Константинова Тамара Фёдоровна

Тамара Фёдоровна Константинова (7 ноябрь 1919, Нигерёво ауылы, Тверь губернаһы — 28 июль 1999, Воронеж) — Советтар Союзы Геройы, лейтенант. Советтар Союзы Геройы В. Ф. Константиновтың бер туған апаһы.

Константинова Тамара Фёдоровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 7 ноябрь 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Нигерёво[d], Сосновицкое сельское поселение[d], Лихославльский районы, СССР
Вафат булған көнө 28 июль 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (79 йәш)
Вафат булған урыны Воронеж, Рәсәй
Ерләнгән урыны Коминтерновское кладбище[d]
Һөнәр төрө лётчик
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание лейтенант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө СССР хәрби-һауа көстәре[d] һәм военно-воздушные силы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы "Кёнисбергты алған өсөн" миҙалы
 Константинова Тамара Фёдоровна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Тамара Федоровна Константинова 1919 йылдың 7 ноябрендә хәҙерге Тверь өлкәһенең Нигерево ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы — Федор Константинов, ауыл тимерсеһе, әсәһе — Зинаида Михайловна, уҡытыусы[1].

Урта мәктәпте, 1940 йылда Калинин аэроклубы янында осоусылар-конструкторҙар курсын тамамлай.

Ҡыҙыл армияла 1943 йылдың март айынан (ғәмәлдәге армияла 1944 йылдың мартынан). 999-сы штурмлаусы авиаполктың (277-штурмлаусы авиадивизияһы, 1-се һауа армияһы, 3-сө Белорус фронты) эскадрилья штурманы була. ВЛКСМ ағзаһы.

Дошман объекттарын штурмлауҙа 66 хәрби осош яһай.

1945 йылдың 29 июнендә СССР Юғары Советы Президиумы указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәне һәм командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне өсөн лейтенант Константиноваға лейтенант Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Һуғыштан һуң Тамара Федоровна партия мәктәбен һәм иҡтисад институтын тамамлай. 1949 йылда коммунистар партияһына инә. Воронежда йәшәй, Воронеж өлкә башҡарма комитетының социаль тәьминәт бүлегендә эшләй. 1999 йылдың 28 июлендә вафат була. Коминтерн зыяратында ерләнә.

Наградалары

үҙгәртергә

Ленин ордены, ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, миҙалдар менән бүләкләнә.

  • 1946 йылда Калининград өлкәһенең Конрадсвальде ҡасабаһы уның хөрмәтенә Константиновка тип үҙгәртелә
  • Лихославлдә, Первомайский урамында һәләк булған яугирҙәргә обелиск янында ике иҫтәлекле плита ҡуйыла, унда Тамара һәм Владимир Константиновтарҙың исемдәре мәңгеләштерелә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. День Победы: Брат и сестра – живые Герои Союза. Калашниково.ру (9 ноябрь 2010). 2015 йыл 2 апрель архивланған.
  • Константинова Тамара Федоровна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — С. 719. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Константинова Тамара Фёдоровна 2020 йыл 7 февраль архивланған. // Долгов И. А. Золотые Звёзды калининцев / лит. запись А. Ф. Ростапова. — 3-е изд., перераб. — М.: Московский рабочий (Калининское отделение), 1983. — Т. 1. — 399 с. — 20 000 экз.
  • Морозов А. Воспитанница комсомола // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — М.: Политиздат, 1969. — Т. 1. — 447 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә