Константинова Ксения Семёновна
Константинова Ксения Семёновна (18 апрель 1925 йыл — 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған шәфҡәт туташы, медицина хеҙмәте старшинаһы. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
Константинова Ксения Семёновна | |
рус. Ксения Константинова | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 18 апрель 1925 |
Тыуған урыны | Сухая Лубна[d], Липецкий уезд[d], Тамбов губернаһы[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 1 октябрь 1943 (18 йәш) |
Вафат булған урыны | Руднянский район[d], Смоленск өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | военный медик |
Хәрби звание | старшина[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәКсения Семёновна Константи́нова 1925 йылдың 18 апрелендә Тамбов губернаһы Сухая Лубна (хәҙер — Липецк өлкәһе, Липецк районы) ауылында тыуған.
Тулы булмаған урта мәктәпте һәм Елец ҡалаһында фельдшер-акушерлыҡ мәктәбен тамамлай.
1943 йылдан Ҡыҙыл Армияла, ә шул уҡ йылдың октябренән — фронтта.
1943 йылдаың 1 октябрендә 730-сы уҡсылар полкы батальонының санитар инструкторы (Калинин фронты, 43-сө армия, 204-се уҡсылар дивизияһы) медицина хеҙмәте старшинаһы К. С. Константинова Смоленск өлкәһе, Руднянский районы Шатилово ауылы янында, дошман ҡамауында ҡала һәм, яралы һалдаттарҙы яҡлап, һуңғы патронына тиклем беҙҙең позицияларға үтеп ингән фашистарға ҡаршы һуғыша. Ауыр яраланған ҡыйыу ҡыҙ гитлерсылар ҡулына эләгә. Ул йыртҡыстарса ғазаплап үлтерелә.
Смоленск өлкәһе Руднянский районы Распопы ауылында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- СССР Юғары Советы Президиумының менән 1944 йылдың 4 июнь указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командование заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм күрһәткән ҡаһарманлыҡтары һәм батырлыҡтары өсөн медицина хеҙмәте старшинаһы Константинова Ксения Семёновнаға үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
- Ленин ордены һәм «Хәрби хеҙмәттәр өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.
Хәтер
үҙгәртергә- Липецк ҡалаһының элекке фельдшер-акушерлыҡ мәктәбе (хәҙер медицина колледжы) бинаһына Героиня иҫтәлегенә мемориаль плита ҡуйылды.
- Шулай уҡ Липецк ҡалаһының 28-се урта мәктәбе бинаһына мемориаль плита (Константинова майҙанында урынлашҡан) ҡуйылды.
- 1965 йылдың 5 майында Липецк ҡалаһының Клуб майҙаны Константинова майҙаны тип үҙгәртелә.
- Геройҙар майҙанындағы мемориаль комплекста К. С. Константинованың бронзанан ҡойолған портреты ҡуйылған.
- Липецк өлкә советы депутаттарының 2015 йылдың 4 июнендә сыҡҡан № 1175-пс ҡарары менән Елецк медицина колледжына Советтар Союзы Геройы Ксения Семёновна Константинованың исеме бирелә.
- 2015 йылда Смоленск төп медицина колледжына К. С. Константинова исеме бирелә.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Константинова Ксения Семёновна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — С. 719. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Крюков И., Соловьёва А. Пока билось сердце // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 1. — М.: Политиздат, 1969. — 447 с.
- Лебединский Г. Н., Марков Н. В. Липецк. Путеводитель. — Воронеж: Центр.-Чернозем. кн. изд-во, 1984.
- Колесников Г. М., Лебединский Г. Н., Марков Н. В. и др. Липецк. Справочник-путеводитель. — Воронеж: Центр.-Чернозем. кн. изд-во, 1967.
Һылтанмалар
үҙгәртергәКонстантинова Ксения Семёновна . «Герои страны» сайты.