Ҡышлауйылға
Ҡышлауйылға (рус. Кшлау-Елга) — Башҡортостан Республикаһының Асҡын районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 345 кеше[4]. Почта индексы — 452885, ОКАТО коды — 80204837001.
Ҡышлауйылға | |
татар. Кышлау Елга | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Ҡышлауйылға ауыл Советы[1] |
Административ-территориаль берәмек | Ҡышлауйылға ауыл Советы һәм Асҡын районы |
Халыҡ һаны |
388 кеше (2002)[2], 360 кеше (2009)[2], 345 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 452885 |
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 345 | 164 | 181 | 47,5 | 52,5 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Асҡын): 48 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Чернушка): 58 км
Тарихы
үҙгәртергәҠышлауйылға ауылы Ҡышлау йылғаһының уң яҡ ярына урынлашҡан.
Ул Төлгөҙ йылғаһына ҡоя. Төлгөҙ йылғаһы ауылдан ярты километр самаһы йыраҡлыҡта төньяҡтан үтә. Балтик диңгеҙе өҫтө менән сағыштырғанда Ҡышлауйылға ауылы 155,20 м бейеклектә урынлашҡан. Тәгәрмән тау башы вышкаһы океан өҫтө тигеҙлегенән 204 метр бейеклектә тора. 1885 йылдарға ҡәҙәр был ерҙәр ҡалын урман менән ҡапланған булған. Урманында төрлө хайуандар йәшәгән. Бигрәк тә айыуҙар менән бүреләр күп булған.
Ҡышлауйылғаһы буйына башта Иҫке Ҡаҙансы халыҡтары килеп ҡышлап урман ҡырҡып ятҡандар, йылғаны быуып, ҡара урман эсендә һалабаш (диалектта: мунсала) һалдырғандар. Һалабашты көҙ көнө сығарғандар, йылға буйында ҡыуыш яһап ҡунып ятҡандар. Йәй, көҙ көндәрендә арба менән кереп булмағанлыҡтан, һалабашты ҡар яуғас, ҡыш көнө сана менән ташығандар. Йылғаға Ҡышлау тигән исем биргәндәр. Урман ҡырҡыусылар һуңынан ғаиләләре менән күсеп килә башлағандар.
Ҡышлауйылға ауылы яҡынса XX быуаттың 1920 йылдарында барлыҡҡа килгән. Иң беренселәрҙән булып күсеп килеүсе кеше Поварис исемле булған. 1920 йылда ауыл Бөрө кантоны Тәтешле волосына ҡараған. 77 йортта 462 башҡорт йәшәгән[5].
Ауыл үҙенсәлектәре
үҙгәртергәҠышлауйылғаның тирә — яғында дауаланыу өсөн шифалы шишмәләр, быуалар һәм тирә — яҡҡа даны таралған «Танып» шифаханаһы урнашҡан.
Урамдары
үҙгәртергәУрам исеме[6]
- Йылға аръяғы урамы (рус. улица Заречная)
- Урман урамы (рус. улица Лесная)
- Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
- Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
- Мостай Кәрим урамы (рус. улица Мустая Карима)
- Муса Йәлил урамы (рус. улица Мусы Джалиля)
- Үҙәк урам (рус. улица Центральная)
- Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Ғәлиев Тимерғәзе Арыҫлан улы (30.11.1938), ауыл хужалығы, партия һәм юғары мәктәп эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы. Иҡтисад фәндәре докторы (2000), профессор (2009). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976)[7].
- Шәмсетдинова Мәсғүҙә Ислам ҡыҙы (1.07.1955), композитор. 1982 йылдан СССР Композиторҙар союзы, 2002 йылдан АҠШ-тың Вашингтон штаты Композиторҙар союзы ағзаһы. Философия фәндәре кандидаты (2001). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 292. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Ҡышлауйылға ауылы
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ғәлиев Тимерғәзи Арыҫлан улы 2017 йыл 27 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 28 ноябрь 2018)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
- С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин,Р. Р. Шайхеев,И. Р. Саитбатталов,Ф. Х. Гайсина,Р. М. Рыскулов, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. история башкирских родов. Танып. Том 6.- Уфа;ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат.2014- 376, стр.81.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡышлауйылға // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 292. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Деревня Кшлау-Елга, Республика Башкортостан. Сайт Командировка.ру (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 июнь 2019)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |