Кремер Изабелла Яковлевна

Изабелла Яковлевна Кремер, Иза Кремер булараҡ билдәле (21 октябрь 1887 йыл, Бельцы, Бессарабия губернаһы — 7 июль 1956 йыл, Кордова, Аргентина) — йырсы, опера һәм оперетта артисы.

Кремер Изабелла Яковлевна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары
 Рәсәй империяһы
Аргентина
Тыуған көнө 21 октябрь 1887({{padleft:1887|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[2]
Тыуған урыны Бельцы[d], Бессарабская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 7 июль 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[1][2] (68 йәш)
Вафат булған урыны Кордова[d], Аргентина
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Ашҡаҙан яман шеше[d]
Һөнәр төрө опера йырсыһы
Йырсы тауышы сопрано[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
 Кремер Изабелла Яковлевна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Иза Кремер Бельцыла Яков Кремер һәм Анна Розенблит ғаиләһендә тыуа[3]. Изабелланың иртә менән музыкаға һәләте асыла. Беренсе идиш йырын әсәһенән бишектә ишетә. Биш йәшендә ул йәһүд туй музыкаһы менән мауыға, үҫмер сағында халҡының ярлылығы тураһында шиғырҙар яҙа. Утыҙ йыл үткәс, Иза сәхнәлә идиш телендә башҡарыусы тәүге йырсы була.

Ғаилә ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, ата-әсәһе ҡыҙҙың музыкаға һәләтен үҫтереү өсөн бөтә керемдәрен һала. 1912 йылдан алып Миланда ике йыл буйы билдәле педагог Луиджи Ронцила йыр дәрестәре ала, ҙур булмаған театрҙарҙа сығыш яһай, һуңынан тыуған иленә ҡайта. Уны Одессаға саҡыралар, бында Пуччининың «Богема» операһы буйынса беренсе тапҡыр сығыш яһай. Һуңынан «Травиата» операһында Виолетта партияһын башҡара.

Одессала, Петроградта, Мәскәүҙә һәр саҡ ҙур уңыштар ҡаҙана. Ҡайһы берҙә был ҡалаларҙа оперетталарҙа сығыш яһай. «Ярлы студент», «Идеаль ҡатын», «Ниһайәт яңғыҙ», «Поляк ҡаны» оперетталары менән сығыш яһай. 1919 йылда, революциянан һуң, Иза Кремер «Одесса яңылыҡтары» мөхәррире булған ире Хейфецо менән Францияға күсеп китә. Һуңынан, ирен ҡалдырып, донъяның бик күп илдәре буйлап гастролдәрҙә йөрөй, донъя күләмендә танылыу таба, йыр һәм романстар башҡарыусы ғына түгел, актриса булараҡ та дан яулай. Граждандар һуғышы ваҡытында уның үлеме тураһында ялған хәбәр баҫылып сыға.

1923 йылда йәһүдтәргә ҡаршы сығыштарға һәм хатта үҙенә үлем ҡурҡынысы янауға ҡарамаҫтан, Иза Варшавала йәһүдтәр өсөн концерт бирә. 1933 йылда ул Йәһүд мәҙәниәте йәмғиәтендә сығыш яһар өсөн Германияға килә. Йырсы испан республикансыларына ярҙам йөҙөнән концерттар бирә.

1934 йылда Көньяҡ Америка буйлап сираттағы гастролдәрендә социал ҡарашлы педагог һәм профессор Грегорио Берманн менән таныша. Ышаныс ҡағыҙы буйынса улар туғыҙ йылдан һуң Мексикала никах килешеүе төҙөйҙәр.

1943 йылдың декабре башында Иза Кремер Морис Шевалье, Марлен Дитрих һәм Вадим Козин менән бергә Тәһран конференцияһы ҡатнашыусылары өсөн концертта ҡатнаша.

Икенсе донъя һуғышы ваҡытында, Аргентина хөкүмәте нацистарға йәшерен ярҙам иткәндә, Кремер концерттар бирә һәм йыйған аҡсаһын союздаштар мәнфәғәтенә тапшыра. 1944 йылдың 19 ноябрендә Иза Кремер Карнеги-холлда концерт менән сығыш яһай (Нью-Йорк).

1946 йылдың март айында «Сева рекорд» фирмаһында Иза Кремерҙың яңы граммофон пластинкалары сыға — «Йәһүд телендә популяр йырҙар».

1947 йылдың 25 апрелендә «Таймс-холл» залында Иза Кремерҙың концерты үтә, ул Рио-де-Жанейрола йәшәй һәм йыш ҡына Нью-Йоркҡа даими килеп йөрөй.

Үҙенең әүҙем йәмәғәт эштәре арҡаһында Аргентинала ирле-ҡатынлы зыян күрә: Берманн эшен юғалта, ә Изаны ҙур залдарҙан айыралар. Әммә улар тыныслыҡ һәм ғәҙеллек идеалдарына тоғро булып ҡала. Иза Кремер концерттарынан килгән аҡсаны Холокост ҡорбандарына тапшыра, яңы барлыҡҡа килгән Израиль дәүләте өсөн ярҙам йөҙөнән концерттар бирә. Карьераһының һуңғы йылдарында Аргентинала уның тураһында бөтөнләй телгә алмайҙар. 1956 йылда табиптар Иза Кремерҙа ашҡаҙан яман шеше асыҡлай[4]. Ул Аргентина-совет дуҫлығы йәмғиәтенә инә, хатта тыуған иленә килергә йыйына, әммә килерҙән алда бер нисә көн элек вафат булып ҡала. Утыҙынсы йылдарҙа Филарет Черновтың «Рәсәй» драматик йырын башҡара — тыуған илен һағыныу билдәһе.

Идиш телендәге билдәле «Майн штэйтэлэ Бэлц» (Минең штетл Бельцы) йыры шағир Яков Якобс һәм композитор Александр Ольшанецкий тарафынан Иза Кремер өсөн махсус яҙыла. Был йырҙы ул беренсе тапҡыр 1932 йылда Нью-Йоркта «Дос лид фун гето» опереттаһында башҡара[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 Isa Kremer // SNAC (ингл.) — 2010.
  3. Isa Kremer (1887—1956)
  4. Близнюк М. И. Прекрасная Маруся Сава…: Русская эмиграция на концертных площадках и в ресторанах Америки. — М.: Русский путь, 2007. — ISBN 978-5-85887-136-1.
  5. Isa Kremer 2011 йыл 9 июль архивланған.