ юлын үткәнһегеҙ… Һеҙ яңынан фронтҡа килдегеҙ, бында кеше менән вәхшәтлек һәм ҡоллоҡ араһында хәл иткес алыш бара. Ямғырҙа ла, эҫелә лә… Һеҙ дошман утында яныусы окоптарҙы һәм ауылдарҙы, пристандарҙы һәм кисеүҙәрҙе күрҙегеҙ… Һәм кешеләр Һеҙҙең исемде иҫләй.»[3]
Мәскәүҙә йәшәй, 1973 йылдың 18 ғинуарында вафат була. Новодевичьем зыяратында (4-се участка) ерләнгән[1].
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Повесть о военных годах. // журнал «Знамя». — 1952. — № 11—12.
- Дочь командира: рассказы. — М.: Воениздат, 1955. — 48 с.
- В скором поезде. — М.: Советская Россия, 1958. — 38 с.
- Люди новой Германии: заметки советского писателя. — М.: Политиздат, 1959. — 140 с.
- Бессмертие, 1960.
- Без обратного билета, 1962.
- Чтобы яблони цвели. — М.: Воениздат, 1963. — 179 с.
- Счастливая. — М.: Советская Россия, 1964. — 92 с.
- Хозяйка танка. — М.: Политиздат, 1964.
- Люди, штурм, победа: [героическая быль о строителях Красноярской ГЭС]. — Красноярск: Красноярское книжное издательство, 1964. — 108 с.
- И никак иначе… — М.: Молодая гвардия, 1967. — 402 с.
- Дочери Вьетнама. — М.: Воениздат, 1967. — 46 с.
- Капли военной грозы. — М.: Советская Россия, 1973
- Повесть о военных годах. — М.: Советская Россия, 1983. — 384 с. — (Подвиг). Тираж 100 000 экз.
Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре
үҙгәртергәСовет дәүләт наградалары һәм исемдәре[1]:
- Советтар Союзы Геройы, 1965 йылдың 6 майы
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 10677)
- Ленин ордены
- өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (шул иҫәптән 1944 й. 7 сентябрендә[7]; 1945 й. 20 майында[8]);
- миҙалдар.
- «1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы, 1945 йылдың сентябре[9]
Сит ил наградалары[3]:
- «1933—1945 йй. Фашизмға ҡаршы көрәшсе»||de|Medaille für Kämpfer gegen den Faschismus 1933 bis 1945}} (ГДР);
- «Болгар Халыҡ Армияһына 20 йыл» миҙалы;
- бүләк ҡорал (Болгария Халыҡ Республикаһы оборона министры генерал Добри Джуровтан)[2].
Башҡа бүләктәре[1]:
- Флоренс Найтингейл исемендәге миҙал (1961).
Хәтер
үҙгәртергәМәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнгән, һәйкәл ҡуйылған[1].
Украиналағы Артёмовск (Луганск өлкәһе) ҡалаһының почётлы гражданы. Её имя было присвоено одному из кварталов города Луганск ҡалаһы кварталдарының береһенә Левченко исеме бирелгән. И. Н. Левченко уҡыған Артёмовск ҡалаһының 3-сө мәктәбе бинаһына мемориаль таҡта ҡуйылған. Мәскәүҙәге «Яр буйындағы өй»ҙөң фасадына иҫтәлекле билдә ҡуйып: «Бында Советтар Союзы Геройы, подполковник, яҙыусы Левченко Ирина Николаевна (1924—1973) йәшәне» тип яҙылған[1].
1975 йылда Мәскәүҙәге бер урамға Ирина исеме бирелде.
1979 йылда СССР Почтаһы конверты (рәссам П. Бендель, Лапкин каталогы буйынса һаны 79-452 (13702) сығарылды[1].
Луганск Халыҡ Республикаһындағы Алмазная ҡалаһы урамына Ирина Левченко исеме бирелде, был урамда Стаханов тимер юл станцияһы вокзалы урынлашҡан.
Ғаиләһе, шәхси тормошо
үҙгәртергәАтаһы, дәүләт эшмәкәре Николай Иванович Левченко, «Донуголь» начальнигы булған, артабан Донецк тимер юлын, Ленинск тимер юлын етәкләгән, Тимер юлдар Халыҡ Комиссариаты комиссары урынбаҫары була, репрессияланған[1]. Иринаның олатаһы, Сараев Сергей Петрович, төнгө облава ваҡытында батша полицияһы департаменты тарафынан үлтерелгән. Өләсәһе Мария Сергеевна Сараева-Зубкова — Граждандар һуғышы ҡатнашыусыһы, ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Беренсе атлылар армияһының Чонгар кавалерия дивизияһы бригада комиссары[2].
Ҡыҙы Ольга[2]. Вьетнамда, малайға 9 йәш булғанда әсәһе үлтерелгән, үҫмер Чан Зыонгты уллыҡҡа ала, һәм ошо үҫмер 16 йәшендә партизандар отрядына килә һәм Азатлыҡ Армияһының иң яҡшы разведчигы булып таныла[2].
Баһалар һәм фекерҙәр
үҙгәртергәБронетанк ғәскәрҙәре баш маршалы П. А. Ротмистров И. Н. Левченко менән тәүге осрашыуын шулай хәтерләй[2]:
Эш былай булды. Бер ваҡыт адъютант доклад яһай: «Өлкән лейтенант Левченко шәхси һорау буйынса ҡабул итеүегеҙҙе һорай». Мин ултырышҡа ашыға инем, буш түгел инем. Әммә Левченко шундай ныҡышмалы булып сыҡты, ҡыҙыҡһынып киттем. Ҡайҙа ҡарайым әле был ярһыу бөркөткә, тимен.
Ишек асылды, һәм аныҡ итеп, уставса, миңә офицер погонлы ҡыҙ мөрәжәғәт итә. Был ғәҙәти булмаған һүҙҙе әйтеүе лә уңайһыҙ кеүек — тан-кист-ка. Уны, ҡыҙ кеше булғаны өсөн, Бронетанк академияһынан сығарырға тырышалар икән! Нишләргә!
Тыңланым, тыңланым да, уның иҫ китмәле ныҡышмалылығына һоҡландым. Күҙ алдына килтерегеҙ, ниндәй үҙһүҙлелек менән уға маҡсатына ирешергә тура килгән: академияға егерме йәштә эләгер өсөн бит, уға 18-19 йәштә танк офицер училищеһын тамамларға кәрәк булған. Кеше ышанмаҫлыҡ!
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 1,13 1,14 1,15 1,16 1,17 Левченко Ирина Николаевна . «Герои страны» сайты.
- ↑ 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 2,11 2,12 Лернер, 1969
- ↑ 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 3,10 3,11 3,12 3,13 Кузьмин, 1970
- ↑ 15 марта — 95 лет со дня рождения гвардии полковника, Героя Советского Союза Ирины Левченко
- ↑ Т. Туркатов. Газета «За коммунистический труд» от 23 марта 1965 года.
- ↑ И. Н. Левченко. Газета «Медицинский работник» от 8 марта 1967 года.
- ↑ Ҡалып:Подвиг народа
- ↑ Ҡалып:Подвиг народа
- ↑ Ҡалып:Подвиг народа
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Левченко Ирина Николаевна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — С. 859. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Лунин И. Ф. Левченко Ирина Николаевна / Краткая литературная энциклопедия: В 9 т. — М.: Советская энциклопедия, 1962—1978.
- Советская женщина — защитница Родины. Ивановское областное государственное издательство. Иваново, 1942. — С. 20.
- Лернер Л. Солдатами не рождаются // Героини. Вып. I. (Очерки о женщинах — Героях Советского Союза) / Редактор-составитель Л. Ф. Торопов. — М.: Политиздат, 1969. — 447 с.
- Кузьмин М. К. Левченко Ирина Николаевна // Медики — Герои Советского Союза / Редактор Т. В. Калью. — 2-е изд.. — М.: Медицина, 1970. — С. 209—212. — 223 с. — 16 000 экз.
- Булкин С. П. Герои Отечества. — 2-е изд. — Донецк: Донбасc, 1977.
- Герои огненных лет. Книга 6. — М.: Московский рабочий, 1983
- Подвиги, ставшие легендой. — Донецк: Донбас, 1985
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Левченко Ирина Николаевна . «Герои страны» сайты.
- Е. Браташ. Женщина-солдат. Советская Луганщина № 9 (493).
- Левченко Ирина Николаевна фильм из цикла «Герои Победы». ООО «Русский исторический канал», 2010.