Консерватория

классик музыкаль юғары уҡыу йорто

Консервато́рия — классик музыкаль юғары уҡыу йорто. Музыкаль белемдең бөтә специальностары буйынса юғары квалификациялы белгестәр — концерт башҡарыусылары, композиторҙар, музыка белгестәре, музыка училищелары һәм музыка мәктәптәре өсөн төрлө дисциплина уҡытыусылары — әҙерләй.

Консерватория
Эшмәкәрлек төрө музыкаль белем[d][1]
Өлөшләтә тура килә музыкальное учебное заведение[d][2][2]
 Консерватория Викимилектә
Мәскәү консерваторияһы бинаһы

Консерваторияларҙың тарихы

үҙгәртергә

«Консерватория» һүҙенең тарихи мәғәнәһе

үҙгәртергә

Башта «консерватория» (лат. conservare — һаҡлау) тигәндә Италияла ҡараусыһыҙ ҡалған балалар өсөн приюттарҙы күҙҙә тотҡандар[3]. Тәүге бындай приюттар XVI быуат башында Венецияла барлыҡҡа килә, уларҙа етем балаларға башланғыс белем бирелә. Һөнәр менән бергә, унда йырға өйрәтәләр, сөнки күп һанлы ғибәҙәтханаларға сиркәү йырсылары кәрәк була.

 
Сан-Пьетро-а-Майелла консерваторияһы — дүрт Неаполь консерваторияһының, шул иҫәптән, боронғо Санта-Мария-ди-Лоретоның элгәре.

Яйлап был учреждениеларҙа музыка төп урынды ала бара, ә уҡырға приют тәрбиәләнеүселәренә генә түгел, хаҡ түләгән башҡаларға ла рөхсәт ителә. Йыр һәм музыка ҡоралдарында уйнау дәрестәре бирелә. «Консерваториялар», башланғыс приют мәғәнәһен юғалтып, түбәнге кимәл музыка уҡыу йорттарына әүерелә.

Музыка сәнғәте буйынса белем бирә торған юғары уҡыу йорто булараҡ беренсе консерваторияны Санта-Мария-ди-Лорето консерваторияһын[it] (итал. conservatorio di Santa Maria di Loreto) 1537 йылда Неаполь ҡалаһында Джованни ди Тапий аса[4].

XVIII—XX быуаттарҙағы абруйлы консерваториялар

үҙгәртергә

XVIII быуаттың уртаһына тиклем музыка уҡытыу, Италиялағы бер нисә учреждение (башлыса, Неаполдә) һәм сиркәү «музыкаль йүнәлешле приюттарынан» башҡа, тик индивидуаль рәүештә тормошҡа ашырыла (мәҫәлән, композитор И. С Бах 1690-сы йылдарҙа ағаһында уҡый). Ләкин XVIII быуат аҙағынан Европала хәҙерге консерваторияларға тартым етди музыка уҡыу йорттары асыла башлай.

XVIII—XIX быуаттарҙа абруйлы консерваториялар Париж (1795), Прага (1811), Вена (1819) һәм Германияның Лейпциг (1843), Мюнхен (1846), Берлин (1850), Кельн (1850), Дрезден (1856), Штутгарт (1857), Франкфурт (1878) ҡалаларында асыла. Быларҙың барыһы ла музыкаға уҡытыуҙы яңы кимәлгә сығара. Әммә башҡарыусыларҙы әҙерләүҙә төп ролде, элеккесә, айырым педагогтар башҡара: мәҫәлән, Веймарҙа уҡытҡан Лист тиҫтәләрсә пианист әҙерләй. Азияла һәм башҡа ҡитғаларҙа музыкаль белем белем биреү мәҙәниәте XVIII—XIX быуаттарҙа Европалағынан ҡалыша. Шуға ҡарамаҫтан Рио-де-Жанейрола (1847), Бостонда (1853), Гаванала (1885) һәм Американың башҡа ҡалаларында ла консерваториялар асыла.

Рәсәйҙәге беренсе консерваториялар

үҙгәртергә
 
Санкт-Петербург консерваторияһы 1913 йылда

Рәсәй империяһында «консерватория» тип аталған иң беренсе учреждение 1787 йылда Кременчугта асыла, уны билдәле итальян композиторы Джузеппе Сарти нигеҙләй.

Әммә музыкаға Европа кимәлендә уҡытыу Рәсәйҙә һуңғыраҡ барлыҡҡа килә. Ул Санкт-Петербург (1862) һәм Мәскәү (1866) консерваториялары асылыуға бәйле була. Бер туған А. Г. һәм Н. Г. Рубинштейндар тырышлығы менән Рәсәйҙәге был консерваториялар сит ил уҡыу йорттарына тиңләшеп кенә ҡалмай, хатта уҙып китә. Мәҫәлән, Санкт-Петербург консерваторияһында донъяла танылыу алған мәктәптәр барлыҡҡа килә: А. Н. Есипованың пианистар мәктәбе , Л. С. Ауэрҙың — скрипка, А. В. Вержбиловичтың виолончель мәктәбе.

Совет консерватория мәктәбе

үҙгәртергә

Совет власы йылдарында музыкаль белем биреү сәскә ата. Уға Мәскәү, Ленинград, Харьков, Киев консерваториялары ҙур өлөш индерә. Музыка вуздары бөтә союздаш республикаларҙа ла асыла. Был системала эре мәҙәниәт эшмәкәрҙәре эшләй: А. Б. Гольденвейзер, К. Н. Игумнов, Б. В. Асафьев, Л. В. Николаев, Г. Г. Нейгауз, В. Я. Шебалин, А. И. Ямпольский, Ғ.Ә. Һажибәков, З. П. Палиашвили, Д. Д. Шостакович һәм башҡа бик күптәр. 1970-се йылдар уртаһында музыка уҡыу йорттарында 20 меңдән ашыу кеше уҡый[5].

СССР консерваториялары донъяға мәшһүр музыканттар бирә — пианистар С. Т. Рихтер, Э. Г. Гилельс, йырсылар Е. В. Образцова, М. Л. Биешу, дирижерҙар Ю. Х. Темирканов, М. А. Янсонс, альтсы Ю. А. Башмет, скрипкасылар В. В. Репин, С. В. Стадлер. Һуңғары ла, 1990-йылдарҙа ауыр кризис булыуына ҡарамаҫтан, уҡытыу кимәле түбән төшмәй.

Хәҙерге Рәсәй консерваториялары

үҙгәртергә

Статусы буйынса Рәсәй консерваториялары (1991 йылдан һуң) дәүләт юғары уҡыу йорттары булып тора. Рәсәйҙә (2016 йылға) ун өс консерватория була. Иң эре һәм абруйлылары[6] — Санкт-Петербург (1000-гә яҡын студент) һәм Мәскәү (1300 тирәһе) консерваториялары. Түбәндә Рәсәй консерваторияларының исемлеге бирелә (йәйә эсендә асылыу йылы):

  • Н. А. Римский-Корсков ис. Санкт-Петербург консерваторияһы (1862)
  • П. И. Чайковский ис. Мәскәү консерваторияһы (1866)
  • Л. В. Собинов ис. Һарытау консерваторияһы ул. (1912)
  • П. А. Серебряков ис. Волгоград консерваторияһы (1917)
  • М. П. Мусоргский ис. Урал консерваторияһы (1934)
  • Н. Г. Йыһанов ис. Ҡазан консерваторияһы 1945)
  • М. И. Глинка ис. Түбәнге Новгород консерваторияһы (1946)
  • М. И. Глинка ис. Новосибирск консерваторияһы (1956)
  • А. К. Глазунов ис. Петрозаводск консерваторияһы (1967)
  • С. В. Рахманинов ис. Ростов консерваторияһы (1967)
  • Әстерхан консерваторияһы (1969)
  • М. И. Глинка ис. Магнитогорск консерваторияһы (1993)
  • Тольятти консерваторияһы (1998).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Library of Congress Library of Congress Subject Headings (ингл.)CDS, 1898.
  2. 2,0 2,1 Тезаурус по искусству и архитектуре
  3. Орёл Е. В. Мир Венеции. — 1-е. — Харьков: Фолио, 2012. — С. 149. — 347 с. — 1500 экз. — ISBN 978-966-03-5972-7.
  4. Консерватория // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  5. А. А. Николаев, В. В. Суханов. Большая советская энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия. 1969—1978.
  6. Российские консерватории впервые вошли в рейтинг вузов [[w:en: Quacquarelli Symonds|QS]] (ингл.). Дата обращения: 7 октябрь 2016.