С. В. Рахманинов исемендәге Ростов дәүләт консерваторияһы

С. В. Рахманинов исемендәге Ростов дәүләт консерваторияһы — Дондағы Ростовта юғары дәүләт музыкаль уҡыу йорто .

С.В. Рахманинов исемендәге Ростов дәүләт консерваторияһы"
(С.В. Рахманинов исемендәге РДК)
Ростов дәүләт консерваторияһы.JPG
Асылған йылы

1967

Ректор

Михаил Петрович Савченко

Аспирантура

РДК аспирантураһы 1993 йылда асылған.

Докторантура

Ростов консерваторияһындағы диссертация советы кандидатлыҡ һәм фән докторы диссертацияларын алырға хоҡуҡлы

Урынлашыуы

Дондағы Ростов

Юридик адресы

344002, Дондағы Ростов, Будённый урамы, 23-сө йорт

Сайт

http://www.rostcons.ru

Тарих үҙгәртергә

Ростов консерваторияһы 1967 йылда Ростов дәүләт музыка-педагогика институты булып асыла, 1992 йылда уның исеме үҙгәртелә. 2004 йылда консерваторияға Академия статусы бирелә[1].

Ростов консерваторияһы — Төньяҡ Кавказ һәм Көньяҡ Рәсәйҙең музыкаль мәҙәниәте һәм сәнғәте үҙәге. Унда 4000 белгес: пианистар, дирижерҙар, хормейстерҙар, композиторҙар, музыка белгестәре, операны һәм камера йырсылары, барлыҡ ҡыллы, тынлы уйын ҡоралдары белгестәре, эстрада-джаз музыканттары — әҙерләп сығарылған. Шуларҙың 400-ҙән артығы Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаттары һәм дипломанттары, 70-е Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге маҡтаулы исемдәренә лайыҡтар, 60-ы диссертация яҡлаған, 25-е — профессор, 50-е — доценттар. Улар илебеҙҙең һәм сит илдәрҙең юғары уҡыу йорттарында эшләйҙәр.

Ике тиҫтә йыл буйы консерватория Көньяҡ Рәсәйҙә төрлө дәрәжәләге музыка учреждениелары һәм уҡыу йорттары өсөн юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүсе берҙән-бер юғары уҡыу йорто була. Ростов Рәсәй композиторҙар Союзының күп өлөшө һәм уның етәкселәре — Ростов консерваторияһын тамамлаусылар.

Фәнни, концерт һәм ижади эшсәнлеге үҙгәртергә

Ижади эшләүсе юғары уҡыу йортон билдәләүсе характериситка— сәнғәт хеҙмәте, концерттар ҡуйыу, музыка фәне менән шөғөлләнеү һәм композитор ижады. Консерваторияның асылған иң тәүге көндәренән башлап ул сығыштар яһай, ижади конференциялар үткәрә. Хәҙерге ваҡытта Ростов консерваторияһы Рәсәй көньяғында ҙур концерт проекттары үҙәге булып тора, йыл һайын ғилми-тикшеренеүҙәр, методик эштәр алып бара.

Консерваторияның фәнни-ижади эшсәнлеге диссертация советы, аспирантура бүлеген эшләтеү менән берлектә алып барыла. Педагогтар һәм студенттар, өсөн һәм үткәреү, фәнни конференциялар, концерттар һәм фестивалдәр әҙерләү , кандидатлыҡ диссертациялар яҡлау,ғилми публикациялар яһау һәм методик хеҙмәт менән булышыу ҙа алып барыла.

Ижад коллективтары үҙгәртергә

  • Симфоник оркестр
  • Хор
  • Опера студияһы
  • Тынлы оркестр инструменттары
  • Халыҡ уйын ҡоралдары оркестры
  • Биг-бенд
  • Ростов камера хоры,
  • «Анастасия» Дон хор капеллаһы
  • Халыҡ хоры
  • Ҡатын-кыҙҙар һәм камера хоры
  • «Певчие Тихого Дона» синтез хоры
  • Балалар хоры

Консерватория йорто үҙгәртергә

 

| Яблоковтарҙың табыш йортонда урынлашҡан консерватория бинаһы

Әҙәбиәте үҙгәртергә

  • 35 лет Ростовской государственной консерватории им. С. В. Рахманинова. 1967—2002. 60 с.;
  • Ростовский государственный музыкально-педагогический институт — Ростовская государственная консерватория им. С. В. Рахманинова в документах и материалах (1987—1997) / публ. И. Саломатовой // Юж.-Рос. муз. альм. 2007. С. 223—288;
  • Ростовский государственный музыкально-педагогический институт в документах и материалах (1973—1977) / публ. О. Ермак // Юж.-Рос. муз. альм. 2005. Ростов н/Д, 2006. С. 323—352;
  • Ростовский государственный музыкально-педагогический институт в документах и материалах (1967—1972) / публ. О. Носовой // Юж.-Рос. муз. альм. 2004. Ростов н/Д, 2005. С. 410—439;
  • Селицкий А. ВУЗ, похожий на самого себя // Астероид Б‑612. 2010. № 2. С. 40-43;
  • Данилов А. С. У Ростовской консерватории — новый статус / беседу вела О. Твердохлебова // Академия. 2004. 19 марта. С. 2; Загробян Н. Охранная зона музыки // Ростов офиц. 2002. 11 июня. С. 15;
  • Данилов А. С. Ростовская государственная консерватория им. С. В. Рахманинова // Науч. мысль Кавказа. 1998. № 4. С. 80-84.
  • Ростовской консерватория: события, лица. Ростов-на-Дону, 2013. Музыкальный ежегодник Приложение к «Южно-Российскому музыкальному альманаху». ISSN 2076-4766.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  1. Ростовский государственный музыкально-педагогический институт — Ростовская государственная консерватория им. С. В. Рахманинова в документах и материалах (1987—1997) / публ. И. Саломатовой // Юж.-Рос. муз. альм. 2007. С. 223—288