Ғәҙелшин Кәшфелғилем Фәйруша улы
Ғәҙелшин Кәшфелғилем Фәйруша улы (3 август 1918 йыл — 7 ноябрь 2017 йыл) — режиссёр. 1951 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1973).
Ғәҙелшин Кәшфелғилем Фәйруша улы | |
Тыуған ваҡыты: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районы) Әкәнәй ауылы |
Вафат ваҡыты: | |
Вафат урыны: |
Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы |
Һөнәре: |
режиссёр |
Гражданлығы: | |
Театр: |
Башҡорт дәүләт академия драма театры, Башҡорт ҡурсаҡ театры |
Наградалары: |
БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1973) |
Биографияһы
үҙгәртергәКәшфелғилем (Кәшфи) Фәйруша улы Ғәҙелшин 1918 йылдың 3 авгусында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы) Әкәнәй ауылында тыуған.
1938 йылда Башҡорт театр-художество училищеһына (Х. Бохарский курсы) уҡырға инә. А. Н. Островский исемендәге Ленинград театр институтын (1958; Л. С. Вивьен курсы) тамамлаған.
- 1938—1939 йылдарҙа Ҡыйғы колхоз-совхоз театры режиссёры.
- 1946—1953 йылдарҙа Башҡорт театр-художество училищеһы уҡытыусыһы.
- 1958—1959 һәм 1962—1966 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия театры режиссёры. 1959 йылда — БАССР Министрҙар Советының Радиотапшырыуҙар һәм Телевидение буйынса комитетында баш режиссёр,
- 1960 йылдан башлап ТАССР Министрҙар Советының Радиотапшырыуҙар һәм Телевидение буйынса комитетында баш режиссёр,
- 1963 йылдан алып Башҡорт ҡурсаҡ театры режиссёры,
- 1966—1968 йылдарҙа Башҡорт ҡурсаҡ театры директоры,
- 1970—1977 йылдарҙа баш режиссёры, бер үк ваҡытта 1963—1974 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһының театр бүлеге мөдире.
Ижади эшмәкәрлеге
үҙгәртергәҒәҙелшин Кәшфелғилем Фәйруша улының режиссёр эштәре сәхнә әҫәрҙәренең киҫкен хәрәкәтле һәм аныҡ булыуы менән айы айырылып тора.
Ҡыйғы башҡорт халыҡ театрында һәм Башҡорт драма театрында ватан һәм сит ил авторҙарының әҫәрҙәре буйынса бер нисә спектакль сәхнәләштерә:
- Ибраһим Абдуллиндың «Ал яулыҡ» (дебют, 1939)
- Лев Николаевич Толстойҙың «Тере мәйет»,
- Э. Альттың «һуҡыр» Һәм башҡа әҫәрҙәре.
Ҡурсаҡ театрында Ғәҙелшин Кәшфелғилем Фәйруша улы башҡорт яҙыусылары әҫәрҙәренән репертуар булдыра:
- Ибраһим Абдуллиндың «Гәрәбә күҙ»,
- Кәбир Аҡбашевтың «һыу урлау»,
- Әнүәр Бикчәнтәевтең «Өс итек таҙартыусы» («Три чистилыцика сапог»),
- Фәрит Иҫәнғоловтың «Тылсымлы ҡойроҡло тейен» («Белка — волшебный хвост») Һәм башҡа әҫәрҙәре.
Яҡынса 20, шул иҫәптән А.Гайдарҙың «Хәрби сер, Кибальчиш малай һәм уның ныҡлы һүҙе тураһында әкиәт» («Сказка о военной тайне, о Мальчише-Кибальчише и его твёрдом слове») әҫәре буйынса В. Лебедев һәм А. Кирилловскийҙың «Кибальчиш малай» («Мальчиш-Кибальчиш»),
И. П. Токмакованың «Батыр йөрәкле Мануҡ» («Манук — отважное сердце»), Ә. С. Фәтҡуллиндың «Бөркөт балаһы осорға өйрәнә» («Орлёнок учитея летать») постановкалары балалар психологияһын яҡшы белеү, хис-тойғолар йоғонтоһоноң тәрәнлеге менән айырыла.
Уҡыусылары араһында Ф. А. Бәкеров, Н. М. Бәкерова, Р. Ф. Әминев, Ғ. Әмирханова һәм башҡалар.
1950 йылдарҙың аҙағында актёр булып эшләй, 1960 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры режиссёры була. Ике республикала: Башҡортостан һәм Татарстан телевидениеһын ойоштороуҙа ҡатнаша.
Кәшфи Фәйруша улы 12 йыл ғүмерен Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына бирә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1973)