Күлиев Тәүфиҡ Алекпер улы

Күлиев Тәүфиҡ Алекпер улы (әзерб.  Quliyev Tofiq Ələkbər oğlu; 7 ноябрь 1917 йыл — 4 октябрь 2000 йыл) — Әзербайжан композиторы, пианист, дирижер. Әзербайжан ССР-ының халыҡ артисы.

Күлиев Тәүфиҡ Алекпер улы
әзерб. Tofiq Ələkbər oğlu Quliyev
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Әзербайжан Демократик Республикаһы[d]
 СССР
 Әзербайжан
Тыуған көнө 7 ноябрь 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[2][3][4]
Тыуған урыны Бильгях[d], Бакинский уезд[d], Баҡы губернаһы[d]
Вафат булған көнө 4 октябрь 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[2][3][4] (82 йәш)
Вафат булған урыны Баҡы, Әзербайжан
Ерләнгән урыны Баҡының арҙаҡлылары ерләнгән аллея[d]
Балалары Эльдар Кулиев[d]
Һөнәр төрө дирижёр, композитор, пианист, кинокомпозитор
Уҡыу йорто П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы
Бакинская музыкальная академия[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 2000
Музыка ҡоралы фортепиано
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Халыҡтар Дуҫлығы ордены «Почёт Билдәһе» ордены «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы народный артист Азербайджанской ССР Государственная премия Азербайджанской ССР В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы орден «Независимость» заслуженный деятель искусств Азербайджанской ССР Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Рәсми сайт tofiqquliyev.musigi-dunya.az
 Күлиев Тәүфиҡ Алекпер улы Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Тәүфиҡ Алекпер улы Күлиев 1917 йылдың 7 ноябрендә Баҡы ҡалаһында инженер-иҡтисадсы Кулиев Алекпер ғаиләһендә тыуа. Композиторҙың әсәһе Яҡшы ханым Мәхмүтова Тагиев Зәйнәләбдин Ғаджиҙың ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһында уҡый һәм әзербайжан ҡатын-ҡыҙҙары араһында беренсе судья була[5]. 12 йәшлек сағында иҫ киткес музыкаль һәләте уны Әзербайжан дәүләт консерваторияһына студенттар эскәмйәһенә алып килә, ә 1934 йылда ул Баҡы консерваторияһына уҡырға инә, бында ул ике факультетта — фортепианно (профессор И. С. Айсберг класында) һәм дирижёрлыҡ (профессор С. Г. Штрассер класында) уҡый. Консерваторияла уҡығанда, йәш Күлиев үткән быуаттың бөйөк классиктары — Бах, Бетховен, Чайковский, Шуберт, һәм башҡа композиторҙар әҫәрҙәре менән таныша. Күлиевтең сағыу һәләте музыка йәмғиәте зыялыларының иғтибарын йәлеп итә, һәм бер аҙ ваҡыттан һуң, У. .Ғаджибәков инициативаһы менән, 1936 йылда Әзербайжандың Халыҡ мәғарифы комиссариаты Тәүфиҡ Күлиевты уҡыуын артабан дауам итеү өсөн П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһына уҡырға ебәрә. Бында ул дирижерлыҡ буйынса белемен камиллаштыра, күпмелер ваҡыт профессор Нейгаузда фортепиано класында шөғөлләнә. Тиҙҙән ул А. Цфасман етәкселегендәге ошо заманда танылыу яулаған оркестрҙа пианист булып эш башлай, бында ул 1939 йылға тиклем эшләй.

Башланғыс ижады

үҙгәртергә

Тәүфиҡ Күлиевтең ижади эшмәкәрлектәге тәүге тәжрибәһа 30-сы йылдар башына ҡарай. 1931 йылда, рабфак студенты сағында уҡ, Күлиев үҙенең беренсе уҡытыусыһы — ул йылдарҙа уҡ халыҡ араһында танылыу яулап өлгөргән Асеф Зәйналла кәңәше буйынса, Мирза Алекпер Сабир һүҙҙәренә яҙылған үҙенең беренсе йырын — «Уҡыусы тураһында» тигән әҫәрен яҙа. 1935 йылдан башлап, Тәүфиҡ Күлиев Мешади Азизбәков исемендәге Әзербайжан дәүләт драма театрында дирижерлыҡ эшен башлай. Күлиевтың 30-сы йылдарҙа фольклорсы булараҡ башлаған эшмәкәрлеге, композиторҙың ижади биографияһында ғына түгел, ә Әзербайжандың музыкаль-йәмәғәт тормошонда ла әйтеп бөтөргөһөҙ урын тота. Тәүфиҡ Күлиев — әзербайжан фольклорын үҫтереүҙә һәм популярлаштырыуҙа ҙур роль уйнаған ижади шәхестәрҙең береһе. Ул мугамдарҙы беренсе булып нотаға һалған Әзербайжан композиторҙарының береһе булды. 1936 йылда ул (композитор 3.Багиров менән берлектә) «Раст», «Сегях», «Забул», «Дюгях» тигән мугамдар яҙҙыра.

1939 йылда Баҡыға ҡайтып, Тәүфиҡ Күлиев милли оркестр булдырыу буйынса эште ойоштороу менән шөғөлләнә, уның иң әүҙем эшләү осоро 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланған мәл менән тап килә. Композитор тырышлығы менән ойошторолған һәм Ҡыҙылармеецтар ансамбле тип аталған эстрада оркестры һуғышы йылдарында 402-се уҡсылар дивизияһы составына инә һәм фронттың алғы һыҙығында концерттар бирә. Күлиев оркестр өсөн патриотик йөкмәткеле бер нисә йыр яҙа : «Бер аҙым да артҡа сикмәҫкә» (А. Сурков һүҙҙәре), «Наҙлы ҡулдар» (Н. Доризо һүҙҙәре), «Рус ҡыҙы тураһында», «Яугрҙар йыры». 1943 йылдан ансамбль ике төркөмгә бүленә. Шуларҙың Ҡыҙыл флотлылар тип аталған берәүһе менән Тәүфиҡ Күлиев үҙе етәкселек итеүен дауам итә. Ансамбль йыш ҡына алғы һыҙыҡтарҙа, Кавказ фронтында, Ҡырымда сығыш яһай, Армия частары өсөн Иранда концерттар ҡуя.

Һуғыш тамамланғандан һуң, Күлиев Самед Вургун исемендәге Әзербайжан дәүләт рус драма театрында, М. Горький исемендәге Әзербайжан Йәш тамашасы театрында композиторлыҡ эшмәкәрлеген башлай. Театрҙар менән бер нисә йыл хеҙмәттәшлек итеү дәүерендә ул В. Шекспирҙың «Ун икенсе төн», А. Фадеевтың «Йәш гвардия», Д. Джаббарлдың «Айдын», Г. Сеидбейли һәм И. Ҡасумовтың «Алыҫ ярҙарҙа», Р. Рзаның «Ағай-эне», Н. Хикмәттең «Ғәрип әҙәм» (Диуана), Э. Мәмәдханлының «Ширүән һылыуы» спектаклдәренә музыка яҙа.

1940—1950 йылдар

үҙгәртергә

40-сы йылдарҙа Т. Күлиев кино төшөрөүҙә лә ҡатнаша һәм был башланғыс артабанғы ун йыллыҡта әүҙем дауам итә. Шул уҡ йылдарҙа тыуған ил темаһына арналған бер нисә йырын — «Тыуған ил тураһында йыр», «Әзербайжан», «Алатау»ҙы яҙа. Т. Күлиев күренекле йырсы, композитор йырҙарын иң оҫта башҡарыусыларҙың береһе булған Рәшид Бейбутов ижади хеҙмәттәшлек итә башлай, Был ижади дуэт Советтар Союзы ҡалалары буйлап гастролдәрҙә йөрөй, һәр концерт ҙур уңыш ҡаҙана.

 
(аудио)
«Нахчывани»
noicon
noicon
«Нахчывани» бейеүенә музыка фрагменты, гармунда Әнүәр Садығов уйнай
Помощь по воспроизведению

Әзербайжан райондары буйлап күп йыллыҡ экспедицияларҙың һөҙөмтәһе булып «Әзербайжан халыҡ бейеүҙәре» (1951 йыл), «Әзербайжан халҡының 15 бейеүе» (1955 йыл) һәм «Әзербайжан йырҙары» тигән ике томлыҡ (1956-1958 йыл) йыйынтыҡтар тора, улар барыһы ла мәшһүр йырсы Бөл-Бөл редакторлығы аҫтында сыға. Киләһе йылдарҙа композитор фольклор материалдарын йыйыуын һәм эшкәртеүен дауам итә, 1950—1960 йылдарҙа ғәрәп, һинд, болгар, ҡытай йырҙары эшкәртелә. Тәүфиҡ Күлиевтең мугамдарҙы яҙып алыу һәм баҫтырып сығарыу буйынса башҡарған хеҙмәттәре милли музыка мәҙәниәте өсөн бик ҙур әһәмиәткә эйә була.

Ҙур ижади уңыштарына һәм башҡарыу оҫталығына ҡарамаҫтан, Тәүфиҡ Күлиев белем кимәлен камиллаштырыу кәрәк тип һанай һәм 1948 йылда Мәскәү консерваторияһында дирижерлыҡ буйынса — профессор А. Гинзбург класында, ә композиция буйынса профессор К. Голубев класында уҡыуын тергеҙә. 1951 йылда консерваторияны тамамлап, Тәүфиҡ Күлиев Мәскәү консерваторияһының аспирантураһына уҡырға инә, уны атаҡлы дирижер Александр Гаук етәкселегендә тамамлай. 1954 йылдан Баҡыға ҡайтып, Ғөзәир Ғәджибәков исемендәге Әзербайжан консерваторияһында педагогик эш алып бара. Бында студенттар оркестры, опера һәм оркестр кластары менән етәкселек итә, инструмент курсына инеш дәрестәрен уҡыта. 1958 йылдан композитор М. Мағомаев исемендәге Әзербайжан дәүләт филармонияһында художество етәксеһе булып эшләй, ә бер аҙҙан уның директоры булып китә. Композиторҙың тап ошо йылдарҙа фортепиано өсөн әҫәрҙәре барлыҡҡа килә, улар араһында — «Лезгинка», «Вариациялар», «Тармаҡлы алтын» (Жаркой һүҙҙәре), «Ғорурланма», «Мин һине яратам», «Изгелекле ер, Әзербайжан» йырҙары бар. 1959 йылда Мәскәүҙә композитор Әзербайжан сәнғәтенең икенсе декадаһына ҡарата «Мәскәү тураһында йыр» кантатаһын ижад итә. Был йылдарҙа ул бик күп драма спектаклдәренә, М. Волибранскийҙың, Р. Рубинштейндың «Энтони Грант енәйәте», М. Вишняковтың «Акация сәскә атҡанда» пьесаларына музыка яҙа. Тиҫтә йылдар эсендә Тәүфиҡ Күлиев тарафынан күп кенә фильмдарға музыка яҙыла, улар ҙур популярлыҡ яулай, «Ҡайнар күк аҫтында» (1958), «Бәхтийәр» (1959), «Уларҙы ғәфү итеү мөмкинме» (1959).

1960—1970 йылдар

үҙгәртергә

1960 һәм 1970 йылдар әүҙем ижад һәм музыкаль-ижтимағи эшмәкәрлек менән билдәләнде. Тәүфиҡ Күлиев бик күп халыҡ-ара конференцияларҙа, фестивалдәрҙә, сәнғәт байрамдарында ҡатнаша. 1962 йылда ул Сәнғәт академияһы саҡырыуы буйынса музыка сәнғәтен үҫтереү һәм мәҙәни тәжрибә менән уртаҡлашыу проблемаларына арналған конференцияла сығыш яһай, һуңғараҡ Чехословакияла Әзербайжан мәҙәниәте көндәрен үткәреүҙә ҡатнаша, унда «Братислава» һәм «Прага тураһында йыр» исемле йырҙарын ижад итә, аҙаҡ был йырҙар Чехословакияла популярл булып китә.

Тәүфиҡ Күлиев ошо уҡ осорҙа Болгария, Польша, Италияға барған әзербайжан әртистәре делегацияһын етәкләй. Күп йылдар дауамында Әзербайжан композиторҙар берләшмәһенең беренсе секретары булараҡ, йәш композиторҙар кадрҙарын тәрбиәләүгә ҙур иғтибарын бүлә, композиторҙар пленумдарын, музыкаль фестивалдәр, конференциялар, съездар үткәреү эштәре менән туранан-тура етәкселек итә. Әзербайжан сәнғәтенең проблемаларына һәм мәсьәләлренә арналған докладтар һәм мәҡәләләр менән йыш сығыш яһай.

1966 йылда Әзербайжанда Рус мәҙәниәте декадаһында Тәүфиҡ Күлиев композитор В. Соловьев-Седой менән берлектә «Әзербайжан — изге ер» (З. Джаббарзаде һүҙҙәре)[6] йырын ижад итә. Ошо уҡ осорҙа ул интернациональ йырҙар циклын да яҙа: «Молдова» (1966), Грузия тураһында йырҙар циклы. 1972 йылда Тәүфиҡ Күлиевтең «Нефтселәр» йыры менән Брюсселдә Әзербайжан мәҙәниәтенең Халыҡ-ара күргәҙмәһе асыла.

1980−1990 йылдарҙа Тәүфиҡ Күлиев ваҡытының ҙур өлөшөн йәмәғәт эшмәкәрлегенә бүлә.

Тәүфиҡ Күлиевтең ижады юғары баһалана — уға «Әзербайжан ССР-ының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә, Әзербайжан ССР-ының Ленин комсомолы премияһы лауреаты була.

2000 йылдың 5 октябрендә оҙаҡ ауырығандан һуң 82 йәшендә вафат була. Баҡы ҡалаһындағы Арҙаҡлылар аллеяһында ерләнгән.

Кинолағы ижады

үҙгәртергә

Тәүфиҡ Күлиев «Осрашыу» (1955), «Яратҡан йыр» (1955), «Үгәй әсә» (1958), «Телефонистка» (1962), «Насими» (1974), «Дәрүиш Парижды шартлата» (1976), «Арыҫлан йорттан сығып киткән» (1977), «Бәхет хаҡы» (1977), «Ҡәйнә» (1978), «Бында һине ожмах ҡаршы алмаҫ» (1982), «Гранат ағасы тураһында хәтирәләр» (1984), «Вне» (1991).

PDF фортепианоһында уйнау өсөн музыкаһы

үҙгәртергә

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

2009 йылда Рәсәй мәғлүмәт-мәҙәни үҙәгендә композитор Тәүфиҡ Күлиевтың иҫтәлегенә бағышланған хәтер кисәһе үтте[7].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Record #247569423 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 Tofig Alakbar Guliyev // International Music Score Library Project — 2006.
  4. 4,0 4,1 Tofig Guliyev // Musicalics (фр.)
  5. Земфира Абдуллаева. Тофик Кулиев. Биография. Tofiqquliyev.musigi-dunya.az
  6. Вугар Иманов. 90-летие Зейнала Джаббарзаде (рус.) // Vətən : газета азербайджанской диаспоры Казахстана. — 2010. — № 22 (70). — С. 12.
  7. В РИКЦ вспоминали Тофика Кулиева 2012 йыл 5 апрель архивланған.Zerkalo.az

Һылтанмалар

үҙгәртергә