Кәрим Рәшит улы Яманаклы (рус. Керим Джаманаклы; ҡырымтат. Kerim Camanaqlı, Керим Джаманакълы, татар. Кәрим Җаманаклы; . Кәрим Рәшидов; ҡырымтат. Kerim Reşidov, Керим Решидов; татар. Кәрим Рәшидов;21 ғинуар 1905 йыл}, Яманаҡ, Евпатория өйәҙе, Таврия губернаһы, Рәсәй империяһы — 1 август 1965 йыл, Алабуға, РСФСР, СССР) Ҡырым татарҙары шағиры, ғалим-әҙәбиәт белгесе, тәржемәсе һәм фольклорсы, Ҡырымтатар фольклористикаһына нигеҙ һалыусы; СССР яҙыусылар союзы ағзаһы (1937)[1].

Кәрим Яманаҡлы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 21 ғинуар 1905({{padleft:1905|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Маковка[d], Евпатория өйәҙе[d], Таврида губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 2 август 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (60 йәш)
Вафат булған урыны Алабуға, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яҙыусы, тикшеренеүсе, фольклорсы
Уҡыу йорто Таврический университет[d]
Ғилми дәрәжә филология фәндәре кандидаты[d] (1937)

Биографияһы

үҙгәртергә

Кәрим Яманаклы (Кәрим Рәшит улы Рәшитов) 1905 йылдың 21 ғинуарында Рәсәй империяһы Таврия губернаһы Киҙләү өйәҙенең (хәҙер Украина Республикаһының Ҡырым өлкәһе) Яманаҡ ауылында йөҙөм үҫтереүсе Абдурәшит Таир һәм Фатима Әмирәмет Рәшитовтар ғаиләһендә тыуған. Кәрим ҙур ғаиләлә өлкән бала була, унда Кәримдән башҡа тағы ла алты бала: 5 ҡустыһы һәм бер апаһы була. Бер ҡустыһы — яҙыусы Меннан Яманаклы (1916—1942). Башланғыс белемде ауыл мәктәбендә тамамлай, унан һуң Симферополь педагогия техникумында уҡый. Техникумды тамамлағандан Һуң, 1928—1929 йылдарҙа, Баҡсаһарай районы Әлмәтархан башланғыс мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй[2].

1929-1934 йылдарҙа Симферополь педагогия институтында уҡый. Институтның тарих-филология факультетын уңышлы тамамлап, 1935—1937 йылдарҙа аспирантурала уҡый, параллель рәүештә альма-матерҙа әҙәбиәт уҡыта. 1937 йылда Ҡазан дәүләт университетында Ҡырымтатар әҙәбиәте классигы Хөсәйен Шамил Туҡтарғазыйға бағышланған кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай, ләкин филология фәндәре кандидаты дәрәжәһен 1940 йылда ғына ала. 1937 йылда СССР яҙыусылар Союзына ҡабул ителә.

1935—1941 йылдарҙа Кәрим Яманаҡлы Баҡсаһарайҙа йәшәй. Тел һәм әҙәбиәт фәнни-тикшеренеү институтында фольклор секторын етәкләй. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәрендә, башҡа яҙыусыларҙың ғаиләләре менән бергә, К. Яманаҡлының ғаиләһе лә Симферополдән эвакуациялана. Һуғыш ваҡытында ҡатыны һәм ике балаһы Татарстанда йәшәй.

Был йылдарҙа матбуғатта «Әҙәбиәт һәм әҙәбиәтте өйрәнеү терминдары», «Шағир Ғүмәр Ипчи», «Әйтештәр һәм бейеү йырҙары», «Хикәйәттәр» исемле ғилми хеҙмәттәре, айырым яҙыусыларҙың ижадтарына ҡараған күләмле мәҡаләләре баҫылып сыға.

Шағир буларак, Кәрим Яманаҡлының исеме ҡырымтатар телендәге көндәлек матбугатта «Яңы донъя», «Йәш ҡеүәт» газеталары һәм «Элгәре» журналы биттәрендә 1924 йылдан күренә башлай. 1927 йылда Баҡсаһарай ҡалаһында «Азатлыҡ йырҙары» исемле беренсе шиғырҙар йыйынтығы, артабан «Балаларға Ленин хакында» (1939), «Әсә йырҙары» (1940), «Бәхетле халыҡтың бәхетле йырҙары» (1940) тип аталған шиғри китаптары баҫылып сыға.

19411942 йылдарҙа К. Яманаклы фронтта була.

1941 йылдың сентябренән 1942 йылдың мартына тиклем Кәрим Джаманаклы 361-се уҡсылар полкына мобилизациялана, Ҡырым фронтында, Перекоп, Керчь, Кубань райондарында барған яуҙарҙа ҡатнаша. Фронтта пропагандист, батальондың партия ойошмаһы секретары була, полктың хәрби тарихын булдырыу буйынса төркөмдө етәкләй. Перекоп йүнәлешендә дошман районында бер нисә тапҡыр дивизион разведкаһында ҡатнаша. Һуғыш башланғандан алып «Къызыл Кърым» һәм «Красный Крым» гәзиттәре менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә.[2]

1944 йылдың апрелендә Кәрим Яманаклы Ҡырымға килә: Симферополдә уның торлағы емерелә һәм талана. Ҡырым АССР-ның Халыҡ комиссарҙары советы ҡушыуы буйынса ул, ҡырымтатар теле, әҙәбиәте һәм тарихы фәнни-тикшеренеү институты директоры булараҡ, тәүҙә Мәскәүгә РСФСР-ҙың Мәғариф халыҡ комиссариатына Ҡырым татар алфавитындағы һәм орфографиялағы үҙгәрештәр мәсьәләһен хәл итеү өсөн ебәрелә, артабан ҡырымтатарҙары мәктәптәре өсөн дәреслектәр баҫтырыу өсөн Ҡазанға командировкаға килә. Нәҡ Мәскәүҙә К. Яманакли Ҡырымға ҡайтыу юлын ҡамасаулаған ҡырым татарҙарын депортациялау тураһында белә. 1944 йылдың 9 июнендә Керим Рәшитов Үзбәк ССР-ының Мәғариф халыҡ комиссариаты ҡарамағына Ҡазан аша Ташкентҡа даими эшкә ебәрелә.

Үзбәк ССР-ының мәғариф халыҡ комиссариаты Кәрим Рәшитов-Яманаҡлиҙы Сәмәрҡәндкә ебәрә, унда М. Горький исемендәге Сәмәрҡәнд педагогия институтының үзбәк теле һәм әҙәбиәте кафедраһы доценты була. 1945 йылда ғаиләһенә ҡушылыу өсөн Татарстанға күсеп килә, махсус күскенселәр яҙмышынан ҡотолоп ҡала. 1945 йылда Кәрим Яманаклы Татарстанга күсеп килергә рөхсәт ала һәм ғүмеренең һуңғы көндәренә ҡәҙәр (ул 1965 йылдың 1 авгусында вафат була).

1945 йылдан башлап Алабуға педагогия институтында башта өлкән уҡытыусы, һуңынан доцент булып эшләй. 1948 йылда был юғары уҡыу йортоноң әҙәбиәт кафедраһы мөдире итеп тәғәйенләнә , ғүмеренең аҙағына тиклем ошо вазифала була. Алабуғала әҙәби эшмәкәрлеген дауам итә; яйлап СССР-ҙың төрлө өлөштәрендә депортациянан һуң йәшәгән коллегалары һәм яҙыусылары менән бәйләнеш булдыра.

Алабуга педагогия институтының рус һәм сит илдәр әҙәбиәте кафедраһында укытыусы, доцент һәм кафедра мөдире булып эшәй. Алабуғала йәшәгәндә әҙип, төп педагогик хеҙмәтенән тыш, ғилми һәм әҙәби ижат эшен дә дауам иттерә, шиғырҙар яза, Ғ. Туҡай, Ғ. Ибраһимов, М.Йәлил ижадтары тураһында мәҡаләләр, фәнни ткшеренеүҙәр яҙып баҫтыра. Вафатыннан һуң, 1978 йылда , Ташкентта ҡәләмдәштәре уның «Дуҫтарыма» тип исемләнгән һайланма шиғырҙар йыйынтығын баҫтырып сығаралар.

К.Яманаҡлы — 1934 йылдан СССР (Татарстан) Яҙыусылар берлеге ағзаһы.

К.Яманаҡлының һуңғы йылдары Әмәт-Хан Солтандың тормошо һәм батырлыҡтары тураһында проза әҫәрҙәре өсөн төрлө ҡалалар архивтарында документтар йыйыуға арналған. «Во имя жизни» тигән ҡулъяҙмаһы СССР яҙыусылар Союзы архивында һаҡлана.

1965 йылдың 1 авгусында Алабуғала вафат була. Шунда уҡ татар зыяратында ерләнә[2].

Әҙәби, әҙәбиәт ғилеме, тәржемә һәм фольклор эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Кәрим Яманакҡлы 1924 йылдан алып шиғырҙар баҫтыра башлай, улар милли матбуғатта: «Енъи дюнья», «Йәш ҡеүәт», «Къызыл Ҡырым», «Илери», «Эдебият ве культуры», «Совет әҙәбиәте». «Азатлыҡ йырҙары» һәм «Әсә йырҙары» шиғри йыйынтыҡтары авторы. 1950-се йылдар аҙағында авторҙың әҫәрҙәре Үзбәкстанда нәшер ителгән «Ленин байрағы» ҡырымтатар гәзите биттәрендә баҫыла. Шағирҙың шиғырҙары рус телендә «Ҡырым шағирҙары» һәм «Ҡырым татарҙары яҙыусылары» антологияларында баҫылып сыға[1].

Үлгәндән һуң, 1973 йылда, Ташкентта К. Яманакҡлының «Дуҫтарыма» шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға, ул Шемьи-заде Эшреф Абдураман огълу күренекле ҡырымтатары шағирының инеш һүҙҙәре менән баҫмаға әҙерләнә. К. Яманаҡлының әҙәбиәт ғилеме буйынсв Шамил Туҡтарғазы Үмәр Ипчи ижады тураһында мәҡәләләре урыҫ телендә «Халыҡтар дуҫлығы» (Мәскәү) альманахында баҫылып сыға.

Алабуға осоронда татар классиктары Ғабдулла Туҡай, Муса Йәлилдең тормошо һәм ижады тураһында мәҡәләләре баҫтыра . К. Яманаҡлының йөҙ йыл тулыуына (2005) филология фәндәре докторы, профессор А. Сибгатуллина Алабуғала татар һәм рус телдәрендә аҙ тиражлы «Эсерлэр» йыйынтығын әҙерләй һәм баҫтырып сығара[3].

Шулай уҡ һуғышҡа тиклемге ҡырымтатар теленә тәржемә иткән Джонатан Свифттың «Гулливер сәйәхәттәре» — «Гулливер великанлар арасында» китабы менән билдәле.

Аспирантурала уҡыған ваҡытта Кәрим Яманакҡлы Ҡырымдың төрлө райондарында фольклор экспедициялары менән етәкселек итә. Тап ошо экспедициялар йыйған материалдар 1930 йылдарҙағы ҡырымтатар проза фольклорының классик йыйынтыҡтарына әүерелә.

А. С. Пушкин исемендәге Ҡырым тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институтының ҡырымтатар әҙәбиәте һәм фольклоры секторының өлкән ғилми хеҙмәткәре булараҡ, К. Яманакҡлы-Рәшитов ҡырымтатар фольклорын өйрәнә, атап әйткәндә, донъя фольклористикаһының ул саҡтағы ҡаҙаныштарына таянып, уның жанр классификацияһын эшләй. Тикшеренеүсенең ғилми мәҡәләләре милли ваҡытлы матбуғатта: «Енъи дюнья» гәзитендә, «Эдебият ве культура» һәм «Совет әҙәбиәте» журналдарында баҫылып сыға[1].

1930-сы йылдарҙа бер нисә фольклор йыйынтығын әҙерләй, төп нөсхә телендә ҡырымтатар фольклорын популярлаштырыуҙа пионер була:

  • "Чынълар ве манелер /Чины и мане (тарихи яҡтан ҡырымтатарҙары фольклорының беренсе йыйынтығы);
  • «Бәхтле халкънынъ йырлары» / « Бәхетле халыҡ йырҙары»;
  • Массалар/Әкиәттәр (беренсе том).

Һуғыштан һуңғы осорҙа (депортациянан һуң) Кәрим Яманаҡлы ҡырым татар фольклористикаһына һәм 1959 йыл тәртипкә килтергән һәм авторҙашлыҡта баҫтырып сығарған Юсу́ф Бола́т һәм Раим Тынчеров Ташкентта ҡырымтатар халыҡ әкиәттәренең яңы китабын баҫтырып сығара.

2007 йылда Симферополдә К. Яманаҡлы һәм А. Усеин яҙып алған текстар йыйынтығынан ҡырымтатарҙары әкиәттәре «Къырымтатар халҡ масалдары» ҡырымтатарҙарының айырым китабы нәшер ителә, инеш мәҡәләне Кәрим Яманаҡлының ҡыҙы Нурия Әмирсуинова (Рәшитова) яҙа[1].

Кәрим Яманаҡлы ижадына юғары уҡыу йортоноң «Ҡырымтатар әҙәбиәте тарихы» һәм 10-сы класс өсөн «Ҡырымтатар әҙәбиәте» дәреслектәрендә бүлектәр арналған. Алабуғаның яңы өлөшөндәге урамдарҙың береһе Кәрим Рәшитов исеме менән аталған, урындағы университеттың татар теле һәм әҙәбиәте музейында, унда оҙаҡ ваҡыт ҡырымтатар эшмәкәре эшләгән, яҙыусы һәм ғалим мираҫына арналған бүлек бар[2].

1933 йылда Кәрим Яманҡклы Ҡазанда тыуған Рәшиҙә Усеинова өйләнә, өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр: улдары Илдус һәм ҡыҙҙары Фәриҙә менән Нурия.

Ҡыҙы Нурия Әмирсуинова (Рәшитова) филология фәндәре кандидаты, Ҡырым инженер-педагогия университетында рус филологияһы кафедраһы доценты[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Поэт и собиратель устного народного творчества, Республиканская крымотатарская библиотека имени И. Гаспринского (25 июнь 2020).
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 К 105-летию со дня рождения деятеля крымотатарской культуры Керима Джаманаклы (8 февраль 2020). 22 май 2024 тикшерелгән.
  3. Кәрим Җаманаклы. Әсәрләр. Алабуга, 2005. ISBN 5-9662-0007-6 // җыентыкны төзүче Әлфинә Сибгатуллина

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • К 105-летию со дня рождения деятеля крымотатарской культуры Керима Джаманаклы (8 февраль 2020). 22 май 2024 тикшерелгән.
  • Ҡырым татар мәҙәниәте эшмәкәре Кәрим Яманаҡлиҙың тыуыуына 105 йыл тулыуға // мәғлүмәт. веб-проект редакцияһынан материал "avdet.org, Нурия Эмирсуинова (Решидова) биргән материалдар буйынса әҙерләнгән.
  • Татарстан язучылар берлег сайттары
  • Әдипләр.ру сайтыннан(недоступная ссылка)
  • Milli Folklor Dergisi, S-65 Prof. Dr. Elfine SİBGATULLİNA
  • Emirsuinova Nuriya. Yelabuğada yaşap çalıştı: [Kerim Camanaqlınıñ 100 yıllığına] // Ҡырым Тауышы.- 2004. 15 октябрь. 4-се бит.
  • Эмирсуинова н. Бабамнынъ адына сокъакъ // Янъы дюнья. — 2002. Апрель 6.
  • Керим Джаманакълы / / Фазыл р., Нагаев с. къырымтатар эдебиятынынъ тарихыы: Къыскъа бир назар. Аҡъмесджит: Ҡырымдевокъувпеднешир, 2001. С.329331; С. 481484.
  • Керим Джаманакълы / / Къуртнезир З.Къырымтатар эдиплери: омюр ве яратыджылыкълары акъкъында къыскъа малюматлар. Аҡмесджит: Таврия, 2000. С.91-92.
  • Решидова-Быкова Ф.ҡыҙының хаты: [Краткая биография к. Джаманакълы] // Арекет.- 1995. 2 июнь.
  • Хөршутов А.Керим Джаманакълы // Арекет. — 1995. 2 июнь.
  • Рәшитова-Быкова Ф. К. Бабамнынъ арзу-умютлери тирилер // Янъы дюнья. — 1995. 17 март.